Ошоға тиклем Башҡортостандан Донецк һәм Луганск республикаларына 500 тонна самаһы гуманитар ярҙам оҙатылғайны. Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы ЛХР һәм ДХР граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы базаһында ойошторолған пункттарға ҡала-райондарҙан халыҡ кәрәк-яраҡ килтерә. “Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре гуманитар ярҙамды рәткә һалып, йөктө Өфө районындағы төп пунктҡа оҙата.
Нефтекама, Дүртөйлө, Бөрө ҡалалары халҡы ла Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына төшкән бәләгә битараф түгел. Тормош кәрәк-яраҡтарын йыйыуҙа бигерәк тә Саҡмағош районы халҡы әүҙем ҡатнаша. “Күбеһенсә оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, түшәк кәрәк-ярағы, канцелярия тауарҙары, орлоҡтар, балалар ашамлыҡтары килтерәләр”, – ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Илмира Федорова.
Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса үҙәк пунктҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев 2,5 мең төргәк орлоҡ, дүрт тоннанан ашыу төҙөлөш материалы – ҡаҙаҡтар, штукатурка, цемент, бумала тапшырған. “Луганск республикаһындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә буяуҙар ҙа ебәрәм”, – ти Яков Анатолий улы.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы барлыҡ 63 бүлексәһендә лә ҡабул ителә. Эш режимы:
Дүшәмбе –йома: 09.00 – 21.00 сәғәттә;
шәмбе – йәкшәмбе: 09.00 – 18.00 сәғәттә.
Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге телефоны: 8 (347) 218-19-19. Көн дә иртәнге 8.00-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем шылтыратырға була.
Фото: "Башинформ".