Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2022, 14:40

Телең булһын кейемең

“Имен-аман торайыҡ!” —

тип теләп,

Һүҙем менән сығам илемә.

Әйткәндәрем йөрәгемдән килә,

Яуаплылыҡ һала иңемә. 

Был юлы ла үҙәктә тел күркәмлеге булыр: уға ҡарап ҡаршылайҙар ҙа, оҙаталар ҙа.

 

Автор.

 

 Телдәребеҙ талмаһын, үкенескә ҡалмаһын

 

Һәр кем, һәр нәмә, һәр дәүер телгә йоғонтоло. Тел үҙе лә бөтә кем менән бөтә нәмәгә, бөтә осорға тәьҫирле.

Һин һөйләшмәһәң, ул өҫтән ҡараһа, быныбыҙ кәрәкмәй тиһә, ҡарауһыҙлыҡ китә, тәрбиәһеҙлек етә. Матди яҡ — затлы яҡ, әлбиттә, икмәк юҡта хикмәт тә юҡ, ләкин рухиәтһеҙ ул үҙе лә ҡотһоҙ, һутһыҙ. Унһыҙ буш, уның менән — ҡуш. Матдилыҡтың телгә биргән, тағы ла күберәк бирә алған файҙаһын тормош күрһәтә лә килә: дәүләт ойошторған саралар, төҙөткән мәктәптәр, астырған башҡа ойошмалар, киң мәғлүмәт сараларына ярҙам эҙһеҙ ҡалмай.

Ҙур, бәләкәй юҡ бында. Байтаҡтан инде ауылда йәшәү рәүеше үҙгәргәненә, мәҫәлән, малсылыҡ менән шөғөлләнеү кәмегәненә, аяныс белдерәбеҙ. Замандашым дәлилдәре менән килешмәй ҙә булмай бер яҡтан: малсылыҡтан килгән ризыҡ һатыуҙа, эйе, осһоҙораҡтыр ҙа, малға аҙыҡ йыйнау ҙа ауыр, етмәһә, ҡоро йылдар сылбырлап теҙелде, быйылғы ҡышты ана нисек сығып киленгәне лә аңлашыла. Әммә бының да, бер килеп, бик уйламаҫлыҡ та һөҙөмтәгә – ер-һыуға хоҡуҡ йомша­рыуға, йәнә лә атамаларының онотолоуына, тимәк, тел наҡыҫайыуға килтереүе бар.

1999 йылдың ноябрендә туған телдәр көнө иғлан ҡылынғанын беләбеҙ. Донъяла алты меңдән ашыу иҫәпләнгән телдең яртыһына тиерлек юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай, тип раҫлана белешмәләрҙә. Һәм быны тыныс ҡына белдереп тә булмай, өҫтәп-өҫтәп өндәү билдәләре ҡуйыу дөрөҫ, сөнки шундай ҙа байлыҡ юғалһа, әллә күпме аҡса түгеп тә тергеҙеп булғыһыҙ хазина ла баһа ул. Туған тел — һәр халыҡтың тибеп кенә торған йөрәге, таянып ҡына торған терәге.

Туған тел булған тел булып ҡалмаһын, унда һөйләшеп телдәребеҙ талмаһын.

 

Айырғанда айыу ашамаҫ

 

“Тигәндәйме”, “тигәндәнме”? “Әйткәндәй” менән ни ҡылайыҡ? Тәүгеләре бер мәғәнәле һымаҡ. Икеһе лә файҙаланыла — кемгә нисек оҡшай шикелле. Тәүгеһе йышыраҡ шулай ҙа. Әммә, минеңсә, айырып ҡарау хаҡ.

“Тигәндәй” ниндәйҙер киң билдәле нәмәгә таянғанда, мәҫәлән, мәҡәл йә әйтем килтерелгәндә, дөрөҫ тигән уйҙамын.

2021 йыл ғинуарындағы тура эфирҙарымдың береһен: “Ауыртҡан ерҙән ҡул китмәй, тигәндәй, бөгөн дә уртаға йоғошло ауырыу мәсьәләһен һалабыҙ”, — тип астым.

