Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 14:29

Таҙалыҡ директоры

Уны балалар ярата. Уҡытыусылар ныҡ хөрмәт итә. Бигерәк тә башланғыс класс уҡытыусылары үҙҙәрен унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Бик йыш булмаһа ла, тәнәфес ваҡытында берәй документты уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫарына илтер өсөн бер-ике минутҡа класты ҡалдырып китергә кәрәк булған осраҡтарҙа иң тәүҙә беҙ уға өндәшәбеҙ: “Гүзәл апай! Уҡыусыларымды ҡарап торсо әле...” Бөтәбеҙгә берәү генә булған, ҡояштың үҙендәй көләкәс кенә был апайға беҙ ныҡ ышанабыҙ.

Хеҙмәт ветераны Гүзәл Салауат ҡыҙы Ғәлина беҙҙең гимназияла оҙаҡ йылдар дауамында, ә дөрөҫөрәге, теп-теүәл 25 йыл йыйыштырыусы булып эшләй.

Киң күңеле уны бер ваҡытта ла яңғыҙ итмәйҙер. Янында булған һәр кемгә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәте лә бала сағынан уҡ булмышына һеңгәндер. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында ете бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә иң өлкәне булып үҫә ул. Ҙур ғаилә атайһыҙ тороп ҡалғанда, уға ни бары 25 йәш тулып өлгөрә. Шул саҡта, әсәһенә әҙгә генә булһа ла еңелерәк булһын тип, кесе туғандары өсөн яуаплылыҡтың күп өлөшөн үҙ иңенә алырға тырыша. Йылдар үткәс, яҙмышының сәскәләй ошо осоро тураһында һөйләгәндә, үҙенән көлөп, “хатта кейәүгә сығырға онотҡанмын”, тип ҡуясаҡ...

Шаярыу ҡатыш әйтелгән ошо һүҙҙәр артында туғандарына, дуҫтарына, эшенә арнаған тотош тормош юлы ята Гүзәл апайҙың, сабыр холҡо, тынғыһыҙ гүзәл тәбиғәте сағыла, теүәллеккә һәм бөтөнлөккә булған ынтылышы тойомлана.

Беҙҙең мәктәптә уның ҡулы теймәгән берәй ер бармы икән? Юҡтыр... Ул һәр ваҡыт таҙалыҡ һағында, ул һәр ваҡыт бөхтәлек яғында... Ҡулынан сепрәге бер ваҡытта ла төшмәй тиерлек. Яйы сыҡҡанда йылы мөғәмәлә аша гимназия уҡыусыларын да матурлыҡҡа, йыйнаҡ­лыҡҡа өндәй ул.

Мин уны әллә ҡасандан “таҙалыҡ директоры” тип атайым, сөнки инде күбебеҙҙән олораҡ булыр гүзәл йәшенә еткән Гүзәл апайыбыҙҙың бар хәстәре – таҙалыҡ булдырыу. Сираттағы дәрес­тәрҙең һуңламайынса ваҡытында башланыуы өсөн талап ителгән иң ябай, әммә иң беренсел шарттарҙың береһе – таҙалыҡты булдырыу.

Рәмилә ТОРОМТАЕВА, Сибай ҡала гимназияһы уҡытыусыһы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Читайте нас в