Бөрйән районының мәғариф бүлеге планына ярашлы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ” республика программаһына ярашлы, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә “Мәктәп музейы һәм туризмды, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу” тигән темаға райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәренең семинар-кәңәшмәһе үтте.
Сәләмләү һүҙе менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдинов сығыш яһағандан һуң, Балалар ижады үҙәге етәксеһе Инзирә Вәхит ҡыҙы Ишбулатова, мөһим сарала ҡатнашыусылар менән таныштырып, алда торған эштәрҙә уңыштар теләне. Артабан мәктәп музейҙарын паспортлаштырыу һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында топонимика муниципаль конкурсына бәйле яңылыҡтар тураһында мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаеваның сығышы тыңланды. “Мәктәп музейҙарының туризмды, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эшмәкәрлеген үҫтереүҙәге роле. Музейҙа проект эше. Мәктәп музейҙарын ГИС системаһында теркәү. Бөрйән районында балалар туризмын үҫтереү перспективалары” темаһына презентация оҙатыуындағы доклад аша Балалар үҙәге педагогы Д.Й. Нәҙершина бик бай мәғлүмәт еткерҙе.
Бөрйән районының мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфитдинов кәңәшмәне йәнле әңгәмә, фекер алышыу рәүешендә алып барҙы. Бәләкәй Ҡыпсаҡ сайырсылыҡ музейы етәксеһе, “Бөтә Рәсәй күләмендәге иң яҡшы музей” гранты эйәһе Фәрзәт Мөхәмәтйән улы Ҡаһарманов гранттарҙың музейҙарҙы өҫтәлмә финанслауҙа иң уңышлы юлдарҙың береһе булғанын айырып әйтеп үтте. Музейҙы иң юғары кимәлгә еткереп, зауыҡлы итеп биҙәү, экспонаттарҙы дөрөҫ урынлаштырыу, документтарҙы һәм башҡа эштәрҙе теүәлләү, музейға халыҡты йәлеп итеү, даими экспонаттар туплау, үткәнде өйрәнеп, йәш быуынға ныҡлы йүнәлеш биреү музей эшмәкәрлегенең иң мөһим бурысы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды ул үҙ сығышында.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Бөрйән районында балалар туризмын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ла фекер алышты. Был һөйләшеүҙә Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимов, райондың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүселәре, ошо юҫыҡтағы китап авторҙары, Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин, Иҫке Собханғол мәктәбенең тарих уҡытыусылары Баязит Ғибат улы Йәғәфәров, шулай уҡ музей етәксеһе Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Шәрәфетдинова, Байназар мәктәбенең география уҡытыусыһы, фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәновтар ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе заман шарттарына яраҡлашып, музейҙарҙың эшенә яңы һулыш өрөү, аҡса эшләп, матди етешлеккә ынтылыу, алға китеш юлдарын эҙләү, финанслау мәсьәләһен юлға һалыу зарурлығын билдәләне.
“Тәрбиә, педагогик тәьҫир йәһәтенән музейҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Халыҡтың рухи мираҫын һаҡлаған музейҙар кешеләрҙең күңелендә тарихи ҡиммәттәргә, мәҙәни байлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, ә уларҙы һаҡлау кәрәген иҫкәртә. Маҡсат бер: олуғ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеп, йәш быуынды рухи яҡтан бай, ижади һәләтле, юғары мәҙәниәтле ысын шәхестәр, илһөйәрҙәр итеп үҫтереү. Был йәһәттән музейҙарҙың да роле баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса мәктәп музейҙарының йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөмкинлектәре шул тиклем ҙур. Ундағы һәр экспонат, ишеткән-күргән бала күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, илһөйәрлек хисе уята.
Музейҙы биҙәгәндә уның эстетик зауығына етди иғтибар итергә кәрәк. Ул эстәлеге, матурлығы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итерлек булырға тейеш. Музейҙарҙы үҫтереүгә гранттар ҡаралған. Ошо мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашыу зарур. Районда барған топонимика буйынса конкурс яңы мәғлүмәттәр асыуға, ер-һыуыбыҙ атамалары тарихын бер урынға туплауға ҙур аҙым булыр. Тыуған яҡты өйрәнеүгә тос өлөш индергән музей етәкселәре, данлыҡлы уҡытыусылар Азат Ғизетдин улы Муллағолов, Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатова һәм башҡа ветерандарыбыҙҙың изге эштәрен һөҙөмтәле дауам итерһегеҙ, тип ышанам”, – тине үҙ сығышында мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов.
Эйе, ҡайҙалыр булмағанды бар итеп, яһалма ҡаяларҙы, мәмерйәләрҙе ысын һымаҡ итеп эшләп, бәләкәй генә нәмәне лә ҙур итеп күрһәткән, халыҡты йәлеп иткән музейҙар ҙа юҡ түгел. Ә беҙҙә барыһы ла тәбиғи. Тик ошо мөғжизәләрҙе, матурлыҡты, тарихи ысынбарлыҡты күрһәтә белергә лә кәрәк. Тарихи ҡомартҡыларҙы рекламалау ҙа – заман талабы. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ әлегә музейҙарыбыҙ нигеҙендә аҡса эшләй белмәйбеҙ. Ә бит бөтә нәмә финансҡа барып төртөлгән заманда йәшәйбеҙ. Быны оноторға ярамай. Шул ваҡытта ғына алға китеш буласаҡ.
Был тәңгәлдә беҙҙең район мәғариф бүлеге етәкселеге, теҙгенде ныҡлы тотоп, музейҙар эшенә етди иғтибар бүлә. Быға тиклем бындай кәңәшмәләр Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы мәктәптәрендә үткәйне. Һөҙөмтәһе, әлбиттә, бар. Иҫке Собханғол мәктәбендә ойошторолған әлеге кәңәшмә лә артабанғы эшебеҙ өсөн этәргес булырына шикләнмәйбеҙ.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.