Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2022, 14:21

Бында ҡыпсаҡтар йәшәй

Улар – Бабсаҡ бей вариҫтары.

Автор фотолары.   “Депутаттар, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл активы менән берлектә эшләйбеҙ, проблемаларҙы ла  кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ”, – ти хакимиәт башлығы Таңсулпан Төлкөбаева.
“Депутаттар, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл активы менән берлектә эшләйбеҙ, проблемаларҙы ла кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ”, – ти хакимиәт башлығы Таңсулпан Төлкөбаева.Фото:Автор фотолары.

Ғәжәйеп матур ерҙә урынлашҡан Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы. Бормаланып ағып ятҡан Үҙән йылғаһы, мәғрур Ҡараташ, Билән, Ҡашҡатау, Ағуя  тауҙары, баштары күккә олғашҡан ҡарағайҙар ауылға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Әммә Әбделмәмбәттең төп байлығы – уның эшһөйәр, талантлы, берҙәм халҡы. Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары Фәнил Булат улы һәм Әхтәр Мөбәрәк улы Шәмиғоловтарҙың, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, профессор Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкованың һәм әллә күпме данлыҡлы шәхестәрҙең тәпәй баҫҡан йәнтөйәге ул. Бында ҡыпсаҡтар йәшәй – Бабсаҡ бей вариҫтары.  Әбделмәмбәт халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип тә йөрөтөлә.

Берҙәмлектә – бәрәкәт

 

Бөгөн биләмәгә өс ауыл ҡарай, 2022 йылдың 1 ғинуарына 1421 кеше иҫәпләнгән. Әбделмәмбәттә 210 хужалыҡта – 820, Килдеғолда 117 хужалыҡта – 521, Бәләкәй Ҡыпсаҡта 21 хужалыҡта 84 кеше йәшәй.

Биләмәлә бюджет учреждениеларынан тыш, ҙур предприятиелар юҡ. Әммә эш урындары, башҡа шарттар булмаһа ла, Ҡыпсаҡ халҡы башлыса йорт хужалығына таянып йә ситтә эшләп көн итә. Бөгөнгә биләмәлә бер ауыл хужалығы кооперативы, Ҡыпсаҡ ҡулланыусылар кооперативы, 12 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм алты шәхси эшҡыуар хужалыҡ иҫәпләнә. Эшҡыуарлыҡтың төп йүнәлеше булып ағас эшкәртеү һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатыу тора.

Ауылда күркәм йорттар төҙөп, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп мул йәшәүселәр бихисап.

Ҡыпсаҡтарҙың төп һыҙаты – берҙәмлек. Әҙерҙе көтөп түгел, борсоған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, бергәләп хәл итеп йәшәргә күнеккән улар. Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” һәм башҡа программалар ғәмәлгә ингәс тә, ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтеп, йәнтөйәктәрен төҙөкләндереүгә дәррәү ҡушылды.

Шулай, һуңғы ете-һигеҙ йылда Әбделмәмбәт һәм Килдеғол ауылдарында юлдар ремонтлана, Әбделмәмбәттә мәктәптең ҡыйығы ла яңыртыла, мәҙәниәт йортонда ремонт уҙғарыла, Килдеғолда балалар баҡсаһы яңы төҫ ала. 

Быйыл да ҡыпсаҡтар “Урындағы башлан­ғыс­тарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыр өсөн документтарҙы туплап ебәргән, был юлы балалар баҡсаһының ҡыйығын яңыртырға ниәт итәләр. “Аныҡ эштәр” программаһында ла әүҙем ҡатнаша улар. Былтыр программаға ярашлы Әбделмәмбәт балалар баҡсаһында тәҙрәләр замансаға алмаштырылған, быйыл учреждениеға яңы йыһаз алырға күҙаллайҙар.

– Беҙҙең биләмәгә ҡараған өс ауылдың да халҡы берҙәм, тырыш. Күп эштәрҙе өмә ойоштороп, уртаҡ көс менән башҡарабыҙ. Ошо ысул менән 2020 йылда зыяратты кәртәләнек, Айыу өңө тауында ҡарау-күҙәтеү майҙансығы хәстәрләнек. Йыл әйләнәһенә биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләрҙә лә ауылдаштар дәррәү ҡатнаша, – ти Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таңсулпан Төлкөбаева.

