Социаль селтәрҙәр күптән инде заманса интернеттың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Бында беҙ ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән танышабыҙ, аралашабыҙ, тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ.
Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлеге хаҡында һөйләгәйнек инде, бөгөн Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә хакимиәттәрҙең һәм район башлыҡтарының интернеттағы эше тураһында һүҙ барҙы. Кем күберәк лайктар йыйған, кемдәрҙе күберәк ҡарағандар - хәҙер һүҙебеҙ ошо хаҡта.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы башлыҡ иң популяр? Ратмир Мәүлиев (Өфө) - уның 21 мең яҙылыусыһы бар. Андрей Иванюта (Белорет районы) һәм Рөстәм Ғәзизов (Стәрлетамаҡ) 13-шәр мең яҙылыусыһы бар. Топ-биш исемлегенең аҙағында - Игорь Миронов (Салауат) һәм Рөстәм Шәмсетдинов (Мәләүез районы). Башлыҡтарҙың күбеһе социаль селтәрҙәрен рус телендә алып бара, әммә яҙылыусылар менән башҡорт телендә аралашҡан башлыҡтар ҙа бар.
Район башлыҡтары төрлө темалар буйынса яҙма ҡалдыра.
Рөстәм Афзалов, хәҙер инде Сибайҙың элекке башлығы (кисә ул республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығын етәкләй башланы), «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабында «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында еңеү яулаған Сибай ғаиләһен ҡотланы. Яҙма 230 лайк йыйған һәм 18 мең тапҡыр ҡаралған.
Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминевтың социаль селтәрҙәрендәге яҙмаларҙы ҡараусылар күп. Милли кейем көнөндә ҡотлау яҙмаһы 247 лайк йыйған һәм уны 6 меңдән ашыу кеше ҡараған. Уның икенсе яҙмаһы - «ТАЙ-ТУЛАК» иң яҡшы ат өйрәтеүселәр конкурсынан видео. Конкурста ҡатнашыусылар етеҙлектә, мәргәнлектә һәм ғәййәрлектә көс һынаша. Видеоға 286 лайк ҡуйылған һәм уны 12 мең кеше ҡараған.
Социаль селтәрҙе башҡорт телендә Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов әүҙем алып бара. Уның популяр яҙмаларының береһе - “Таҙа йома” акцияһы тураһындағы. Етәксе халыҡтың ошо сарала ҡатнашыуы хаҡында һөйләй һәм яҙылыусыларҙы ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра. Һөҙөмтәлә яҙманы 4 меңдән ашыу кеше ҡараған.
Беҙҙең ҡала һәм район башлыҡтары бына шулай әүҙем. Муниципалитеттарҙың һәм уларҙың етәкселәренең сәхифәләренә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәренә яҙылырға һәм лайктар ҡуйырға онотмағыҙ.
#ЦУРБашкортостана #Сәләм