Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә иртәгә буласаҡ брифингка һорауҙар яҙып ҡалдырырға мөмкин. Сара барышында ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Иң ауыр мәсьәләләр хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һораясаҡбыҙ, тип хәбәр итәләр үҙәктең төркөмөндә.
Башҡортостандың иҡтисады санкциялар осоронда нисек үҫешер? 18 апрелдә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә санкциялар баҫымы шарттарында иҡтисадҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сараларҙың тәүгеләре менән таныштырҙылар. Уның суммаһы 55 миллиард һум тәшкил итә. Төҙөлөш өлкәһенә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, туризмға, ауыл хужалығы комплексына һәм башҡаларға ныҡлы булышлыҡ күрһәтеләсәк.
Аҡсалата ярҙам ҡайҙа йүнәлтелә, уға кем хоҡуҡлы, нисек алырға, нимәнән башларға – барыһына ла брифингта яуаптар алыныр.
Студияла – Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары. Республика предприятиелары, Күп функциялы үҙәктәр, Республикаға идара итеү үҙәге тура бәйләнешкә сығасаҡ. Брифинг иртәгә киске сәғәт 7-лә башлана.
Республикаға идара итеү үҙәге ҡуйған пост аҫтына комментарий итеп һорауҙар яҙырға мөмкин.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндәге видеонан скриншот.