Ковид (башҡортсалаштырып “кәүит” тип тә ҡуйғылайым уны) мәле булһа ла, мал сире күҙҙә тотолдо — сусҡаларҙа Африка тағуны шашҡан, ян-яҡлап һөжүм ителгән осор ине.

“Әйткәндәй”ҙе урынлы-урынһыҙға йәбештереү күп, бөтөнлөк унһыҙ ҙа булған хәлдә лә шулайтыла. Миҫалға, нимәнелер сафҡа индереү тураһында хәбәрҙә артабан, әлеге һүҙ аша, нисә кеше һыйҙырышлылығы йә башҡа өҫтәмә мәғлүмәт бирелә. Бында ул төптө кәрәкмәй, алып ырғытһаң да ап-асыҡ. Әллә матур яңғырағанға, әллә күпер урынына ғына һалына. 

Ошонан ситләшеүҙең бер юлы — “тигәндән”.

“Бизмән тигәндән, теүәл һандар ҙа билдәле”, — тинем 2016 йылдың октябрендә. Шунса күрһәткестән түбәне ярлылыҡҡа ингәнен, бынсаһы уны ла аша сыҡҡанын хәбәр ҡылдым. “Нисек байырға?” тип атағайным тапшырыуҙы — яңғырауыҡ исем менән иғтибарҙы күберәк йәлеп иттерергә тырыштым ғына түгел, йөкмәткене лә күрһәттем. Хәйер, тәүге маҡсат та хәбәрсегә ят булмаһын, юҡһа ни өсөн тырыша ул.

“Бизмән тигәндән”, тип бына ниңә ҡабатланым. Башта:  “Фәҡирлек нимә ул? Ҡайһы бизмән уны үлсәй? Һорауға аныҡ, етмәһә, ҡыҫҡа яуап биреү, күпме тырышһаң да, мөмкин түгелдер — ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Ябайлаштырып әйткәндә, кешенең үҙенә кәрәкле нәмәләргә түләй алмауылыр, — тигәйнем, шуға ул.

Тарайтыла

 

“Вопрос”ты “һорау” тип кенә тәржемәләү бөтмәй. “Мәсьәлә” тигәне ситтә ҡала һаман. Үҙем “тел тойғоһо” тип йөрөткән ҙур донъя тарайтылып ҡуйыла шулай.

Айырыр өсөн икеһен махсус яҡын ҡулланғаным да бар.

2021-ҙең февралендә, һалҡын, тыныс, матур кистәрҙең береһендә: “Мәсьәләләр ҙә, һорауҙар ҙа күп”, — тип бер һөйләмдә үк, өтөр аша ғына, ҡуйҙым.

“Мәсьәлә” тигәндә мәктәптә ашатыу сифаты күҙҙә тотолдо: “Белем алған алдына телем ниндәй һалына? Ата-әсәләр сифаты менән ризаһыҙ. Йәмғиәт был яҡлап бер бөгөн генә ҡуҙғыманы, үткән йылдарҙағы яңылыҡтар таҫмалары ла раҫлай ошоно. Ә быйыл мәсьәлә, иҡтисади ҙур проблемалар менән бергә, республика етәксеһе мөрәжәғәтнамәһенә үк инде. Хөкүмәттең киңәйтелгән кәңәшмәһендә башлыҡ яңынан күтәрҙе: “Мәктәптәрҙә ашатыу буйынса ни тиклем күберәк эшләйбеҙ, шунса ялыуҙар ҙа ишәйгән кеүек, — тине. — Бар икән, тимәк, ҡайҙалыр етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Бөтә ерҙә лә ошолай тимәйем, ҡайҙалыр тәрилкәләр тиҙ бушай, ә бәғзеләрендә баш тарталар”. Бөтә ғаиләләр ҙә етеш донъя көтмәй, мәктәпкә ашамлыҡ өсөн йөрөү ҙә бар, тиелеү ҙә — әсе һүҙ, әммә хәҡиҡәт.

Мәсьәлә буйынса инеш һүҙ тамамланғас студия ҡунағына һорауҙар төбәлде.

 

Уҡыусым нисек уйлай?

 

Тел — йөкмәтке генә түгел, форма ла ул минең өсөн. Ошоно ижадымда, бигерәк тә хәбәриәттә гел иҫтә тотам. Һүҙҙәрҙе яңыса ҡулланып, уларға иғтибарҙы көсәйтергә теләгәндән был.