Йорттар ҙа йылдан-йыл матурлана. Яңы өй һалып сыҡҡандар байтаҡ. Үҙ ихатаңды, йорт алдын тәртиптә тотоу ҡыпсаҡтарҙың ҡанына һеңгән – хатта буш торған өйҙәрҙең тирә-яғы ла сүп-сарҙан таҙартылған. Ә Хәйҙәр Мәсәғүтов, Фәрзәт Ҡаһарманов, Илшат Хисаметдинов, Инсур Үтәбаев, Роберт Мәхмүтов, Йыһанур менән Ғаффар Шәмиғоловтар кеүек егәрлеләрҙең йорттары төҙөклөгө, йәй көндәре гөл-сәскәгә күмелеүе менән айырылып тора.

Ауылдарҙы яҡтыртыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Сафтан сыҡҡан лампалар ваҡытында алмаштырыла, яңы урамдарға электр линиялары һуҙыла, электр энергияһы ҡеүәтен арттырыу маҡсатында трансформаторҙар ҡуйыла.

 

Иман ҡайта ауылға

 

Биләмәлә биш  магазин иҫәпләнә. Уларҙа көндәлек аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар, ә хәмер һатылмай. 2014 йылда спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен ауыл халҡы үҙе күтәреп сыға, йәшереп, суррогат алкоголь һатҡан нөктәләр ҙә бөтөрөлә. Хәйер, хәмер ҡулланыусылар ҙа юҡ тиерлек ауылда. Халыҡ яйлап иманға ҡайта.

Быға ауылдың рухи үҙәге – “Шәкирә” мәсете лә булышлыҡ итә. Ул 2008 йылда Шәмиғоловтар ғаиләһе менән ауыл халҡының аҡсаһына төҙөлә. Бөгөн ауылды яңғыратып аҙан яңғырай, дини байрамдарҙа ғына түгел, һәр йома һайын мәсет халыҡ менән тула.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы бара. Бөрйән районынан республика этабында район бәйгеһендә еңеп сыҡҡан Әбделмәмбәт ауылы ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкән ҡыпсаҡтар был бәйгелә һынатмаҫ, еңеү яулар өсөн дәррәү эшкә тотондо: ауылда әленән-әле сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған төрлө спорт, мәҙәни, тәрбиәүи саралар үткәрелде. Февралдә районда хаҡлы рәүештә спортсы ауыл исемен алған ҡыпсаҡтар быймалы хоккей буйынса ҙур ярыш үткәрҙе. Ярышҡа ҡыпсаҡтар район-ара тәжрибә уртаҡлашыу, күршеләр менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында, үҙҙәре кеүек үк “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан күрше Белорет районының Тирлән ҡасабаһы хоккейсыларын саҡырған.

Күптән түгел Әбделмәмбәттә “Килен – ҡәйнә тупһаһынан” тип исемләнгән район конкурсы гөрләне. Милли колорит менән һуғарылған сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары ла саҡырылды.

Эйе, ҡыпсаҡтар боронғо милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға тоғро. Хәҙерге заманда һирәк күҙәтелгән ололарға хөрмәт билдәләре асыҡ күренә бында – ауыл йәшәйешенә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, иң тәүҙә аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр һүҙе иҫәпкә алына.

– Тормош бит, йәмғиәттә күҙәтелгән проб­лемалар беҙҙә лә килеп сыға. Депутаттар, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы, ауыл активы менән берлектә эшләйбеҙ, мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ. Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны билдәләр инем: халыҡ, бигерәк тә йәштәр, хәҙер сәләмәт тормошҡа күпләп ылыға, замандан ҡалышмай, етеш йәшәргә тырыша. Һуңғы йылдарҙа төрлө программаларҙа ҡатнашып, үҙ өлөшөн индереп, нимәлер булдырыуҙа ла әүҙемлек күрһәтәләр, тимәк, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө, – тигән фекерен белдерҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшлекле етәксе, яуаплы ойоштороусы итеп күрһәткән Таңсулпан Айрат ҡыҙы.

