Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2022, 15:00

Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде

“Ике капитан” фильмын ҡарағандарға был ҡунаҡ яҡшы таныш.

Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килеүе тураһында яҙып сыҡты.

“Бөгөн танылған Рәсәй актеры һәм режиссеры Борис Токарев Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында ҡунаҡта. Кавериндың “Ике капитан”ындағы уның геройы Саня Григорьев бер нисә быуын малайҙарҙы “көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә” өйрәтте. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың: “Салауат тоҡомдары сигенеү белмәй” тигән девизы ошо һүҙҙәр менән ауаздаш. Артҡа сигенмәҫкә һәм бирешмәҫкә, намыҫлы, ғәҙел булырға, Ватанды яратырға һәм һаҡларға – был сифаттар бөгөн айырым әһәмиәткә эйә. Беҙҙең Ҡотопсолар музейы йәштәрҙә ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә ярҙам итер, ә кемделер, бәлки, ҡаһарманлыҡҡа һәм бөйөк эштәргә илһамландырыр, тип ышанам.

Музейҙы асҡанда ҡайһы берәүҙәр: “Башҡортостан ҡайҙа ла, Арктика ҡайҙа ята?” тип аптырап ҡалғайны. Әммә бында бәйләнеш бар, һәм ул, тәү ҡарашҡа ҡарағанда, байтаҡҡа тығыҙыраҡ. Ҡотопто тикшереүселәр араһында республикабыҙҙан сыҡҡандар байтаҡ. Музей коллекцияһы әлегә тиклем билдәһеҙ булған документтар һәм артефакттар менән тулыландырыла. Улар Төньяҡты тәүгеләрҙән булып асҡан шәхестәргә бәйле. Был теманың республика халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеүе бик яҡшы – бер йылда музейға 10 меңдән ашыу кеше килгән.

Өфө картаһында яңы йәлеп итеү нөктәһен асып, уны ошондай мөһим мәғәнә менән һуғарыуыбыҙға шатмын”, – тип яҙған Ражий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_790162

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_790162

 

Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Ҡотопсолар музейына ҡунаҡ килде
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: