Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында сәнәғәт предприятиеларын, төҙөкләндереү объекттарын, спорт ҡоролмаларын ҡараны, шулай уҡ ҡаланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Баш ҡаланың Октябрь районында Башҡортостан Башлығы “Башкирские самоцветы” компанияһы майҙанында булды. Предприятие йәмәғәт киңлектәре, төрлө архитектура объекттары, биналар өсөн таштан изделиелар проектлау, әҙерләү, монтажлау менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, белгестәр Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле өсөн колоннада проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. 13 метр бейеклегендәге был ҡоролма Совет майҙанында урынлаштырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, һәйкәл проекты республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме менән тулыландырылды, ат статуяһынан ике яҡлап колоннада өҫтәлде. Проекттың авторҙашы, архитектор Константин Донгузов аңлатыуынса, Совет майҙаны өсөн бөтәһе 4,9 метр бейеклегендә 24 гранит колонна әҙерләнә. Ташты Учалы районындағы Мансур ятҡылығынан алғандар. Майҙа колоннада ҡуйыла башлаясаҡ.
Радий Хәбиров төҙөүселәргә уңыштар теләне һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде асыуҙың 2022 йылдың 11 октябренә планлаштырылғанын иҫкә төшөрҙө.
Аҙаҡ Радий Хәбиров Рихард Зорге урамындағы 30-сы йорт подъездарындағы ремонт барышы менән танышты, ниндәй материалдар ҡулланылыуы, эште ҡасан тамамлауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу барышында бында йәшәүселәр ҡыйыҡты капиталь ремонтлауҙа ярҙам итеүҙе һораны. Улар ямғыр ваҡытында фатирҙарға һыу үтеүен әйтте. Башҡортостан Башлығы Төбәк операторы етәксеһенә ҡыйыҡты капиталь ремонтлауҙы быйылға планлаштырырға ҡушты. Йорттоң фасады ла яңыртыуҙы талап итә. Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә йортта йәшәүселәр менән кәңәшләшеп, мәсьәләне яйға һалырға ҡушты.
Радий Хәбиров заманса япмалы “Астра Арена” боҙ майҙанында булды. Ул – Башҡортостанда шәхси инвестицияларға төҙөлгән беренсе проект. Башланғысҡа юл һалыусыһы – республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе Венер Ғимаҙетдинов. Ул Башҡортостан етәксеһенә ошо майҙан базаһында май айында “Астра” балалар хоккей мәктәбе асыуҙы планлаштырыуҙарын һөйләне. Арена рәсми рәүештә 16 майҙа асылырға тейеш.
Радий Хәбиров Рихард Зорге урамындағы 34-се, 36-сы, 40-сы, 40/1-се йорттар һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 2-се йорт менән сикләнгән торлаҡ кварталында “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше менән танышты. Бында йәшәүселәр Радий Хәбировҡа ошо программа өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар күрше ихаталарҙы төҙөкләндереү барышында тағы бер спорт майҙаны ҡуйыуҙы һораны. Республика етәксеһе Совет районы хакимиәте башлығына халыҡтың теләген иҫәпкә алырға ҡушты.
– Быйыл беҙ ҡала юбилейына ҡарата Өфө ихаталарын төҙөкләндереүгә иғтибарҙы арттырҙыҡ. Тәртип булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Нефтехимиктарҙың Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тәүге этапта 400 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы халыҡ менән осрашҡанда. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек барышында 10,5 гектар майҙанды яңыртыу ҡарала. ”Генпроект” йәмғиәтенең баш архитекторы Лариса Степанова әйтеүенсә, халыҡтың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, паркта балалар, спорт, йөрөү зоналары, хатта эттәрҙе йөрөтөү урындары булдырыласаҡ. Белгестәр биләмәне төҙөкләндереүгә, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыуға иғтибар бүләсәк. Бында балалар экология-биология үҙәге асыласаҡ. Планда – ҡышҡы теплица, шахмат клубы, дарыухана баҡсаһы булдырыу. Өфөләр паркты төҙөкләндереү проектын хупланы.
– Һуңғы йылдарҙа Черниковкаға ҙур иғтибар бирә башланыҡ, урамдарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. “Беренсе Май” паркы яңырҙы, хәҙер сират – нефтехимиктарҙың Мәҙәниәт һәм ял паркына. “Победа” кинотеатры балалар сәнғәт мәктәбе булараҡ эшләй башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Үҙенең 450 йыллығына баш ҡала яңырыу кисерәсәк.
Эш сәфәре барышында үткән күсмә кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь комплексты яңыртыу, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, транспорт эшен яйға һалыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Аҙаҡ Радий Хәбиров “Өфө” һәм ЦСКА клубтары араһындағы футбол матчын ҡараны. Уйын 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Республика етәксеһе футболды үҫтереү буйынса пландарҙың үҙгәрмәүен белдерҙе.
Динә АРЫҪЛАНОВА.