 

Белем усағы һәр яҡтан да алдынғы

 

Әбделмәмбәт урта мәктәбе — алдынғы белем усаҡтарының береһе. Тиҫтә йылдан ашыу коллективҡа етәкселек иткән Инсур Рәмил улы Үтәбаев уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә ҡуйған. Тәжрибәле, ижади ҡарашлы уҡытыусылар балаларға заман талаптарына ярашлы лайыҡлы белем бирә. Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиа­даларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулауҙары ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Белем усағының Ҡолғана, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Килдеғол ауылдарында  филиалдары эшләй. Мәктәптә бөгөн 150 уҡыусы иҫәпләнә. Учреждениела төплө белем алыр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған:  иркен класс кабинеттары, спорт, тамаша залдары, ашхана, техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, музей, китапхана – барыһы ла заманса йыһазланды­рылып, уҡыусылар өсөн һәр саҡ асыҡ. Мәктәпкә  сит ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар, шуға күрә учреждениеның интернаты ла бар. Бөгөн унда 24 бала йәшәй. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен тыуған йорттарында кеүек хис итһен өсөн, бөтә шарттар тыуҙырылған.

– Балаларҙың уҡыуҙан тыш ваҡыты файҙалы уҙһын өсөн дә күп көс һалабыҙ. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, төрлө йүнәлештәге 36 түңәрәк, спорт секциялары ойошторолған. Бигерәк тә киң спортҡа иғтибар ҙур. Сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәре булмаған һәр баланы спортҡа ылыҡтырырға тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа саңғы базаһын тулыһынса яңырттыҡ. Район хакимиәте 12 пар профессиональ саңғы бүләк итте. “Һәр баланың уңышы” федераль программаһына ярашлы бүленгән 600 мең һум аҡсаның 400 меңен ремонтҡа йүнәлтһәк, ҡалған аҡсаға ҙур класс уҡыусылары өсөн саңғылар һатып алдыҡ. Бынан тыш, бағыусылар ҙа ярҙамынан ҡалдырмай – ағас эшкәртеү өлкәһендә уңышлы эшләгән Бетерә ауылы эшҡыуары Илсур Нәбиуллин башланғыс кластарға 15 пар саңғы бүләк итте. Беҙҙең спортсылар район ғына түгел, республика кимәлендә лә үҙҙәрен күрһәтә,  – тип мәктәптең уңыштары менән таныштырҙы етәксе.

Әйткәндәй, 2015 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе “Рәсәйҙә физик культура һәм спортты үҫтергән иң яҡшы мәктәп” исеменә лайыҡ була. Бөгөн дә ошо абруйлы исемгә тап төшөрмәй улар. Мәктәптең спорт залы бер ваҡытта ла буш тормай. Бында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, уҡ атыу буйынса секцияларҙа күнекмәләр үтә. Ҡыпсаҡтарҙың үҙ стадионы, яҡтыртылған саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы бар. “Ҡыпсаҡ бүреләре” хоккей клубы күп ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәп уҡыусыларының ғына түгел, ауыл халҡының ихласлап спортҡа ылығыуында мәктәптең физик тәрбиә уҡытыусыһы Зиннур  Боҫҡоновтың тырыш хеҙмәтен, ойоштороу һәләтен билдәләп үтер кәрәк. “Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ уҡытыусының йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Төрлө фәндәр буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа ла һынатмай йәш ҡыпсаҡтар. Бигерәк тә башҡорт теле, технология, физкультура һәм башҡа фәндәрҙән уңышлы сығыш яһайҙар. Мәктәптә ойошторолған “Тимер батыр” түңәрәге эше лә маҡтауға лайыҡ. Балалар унда робот техникаһы менән шөғөлләнә, күптән түгел 3Д моделләү алымдарын да ҡуллана башлағандар.

Былтыр Рәсәй кимәлендә уҙғарылған “Агронти” робот техникаһы конкурсында Әбделмәмбәт уҡыусылары еңеү яулай. Быйыл да 9-сы класс уҡыусылары Сынтимер Билалов менән Ирхан Үтәбаев Өфө ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы этабында 1-се урын яулағандар. Егеттәр апрель аҙағында Пермь ҡалаһында үтә торған Рәсәй этабында көстәрен һынарға әҙерләнә.

