Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2022, 20:30

Йәшәгән урынығыҙға йәм өҫтәгеҙ!

Биләмәләрҙе һәм иң яҡшы дизайн-проекттарҙы һайлап алыуҙа республиканың 63 муниципаль берәмеге ҡатнаша.

Йәшәгән урынығыҙға йәм өҫтәгеҙ!
Йәшәгән урынығыҙға йәм өҫтәгеҙ!

Республикаға идара итеү үҙәгенән:

"Башҡортостан халҡы ҡала-райондарҙа 2023 йылда ниндәй парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы һәм башҡа йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе һайлай ала. Тауыш биреү 2022 йылдың 30 майына тиклем дауам итә.

Биләмәләрҙе, иң яҡшы дизайн-проекттарҙы һайлап алыуҙа республиканың 63 муниципаль берәмеге ҡатнаша. Былтырғы кеүек, https://02.gorodsreda.ru/ онлайн-платформаһында, шулай уҡ һәр муниципалитеттың рәсми сайтында, Күп функциялы үҙәктә, сауҙа үҙәктәрендә, мәҙәниәт объекттарында, йәмәғәт урындарында проект ирекмәндәре ярҙамы менән һайларға мөмкин. Платформа бөтә ил өсөн берҙәм. Тауыш биреү өсөн үҙеңдең төбәгеңде һайларға, артабан варианттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә кәрәк. 14 йәштән өлкәндәр генә ҡатнаша ала.

"Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһы нигеҙендә Башҡортостанда 2021 йылда - 146, 2019 йылда - 185, 2020 йылда 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 2022 йылға планда - тағы ла 122 йәмәғәт биләмәһе. Был проект ярҙамында ҡала-райондарҙағы биләмәләрҙең уникаль тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу, мәҙәни потенциалын асҡандан һуң, халыҡ ихтыяжына таянып, һаҡсыл үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Нисек тауыш бирергә икәнлеген махсус карточкаларҙа ҡарағыҙ".

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: