Өфө ҡалаһының мәҙәни-ял үҙәгендә (элекке “Химиктар” мәҙәниәт һарайы) “Ейәнсура яҡташтарҙы берләштерә” тигән осрашыу үтте. Уны район хакимиәте менән ейәнсураларҙың Өфөләге яҡташтар ойошмаһы ойошторҙо.
Башта “Хәтер мәңгелек”, “Атайсал һәм кесе тыуған яҡ”, “Йәштәр – беҙҙең тренд” тигән "түңәрәк өҫтәл"дәр эшләне. Һәр кем Ейәнсура районында етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе менән дә танышты. Аҙаҡ ҙур концерт күрһәтелде.
Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин да ҡатнашты. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов үҙ сығышында урындағы социаль-иҡтисади хәл тураһында һөйләне, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне. “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Азат Аҡманов башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
Автор фотоһы.