Мәктәптә йәш быуында туған телгә, тыуған ергә һөйөү, халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына һаҡсыл ҡараш, хөрмәт тәрбиәләү буйынса ла бихисап эштәр башҡарыла

Белем усағының үҙ музейы ла бар. 1994 йылда асылған тарих бүлмәһендә 250-гә яҡын экспонат һаҡлана, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Боронғо өй кәрәк-яраҡтары бик күп: күмер үтеге, тирмән, йөн иләү ҡоролмаһы, һауыт-һабаларҙың күплегенән күҙҙәр ҡамашып китә. Бүлмәнең бер мөйөшөндә башҡорт тирмәһе йыһазландырылған, унда балаҫтар түшәлгән урындыҡ өҫтөндә милли кейемдә башҡорт ғаиләһе еҙ самауырҙан “сәй эсә”, стеналарға сигелгән таҫтамалдар, ҡул эштәре эленгән.  Ситтәрәк башҡорт музыка ҡоралдары, боронғо аяҡ кейемдәре, сабата һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылған.

Музейҙа ауылдың, мәктәптең тарихы, Ҡыпсаҡтан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында ла бай мәғлүмәт тупланған.

Мәктәптә билдәле ижад, сәнғәт  кешеләре, тормошта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән шәхестәр менән осрашыуҙар, мәҙәни саралар, төрлө конкурстар ҙа йыш уҙғарыла.

– Маҡсатыбыҙ – быуындар бәйләнешен өҙмәй, мәктәбебеҙҙә электән килгән изге йолаларҙы дауам итеп, яңыларын булдырып, балаларҙы тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләү, заман талап иткәнсә төплө белем биреү, – ти Инсур Рәмил улы.

 

Йәштәр ауылда төпләнергә тырыша

 

Өс ауыл биләмәһендә 17 йәштән 30 йәшкә тиклемге 389 кеше иҫәпләнә. Былтыр бында 24 сабый тыуған, күп балалы йәш ғаиләләрҙең һаны – дүрт тиҫтә тирәһе. Йәштәр ситкә китергә ашыҡмай, ауылда төпләнеп, йорт һалып йәшәргә тырыша.

Шундай ғаиләләрҙең береһе – Нәзифә менән Салауат Мөхәмәтҡоловтар. Уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала үҫә.

Нәзифә Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Учалы музыка училищеһында уҡыған. Салауаттың ике туған һеңлеһе Фирүзә менән дуҫ булалар, бер бүлмәлә йәшәйҙәр. Йәштәрҙе тап ул таныштыра ла инде. Баһадир кәүҙәле, тыйнаҡ холоҡло Ҡыпсаҡ егете бер аҙ аралашҡас та ҡыҙҙың күңеленә ята. Егет тә ҡыҙға мөкиббән китеп ғашиҡ була. Бер ни ваҡыт дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр өйләнешә. Иң тәүҙә ҡайны йортонда йәшәй башлайҙар. Шунан ҙур итеп үҙҙәре йорт күтәрә.

Ғаиләгә йәм өҫтәп бер-бер артлы дүрт балалары донъяға килә. Азаматҡа – ун бер, Йәмиләгә туғыҙ йәш, улар икеһе лә мәктәптә уҡыйҙар, яҡшы өлгәшәләр, спорт менән шөғөлләнәләр, ата-әсәләренә ярҙам итергә лә өлгөрәләр. Мостафаға ете йәш, теремек, сос, һәр нәмә  менән ҡыҙыҡһыныусан малай балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл беренсе класҡа барырға әҙерләнә. Ағаһы, апаһы ярҙамында хәрефтәрҙе танып белергә лә өйрәнгән ул. Кинйәләре Сабирйәнгә өс йәш тә тулмаған әле.

