Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:
“Бөгөн, Бөйөк Постың алтынсы йәкшәмбеһендә, барлыҡ православие христиандарын Ҡоба тал йәкшәмбеһе менән ҡотлайым!
Был көндә Хоҙайға табыныусыларға ҡорамға барырға, Изге литургияла ҡатнашырға, тәүбәгә килергә кәрәк. Унан тыш, байрам символы – ҡоба талды ҡорамда изгеләндерергә мөмкин.
Көндө тыныс мөхиттә, ғаиләгеҙ янында үткәрергә тырышығыҙ. Ҡоба тал йәкшәмбеһен таҙа уйҙар менән ҡаршылағыҙ.
Дүшәмбенән Ғазаптарҙы иҫкә алыу аҙнаһы башлана, ул Пасха менән тамамланасаҡ. Йортоғоҙға тыныслыҡ һәм именлек теләйем!”
Фото Андрей Назаров сәхифәһенән.