2022 йылдың 16 февралендәге тапшырыуға сценарий яҙғанда: “Рәсәй империяһы менән Наполеон Францияһы араһындағы Ватан һуғышына 210 йыл тула быйыл”, — тинем башта. Ғәҙәти һөйләм. Ҡыҫҡа булһа ла, мәғлүмәти йәһәттән оҙон — Рәсәйҙең ул саҡта әле империя булғаны ла бар, Бонопарт исеме лә атала. Ошондай һөйләмдәр үҙемә оҡшай, киң билдәле нәмәләрҙе раҫлап ултырмау менән хуш. Ә был минең өсөн ифрат мөһим: ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарҙы, ҙурҙан алғанда, зауыҡлы, ғилемле, интеллектуаль кимәлле кешеләр тыңлағанын иҫәпкә алғанда, былай ҙа киң мәғлүм нәмәләргә ваҡыт бүлергә кәрәкмәй, тигән уйҙамын.

Һәйбәт теҙмә килеп сыҡты. Ләкин күпменәндер яңынан уҡып ҡарағас, форма яғы тартып алып китте лә, “йыл” һүҙен үҙен асыҡлаған туғаны 210 һанынан ситләштереп ҡараным: “... 210 быйыл йыл”. Һанға интонация баҫымы төшөрөп уҡып ҡарағайным, аңлашылып тора. Уҡыусым нисек уйлайҙыр, ә тыңлаусым ҡабул итер кеүек тойолдо.

“Алты ай ғына барһа ла, алты йылдан да ҡаты һуғыш ул, тарихыбыҙҙа тәрән эҙле”, — тинем тапшырыуҙың бер өлөшөндә. “Аҡман-тоҡман алты көн, алты айҙан да ҡаты көн” әйтеменә ишараланды. Әммә бының шунда уҡ аңлашылғаны әле булһа шик тыуҙыра. Ә нимәгә һуҡтырылғаны ярты һүҙҙән аңлашылып торорға тейеш, шунһыҙ әйткәнең ябай ҡала, балҡымай.

“Француз илбаҫарҙарының да, Рәсәйҙе һаҡлаусыларҙың да хәрби ҙә, хәрби түгел дә юғалтыуҙары ХХ быуатта бер-бер артлы ҡупҡан донъя һуғыш­тарындағы менән сағыштырғыһыҙ, шулай ҙа тетрәндермәй ҡалмай”, — тигә­немде лә әйтәйем. Йәнә лә тел яҡлап  уңышты күрһәтәйем — еңелсә рифмалап ебәргәнемдән, унан да бигерәк баш­ҡорт теленең боронғолоғон, күркәм­леген күргәҙмә ҡылған күренеш — бер төрлө ялғаулы ҡылымдарҙың теҙелеүе үҙемә лә оҡшаны: “Башҡорт яугирҙә­ренең дә илебеҙ Рәсәй азатлығы тип сираттағы ҡалҡынғаны, ҡаһарманлыҡ ҡылғаны был, Европала һәйкәлдәр булып күтәрелгәне, ҡаҙалған уғының һаҡланғаны, йәнә табылғаны ла табылғаны”.   

Алты ай барған һуғыш тигәндә уның Рәсәй биләмәһендәге өлөшө күҙҙә тотолдо, ә артабан сит ил походы башланғанын, 1814-тең мартында Парижға башҡорт атлыларының да ингәнен беләбеҙ.

“Яуға сапҡан халҡыбыҙ, данға сыҡҡан атыбыҙ, тип яһайыҡ йомғаҡты. “Ат” һүҙе бында — йылҡы ла, исем дә мәғәнәһендә”, — тинем аҙаҡта. 

 

Һинең камиллығың да кәрәк

 

Радиохәбәрсене тауыш менән эш иткән, тимәк, ниндәйҙер талаптарға яуап биргән тип төшөнәйек, кеше булараҡтыр, телевидение өсөн сериалдар дубляжына саҡырғылайҙар.

