Танылған шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, инде мәрхүм Ирек ағай Кинйәбулатов, ғәҙәтенсә Матбуғат йортона килгәс, минең янға инде.
– Табын ырыуы гимнының һүҙҙәрен яҙҙым, көйөн кем яҙыр икән, – тип башланы ул әңгәмәне. – Профессиональ композиторҙарға бирһәм, аҡсаны күп һорарҙармы икән?
– Ирек ағай, үҙебеҙҙең районда көй яҙған егеттәр бар бит, шуларға мөрәжәғәт итәйек!
Бер нисә аҙнанан ул яңынан минең эргәгә керҙе, һоро портфеленән флеш-карта сығарып:
– Әйҙә ҡуй компьютерыңа, тыңлап ҡарайыҡ.
Тыңланыҡ бер нисә ҡабат. Гимнға тартым, дәртле, әммә һалмаҡ, бер үк ваҡытта тулҡынландырғыс әйбер килеп сыҡҡан. Ағайҙы ихлас ҡотланым.
– Көйөн һинең ауылдашың Азамат Сәйфуллин яҙҙы, – тип һөйөндөрҙө мине Ирек ағай.
Азамат Ғәйфуллиндың Өфөләге музыка интернатында уҡыуын, һуңынан музыка училищеһын тамамлауын белә инем, баянда уйнағанын ишеткәнем дә булды, әммә уның көйҙәр ҙә яҙғанын кем белһен.
Бына шундай зауыҡлы, төрлө һөнәрҙәргә маһир кеше ул яҡташым, әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенең башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин.
Ул Муса ағай менән Рәшиҙә апайҙың ҙур ғаиләһендә иң төпсөгө ине, биш ҡыҙ араһында үҫте, шуғалыр ҙа тормош уға үҙе етмеш төрлө һөнәрҙе үҙ итергә ҡушҡандыр. Атаһы ғүмер буйы шофер, әсәһе ауылыбыҙ мәктәбендә уҡытыусы булды.
Азамат үҙе лә хеҙмәт юлын Малай ауылы мәктәбендә башланы, тәүҙә уҡытыусы, мәктәп директоры, Ҡамышлы ауыл советы рәйесе... Йәш, тырыш, ҡуйған маҡсатына ирешеүҙе булмышының мөһим бер талабы тип ҡуйған егетте үрләттеләр, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ун ике йыл тартты ул ауыр йөктө, эшсәнлеге, оҫта ойоштороусы булыуы, кеше менән кешесә эш итеүе арҡаһында Азамат Муса улы райондаштары, яҡташтары араһында оло абруй яуланы.
Ҡырмыҫҡалы районы халыҡ һаны яғынан да, иҡтисади йәһәттән дә республикалағы иң ҙур һәм көслө төбәктәрҙән һанала. Күп һанлы мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларының эшен яйға һалыу, социаль өлкәләге проблемаларҙы тейешенсә хәл итеү кеүек бурыстарҙы үтәне урынбаҫар.
Рәсәй, республика кимәлендәге төрлө сараларҙы ойоштороу, районда үткәрелгән һәр сараны күҙ уңынан ысҡындырмай контролдә тотоу ҙа уның өҫтөндә ине.
Бындай яуаплы, үтә мәшәҡәтле вазифаны намыҫ менән башҡарҙы Азамат Муса улы, әммә көсөргәнешле эш тора-бара үҙен һиҙҙерҙе, дауахана, ҡатмарлы операция...
Ике-өс йыл еңелерәк эштә йөрөп һаулығын нығытҡас, кире үҙенә таныш һәм яҡын хеҙмәткә ҡайтты – Иҫке Бәпес ауыл биләмәһен етәкләне. Совет заманында ауылда колхоз рәйесе йәки совхоз директоры абруйлы булды, бөтә мәсьәлә-проблемалар буйынса уға мөрәжәғәт итәләр ине, сөнки уның ҡулында – аҡса, техника, материаль сығанаҡтар.
Хужалыҡтар тарҡалғас, был мәшәҡәттәр ауыл советы рәйесе (элеккесә әйткәндә) өҫтөнә төштө. Әммә шуныһы бар, рәйестең хоҡуҡтары, эш даирәһе ҙур булһа ла, финанс мөмкинлектәре самалы, бюджеттан килгән йә иһә һалымдан алынған аҡса, ауылса әйткәнсә, бөтә “тишек-тошоҡтарҙы” ла ҡапларға етмәй, тартып-һуҙып көн күрергә, өҫтәмә мөмкинлектәр эҙләргә тура килә.
Әлбиттә, был проблемалар Азамат Муса улы етәкләгән биләмәгә лә хас, әммә инициативалы, үҙ эше өсөн янған кеше булараҡ, ул яйын таба белә, урындағы мөмкинлектәрҙе, русса әйткәндә, эске “резервтарҙы” файҙаланып, халыҡтың тормошон яҡшыртыу, көнкүреше кимәлен күтәреү буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Әйтәйек, ул ошонда килгәс, бөтә ауылдарҙа ла урамдар тулыһынса яҡтыртыла, һәр ерҙә сүп-сар һауыттары өсөн махсус майҙансыҡтар булдырылған, элекке һымаҡ сүп-сарҙы кәртә артына сығарып түгеү юҡ.
Азамат Муса улының башланғысы менән мәктәп урамында, ауыл советы бинаһы тирәләй шыршы ағастары ултыртылған, ҡойма-кәртәләр яңыртылған. Былтыр Иҫке Бәпес ауылында уның етәкселегендә төҙөлгән иман йорто – мәсет асылған. Һанай китһәң, ошо дүрт-биш йыл эсендә биләмәлә әллә күпме эш башҡарылған.
Күптән түгел мин ул ауылға барып килдем, дөрөҫөрәге Азамат энекәш саҡырҙы. Баҡтиһәң, улар Иҫке Бәпес ауылына арналған китап сығарырға йөрөйҙәр икән, ҡулъяҙмалары әҙер, мөхәррирләүҙе һоранылар. Әлбиттә, мин ризалаштым, нисек инде Малай ауылының “һыңар тәртә” тип йөрөтөлгән урамында бергә үҫкән күршегә ярҙамлашмайһың!
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Ғәйфуллин тотонғас, Иҫке Бәпес ауылы халҡы был яуаплы, әммә сауаплы эште лә уңышлы атҡарып сығыр, тим!
Фәнил ҠОҘАҠАЕВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.