– Мин ете балалы ғаиләлә үҫтем. Бер-беребеҙгә дуҫ-терәк булып буй еткерҙек, әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Тормош иптәшемдең ғаиләһендә лә етәү үҫкәндәр. Күп балалы йортта күңелле була, балалар тауышы яңғырап тора. Шуға ла ирем менән һәр сабыйыбыҙҙы теләп, көтөп алдыҡ. Бала ҡарауҙың бер ҡыйынлығын да күрмәйем, киреһенсә, бер-береһен ҡарашып, бер-береһенә таяныс булып үҫәләр, – ти күп балалы әсә.

Салауат Хәсән улы пилорамда эшләй,  Нәзифә Зәкир ҡыҙы декрет ялына тиклем ауылдың мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була. Һәр нәмәне бергәләп башҡарырға, үҙ көстәренә ышанып, килеп тыуған проблемаларҙы ла бергә хәл итергә күнеккән Мөхәмәтҡоловтар. Ғаилә ҡура тулы мал аҫрай, йәйен мул баҡса үҫтерәләр. Бесән эшләү булһынмы, йорт-ихата тирәһендәге мәшәҡәттәрме, балалары ла ата-әсәләренә булышып, эш рәтен белеп буй еткерәләр.

– Балаларыбыҙҙы тормошта юғалып ҡалмаһындар өсөн эшкә өйрәтеп, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып үҫтерергә тырышабыҙ. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Иң тәүҙә ата-әсә үҙҙәре үрнәк күрһәтергә тейеш. Был юҫыҡта иремә бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ – балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерә ул, эшендә лә һынатмай, ауыл, район кимәлендә уҙғарылған спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша, – тип ҡыуанысын йәшермәй күп балалы әсә.

Ысынлап та ғаиләлә бөгөнгө заманда һирәк күҙәтелгән ата абруйының көслө икәнлеге күренеп тора, бер-береңде хөрмәт итеү мөхите тойола. Йорттарында һәр ваҡыт тәртип һәм таҙалыҡ. Бындай ғаиләнең нигеҙе лә ныҡлы, киләсәге лә өмөтлө.

 

Йәш фельдшер эшенән халыҡ ҡәнәғәт

 

Ауылда демография күрһәткестәре буйынса ыңғай динамика күҙәтелә, былтыр 13 сабый донъяға килгән. Оло быуын да байтаҡ. Шуға күрә фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге бик мөһим. 2019 йылда Ҡыпсаҡта районда тәүгеләрҙән булып яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла.

Элекке ФАП 70-се йылдарҙа төҙөлгән була, даими ремонт үткәрелеп торһа ла, бер талаптарға ла яуап бирмәй. Бигерәк тә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә мейес яғып йылытыуы учреждение хеҙмәткәрҙәренә ауырға тура килә. Тиҙ ҡорола торған төҙөлөш объекты ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә сафҡа индерелә.

Яңы бинала халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар ҙа тыуҙырылған – ул ике ҙур бүлмәнән тора, һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән йылытыла, яңы ҡорамалдар ҙа бар, әммә мебелде яңыртыу мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән.

Һәр кемгә хәстәрлекле, иғтибарлы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған йәш фельдшер Рәсимә Яхина эшенән халыҡ ҡәнәғәт. Рәсимә Батыр ҡыҙы Байназар ауылында тыуып үҫә. Ғаиләлә өс бала буй еткерәләр. Әсәһе һатыусы булып эшләй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһының һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Мәктәптә бик тырышып белем ала ҡыҙ, бәләкәй генә сағынан дизайнер булырға хыяллана, әммә атаһына ярҙам итергә тырышыу теләге Рәсимәне Белорет медицина колледжына алып бара. 

– Уҡытыусыларыбыҙ көслө, талапсан булды. Буласаҡ һөнәремдең бик яуаплы, хаталарҙы ғәфү итмәйәсәген аңлапмылыр, һәр фәнде ентекле өйрәнергә, бигерәк тә практик дәрестәрҙә иғтибарлы булырға тырыштым, – тип хәтерләй студент ваҡытын Рәсимә Батыр ҡыҙы.