— Тәржемә менән булышҡансы үҙегеҙ төшөрһәгеҙ! — тиеүселәр барҙыр. Дөрөҫ тә әйтелә. Кинолар эшләнмәй ҙә түгел, әммә әҙерәк, әлбиттә — күбәйтергә ине. Тарихи булмаһалар ҙа ярай, ябай ғына көнкүреш сюжеттары ла бара, сөнки һәр ҡайһыһы үҙ нәүбәтендә телде үҫтерә.

Тел тигәндән, һуңғы арала үҙемдең тауышым ингән бындай проекттар күпселектә Ҡаҙағстандан алынған һәм унда ҡағыҙҙағы текстан, кадрҙағы субтитрҙарҙан тыш актерҙарҙың әйткәненә лә диҡҡәт ҡылам, айырыуса орфоэпияға иғтибар итәм. Был файҙаға ғына, сөнки үҙебеҙҙә лә ҡулланып булырҙай нәмәләр осрай. Лексикаға килгәндә, ошоғаса “рәссам” һүҙенә синоним рәүешендә “һүрәтсе” тип тә ҡуйғылай торғайным, әммә бында осмот ҡына булһа ла бешеп етмәгәнлекме, еңел-елпелекме сағылғандай ине, шуға уны кешеләргә ҡарата ҡулланманым — мәҫәлән, тәҙрәгә һүрәт төшөргән ҡышҡы һыуыҡты атағаным булды. Ә әлеге сериалдар башында, ижади төркөм тураһында мәғлүмәт яҙылғанда, ҡуйыусы-рәссам ана шулай “һүрәтсе” тип бирелгәйне. Хәҙер инде, шигем, артҡа сиген. Ғөмүмән, телдә лә өйрәнеү, күнегеү күренеше бар: башта ят тойолған һүҙҙәр ҙә, йыш ҡулланылһа, лөғәткә ята ла китә.

Сериалдар тәржемәләүҙә ҡатнашыуҙың етди ижтимағи-сәйәси журналистика менән шөғөлләнгән кешегә килешеүе, бәлки, әҙҙер, төп юлынан ситләштерәлер, был турала уйланмайым түгел, әммә күңелем ижадтың башҡа өлкәләрендә лә асыҡлыҡ даулай — мәҫәлән, гармун уйнамайыраҡ торһам, йөрәгем асыға.

Ә кино тылмаслау мәсьәләһе буйынса социаль селтәрҙәрҙең береһендә былай тип хәбәр иттем: “Телесериал тәржемәләгәндә шулай ҡырҡҡа булмаһа ла дүрткә бүленеп тә китәһең — һинең тауышың менән бер нисә актер һөйләп ҡуя. Ҡыҫҡа ғына итеп, ауыҙ эсенән генә йырлап та маташылды был юлы. Ошоларҙан күҙлек ҡырынайған хатта. Яңы мәҡәл тыуҙы бына: “Күҙлегең ҡыйшайһа ла, һүҙлегең төҙ ҡалһын”.

“Дүрткә ярылыу” тигәнем бына нимәнән. Берҙән, әллә ҡолаҡсын са­маһыҙ ҡыҫҡан, әллә шул хәтлем киноға инеп киткәнмен дә шылғанын һиҙмә­гәнмен — фотола күҙлек ҡырын сыҡҡан. Икенсенән, фото урын­лаштырғанда ла ижадилыҡ күрһәтергә теләп, смартфон ҡушымталарының береһендә махсус эффект ҡулландым — кадр дүртәүгә әйләндерелде: ғәҙәти хәлемдә икәүмен һәм баштүбән икәүмен.

Фильмға инеп китеү тәңгәлендә лә һүҙ күрке өсөн генә әйтелмәне, был бик ихтыяжлы, сөнки сит телдә һөйләшкән актер башҡорт тамашасыһына һин булып ҡарай. Сәхнә оҫталығында телмәр һис ситен тормай — һинең камиллығың да ифрат кәрәк.

 

Яңынан яҙыуға тиң

 

Үҙем яҙғанды ла тәржемәләйем йыш ҡына. Ҡайһы ваҡыт төп нөсхәне үҙгәртеп ебәрәм хатта. Мәҫәлән, бер хикәйәмдең башҡортсаһында: “Ай күтәрелә төштө, яҡтыһы ла көсәйҙе, гүйә, ҡабат мәңге осрашмаҫ ике йәш йөрәктең хушлашыу мәлен яҡтыртҡыһы, иҫтәрендә тәрәнерәк ҡалдырғыһы килде”, — тигәйнем, руссаһында айҙы, киреһенсә, болот артына йәшерҙем.

