12 апрелдә Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Быйыл рекордлы күләмдә ғариза ҡабул ителгән – 522, уларҙың дөйөм суммаһы 753,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. "Башинформ" агентлығы ағымдағы йылда проекттарҙың ниндәй йүнәлештәре айырыуса популяр булыуын, республика муниципалитеттарының конкурста ни тиклем әүҙем ҡатнашыуын асыҡлаған яҙма тәҡдим итте.
Ҡатнашыусылар күберәк була бара
Ғаризаларҙы 2022 йылдың 14 мартынан 12 апреленә тиклем Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ҡабул итте. Ошо осорҙа республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 522 ғариза биргән, был 2021 йылғы ошо уҡ конкурсҡа ҡарағанда 53 процентҡа тиерлек күберәк (342 ғариза). Һоралған аҡсаның дөйөм суммаһы ла ярайһы уҡ ҙур – 753 565 662,47 һум, был уҙған йылдағынан байтаҡҡа күберәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер проектҡа бүленгән максималь сумма өс миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш, ә конкурсты финанслауҙың дөйөм күләме 90 миллион һум тәшкил итә. Айырыуса “Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау” йүнәлешендә ғариза күп бирелгән (159 ғариза). Популярлыҡ буйынса икенсе урында – “Граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау” йүнәлеше (86 ғариза). Өсөнсөлә – “Сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау” (86 ғариза). Әйткәндәй, 2021 йылғы конкурста был йүнәлеш беренсе булды.
Республика муниципалитеттары араһында ғаризалар һаны буйынса, 2021 йылдағы кеүек, Өфө (261), Стәрлетамаҡ (23), Ғафури районы (17) алда бара. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурста ҡатнашыуға заявка бирмәгән берҙән-бер муниципалитет – Борай районы. Бер йыл элек унда ҡатнашмаған 10 муниципаль берәмектең быйыл булыуы ла грант конкурсының популярлығы артыуы хаҡында һөйләй. Бынан тыш, быйыл республика төбәк грант конкурстарын берлектә финанслау буйынса Президент гранттары фонды конкурсы сиктәрендә 101,5 миллион һум күләмендә грант алды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә икенсе урынды биләй.
“Республика Башлығының башланғысы һәм ҡушыуы буйынса булдырылған Граждандарҙың башланғыстарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Федераль бюджеттан ҡушма финанслау күләме, ҡатнашыусылар һаны ла һиҙелерлек артты. Әммә быға өлгәшелгән төп һөҙөмтә – республикала коммерцияға ҡарамаған секторҙың тотороҡло үҫеше: һан һәм сифат яғынан”, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Яңы мөмкинлектәр асыласаҡ
Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүселәр тиҙҙән – 10 июндән дә һуңға ҡалмайынса билдәле була. Улар үҙҙәренең проекттарын 2022 йылдың 18 июленән һуң ғәмәлгә ашыра ала. Әммә бының менән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам тамамланмай. 28 апрелдә республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия формаһында Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башлай. Унда республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлгән һәм төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Был конкурстың бюджеты – 50 миллион һум. Алда тағы ла бер конкурс, ул республиканың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм 2022 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан ярҙам алырға мөмкинлек бирергә тейеш. Уның бюджеты – республикаға Президент гранттары фондынан бирелгән 101,5 миллион һум. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа конкурс һөҙөмтәләре буйынса 20 миллион һумлыҡ бюджет менән субсидия формаһында грант алыу мөмкинлегенә эйә. 2022 йылда дүрт конкурстың дөйөм планлаштырылған бюджеты 261,5 миллион һум тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Әйтәйек, 2022 йылдың беренсе Президент гранттары конкурсы йомғаҡтары буйынса республикалағы 74 коммерцияға ҡарамаған ойошма еңеүсе булған (бөтәһе 516 ғариза бирелгән). Уларҙың алған аҡсалата ярҙамдың дөйөм күләме буйынса (76 миллион һумдан ашыу) Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Президент гранттарының икенсе конкурсына 581 ғариза килгән, ә уның еңеүселәре июндә иғлан ителәсәк.
Фото: rampa-rb.com