Колледжды тамамлағас, Рәсимә Магнитогорск ҡалаһына участка шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Апаһының туйында буласаҡ тормош иптәше менән таныша ҡыҙ. Ҡыпсаҡ егете Илназ менән бер ни тиклем ваҡыт дуҫлашып йөрөгәс, ғаилә ҡороп, ауылда төпләнәләр. Илназ Вил улы крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, йылҡы малы үрсетеү менән мәшғүл, пилорамы ла бар. Йәш ғаилә ике ҡатлы күркәм йорт һалып сыға, улдары Ибраһим тыуа. Декрет ялынан һуң, Рәсимә Батыр ҡыҙы яңы ФАП-та фельдшер булып эш башлай.

Үҙ эшен яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡара ул. Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап итә торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Уның ҡарамағына бөтәһе 800-гә яҡын кеше, шуларҙың күпселеге ололар, яңғыҙ йәшәүселәр. Оло кеше иғтибарға айырыуса мотлаҡ. Ҡайһы саҡта ауырыу кешене дауаларға уколдарҙан да бигерәк бер йылы һүҙ ҙә етә.

– Пандемия – ауылда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур һынау. Профилактик эш, вакцинациялау, ауырыуҙы ваҡытында билдәләп дауалау, кәрәк саҡта ваҡытында дауаханаға оҙатыу – былар бөтәһе лә беренсе звено медицина хеҙмәткәрҙәре иңендә. Ауырыу таралмаһын өсөн ҙур көс һалабыҙ. Халыҡ та шуны аңлаһын ине: был зәхмәттән ҡотолоу юлы бер – вакцина эшләтеү, – ти йәш белгес.

 

Рухи аҙыҡ өләшәләр

 

Мәҙәниәт йорто – ауылдың йөҙөн билдәләүсе усаҡ. Ҡыпсаҡтар – йыр-моңға, һүҙгә маһир кешеләр. Бында йырлай, бейей белмәгән кеше юҡ тиерлек. Төрлө мәҙәни саралар, конкурстар, байрамдар йыш уҙғарыла ауылда.

– Әбделмәмбәт китапханаһына ла халыҡ теләп йөрөй, бигерәк тә ололар әүҙем, – ти китапханасы Гөлүзә Шәмиғолова.

Гөлүзә Сабирйән ҡыҙы Ғәлиәкбәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Аталары ҡыҙға ете йәш тулғанда ғына ауырып, үлеп ҡала. Ауылында һигеҙ класты тамамлағас, Байназарҙағы туғандарында йәшәп, уҡыуын дауам итә. Мәктәптә бик тырышып белем ала ҡыҙ, бигерәк тә теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшә. Аттестат алғас, педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инергә хыяллана.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләбеҙҙең матди хәле бик ауыр ине. Әсәйем ете баланы яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Аҡса булмағас, ҙур ҡалала уҡыуы ауырға төшәсәген аңлап, Байназар ауылы клубына художество етәксеһе булып эшкә урынлаштым, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.

Бала сағынан йыр-моңға маһир, ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен  яуаплы, тырыш хеҙмәткәр итеп таныта.  Ул ваҡытта халыҡтың эркелеп клубҡа кино ҡарарға йөрөгән мәле... Байназарҙа Тәғзимә Буранбаева исемле ҡатын киномеханик булып эшләй. Уның эшен күреп-белеп йөрөгән Гөлүзәлә киномеханикка уҡыу теләге тыуа. Шулай, 1982 йылда ул Бәләбәйҙәге киномеханиктар әҙерләгән училищеға юллана. Кино күрһәтеүҙә аҙ-маҙ тәжрибә туплаған ҡыҙға белем эстәү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай – уҡыу йортон “5” билдәләренә генә тамамлай ул. Тырыш йәш белгескә Ленинград кинематография институтына уҡырға инергә лә кәңәш итәләр.

Диплом алдынан, Гөлүзәне практика үтергә Әбделмәмбәт ауылына йүнәлтәләр. Тап ошонда осрата ла инде ул үҙенең ғүмерлек яҙмышын. Һалдат бурысын үтәгәндән һуң,  Фуат Шәмиғолов тыуған ауылы колхозында водитель булып эшләп йөрөгән була. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Диплом алғас, гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр үҙ ҡулдары менән ҙур һәм күркәм йорт һалып сыға. Гөлүзә Сабирйән ҡыҙы иң тәүҙә интернатта тәрбиәсе, һауынсы, шунан клубта директор булып эшләп ала.  Ике улдары донъяға килә.

