Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2022, 18:30

Денис Юрпалов табылған да бит...

Уны бер нисә ай эҙләнеләр.

Денис Юрпалов табылған да бит...
Денис Юрпалов табылған да бит...

"Отклик" ирекмәндәр отряды Ишембайҙа биш ай элек юғалған 30 йәшлек Денис Юрпаловты тапҡан.

Ир 2021 йылдың 12 декабрендә үк йәшәгән өйөнән сығып киткән булған. Шунан бирле уның хаҡында бер мәғлүмәт тә ишетелмәгән. Әлегә тиклем Денисты яҡындары, ирекмәндәр, битараф түгел кешеләр эҙләгән.

"Отклик" ирекмәндәре уның кәүҙәһе табылыуын белдергән. Тик ни сәбәптән вафат булғаны асыҡланмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләүселәрҙең уны тере килеш күреү өмөтө аҡланманы…

Фото: "Отклик" ирекмәндәр отряды.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в