Күп тә үтмәй, ауылда китапхана асыла. 1985 йылда һәр ваҡыт яңылыҡҡа, белемгә ынтылған ҡатын Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Ситтән тороп өс йыл уҡығас, китапханасы булып эш башлай.

Китапханасылар хеҙмәте тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Әммә ысынында хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең тәрән белемле, киң эрудициялы булыуы, тәрбиәлелек, уҡымышлылыҡ, башҡа­рыу оҫталығы, һөйкөмлөлөк, яғымлылыҡ, тапҡырлыҡ, һәр кеше менән уртаҡ тел таба белеүе талап ителә. 35 йыл китапханасы булып хеҙмәт иткән Гөлүзә Сабирйән ҡыҙында был сифаттарҙың барыһы ла бар. Өҫтәүенә ул бик талантлы кеше, мәҙәни тормош уртаһында ҡайнап йәшәй – гармунда-баянда уйнай, матур итеп йырлай ҙа.

Бөгөнгө китапханалар – китап һаҡлағыстар ғына түгел, был ысын мәҙәниәт үҙәктәре. Ә китапханаларҙың эшмәкәрлеге йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеүгә, гәзит-журналдарға, китаптарға ауыл халҡының ҡыҙыҡһыныуын уятыуға йүнәлтелгән.

Әбделмәмбәт ауылы китапханаһы ла бөтә ошо бурыстарға яуап бирә. Учреждение фондын ун мең дана китап тәшкил итә. Иркен, яҡты китапхана ауыл Советы һәм мәҙәниәт усағы менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Бында ауыл халҡы теләп йөрөй.

– Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. Улар башҡорт әҙәбиәтен ихлас уҡыйҙар. Урта быуын араһында детектив, фантастика яратыусылар байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙерге заман балалары гел интернетта ултыра тиһәләр ҙә, китап уҡырға яратыусылар ҙа бихисап.  Китапханаға уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төрлө тематик саралар йыш уҙғарабыҙ, бигерәк тә мәктәп уҡыусыларында китапҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти Гөлүзә Сабирйән ҡыҙы.

Сер түгел, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа халыҡ һаны кәмей. Ә Бөрйән районында киреһенсә, демографияла ыңғай динамика күҙәтелә, хатта төпкөл ауылдарҙа ла балалар һаны үҫә. Ҡыпсаҡ та шундай биләмәләр иҫәбендә. Бабсаҡ бей вариҫтары бер ҙә сит тарафта бәхет эҙләмәй, ғаилә ҡороп, йәнтөйәктәрендә төпләнә, гөрләтеп донъя көтә, үҙ эшен аса, балалар үҫтерә. Тимәк, ауылдың киләсәге лә өмөтлө!

 

Римма СОЛТАНОВА.

Үҙ эшен яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡара фельдшер Рәсимә Яхина.
Үҙ эшен яратып, яуаплылыҡ тойоп башҡара фельдшер Рәсимә Яхина.
Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы етәкләгән “Тимер батыр” түңәрәгендә  балалар робот техникаһы менән шөғөлләнә, күптән түгел 3Д моделләү  алымдарын да ҡуллана башлағандар.
“Балаларына иң тәүҙә ата-әсә үҙҙәре үрнәк булырға тейеш”, – тигән фекерҙә Нәзифә менән Салауат Мөхәмәтҡоловтар.
“Китапханаға халыҡ теләп йөрөй, бигерәк тә ололар әүҙемдәр”, – ти китапханасы Гөлүзә Шәмиғолова
Мәктәп музейында 250-гә яҡын экспонат һаҡлана, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле.
Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы етәкләгән “Тимер батыр” түңәрәгендә балалар робот техникаһы менән шөғөлләнә, күптән түгел 3Д моделләү алымдарын да ҡуллана башлағандар.
Читайте нас в