Үҙеңдеке менән ҡыйыу ҡыланаһың: өҫтәйһең, ҡыҫҡартаһың, боҙаһың, бораһың, яңылай ҡораһың. Гәзит йә журналда ҡасандыр баҫылған төп нөсхә — үҙенә күрә бер документ, әлбиттә, әммә, берҙән, әлеге иркенлек уны йәмһеҙләмәй, икенсенән, сит телгә ауҙарыу әҫәрҙе яңынан яҙыуға тиң. Өсөнсөнән, тылмаслау тиҫтә йылдар уҙғас та башҡарылып ҡуйыла, ә шул арала донъя үҙгәргән, ул саҡта әҙәм ышанмаҫ тойолған нәмәләр бөгөн тормошҡа ашҡан. Фәлсәфәүи ҡарашың да башҡараҡ хәҙер һинең — олоғая киләһең, донъяны тойоуың бүтән, һығымталарың башҡа.

 

Дауам итһен, киләсәккә етһен

 

 Интервьюла күберәк студия ҡунағынан һөйләтеү кәрәкһә лә, автор һүҙе лә булырға тейеш, тигән ныҡлы уйҙамын. Быны төрлөсә башҡарып була. Мәҫәлән, һорауҙарың төплөлөгө менән. Уларҙың үҙендә үк анализ ятһын. Оҫталыҡтың ҡыҫҡалыҡта икәне ошонда ла иҫбатлана. Ҡабаланма, был шунда уҡ һиҙелә, кешенең ғәҙәти темпынан тайпылғаны яҡшыға килтермәй — тәбиғилек кәмей, ыҡсымлыҡҡа әҙ менән күпте әйтеү аша өлгәш. Быға миҫалдарҙы күп килтерә алабыҙ: артыҡ һүҙҙәрҙе генә түгел, мәғәнә шунһыҙ ҙа асыҡ икән, ялғауҙарҙы ла йәлләмәй ҡырҡ, тапшырыуың ижтимағи-сәйәси булһа ла, һүҙ оҙон-оҙон атамалы ниндәйҙер рәсми документтар тураһында барһа ла, быларҙы публицистика стиленә, ә радиола инде хатта йәнле һөйләү теленә һал. Мәғәнә боҙолмауы, теүәл төшөнөлөп тороулыҡ ҡына шарт. Ошоно үҙем киң ҡулланам, алдан әҙерләгән һорауҙарымды йөҙ уҡыйым, уҡыған һайын киҫәм. Студия ҡунағы һинең һыу буйы һорауыңды түҙемле тыңларға мөмкин, әлбиттә, әммә самаһыҙ һонтайып китһә, төп фекерҙе аңламаҫҡа ла мөмкин. Ә рулдә барғандамы, аш-һыу яраштырғандамы ҡолаҡ һалған радио тыңлаусы тәңгәлендә һүҙ ҙә юҡ.

Икенсе ысул, быныһын мин иркен файҙаланам — ишле инеш һүҙ. Автор журналистикаһы әҙ бөгөн, тигән фекер бар. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә мин тап ошо инештәрҙе шуға тиңләйем, сөнки ниндәйҙер өлкәләге проблемалар билдәләнә, хәл һүрәтләнә, ниәттәр әйтелә, тарихҡа мөрәжәғәт ителә, шәхси фекер белдерелә, фараздар ҡылына.

Өсөнсөһө, уныһы йыш ҡына икенсеһенең аҙағы ла булғылай — йомғаҡ яһау. Ғөмүмән, журналистикала йомғаҡ булырға тейеш, минеңсә. Ҙурмы, бәләкәсме— яһалһын. Хәбәрсенән был тәрәнлек талап итә, көс һалмай булмай, әммә кәрәк, юғиһә, әңгәмә йөкмәткеһе аҙаҡҡа онотолоп китеүе ихтимал. Йәнә лә радио менән телевидениела кеше саҡырып эшләнгән тапшырыуҙарҙы, ниндәй генә етди мәсьәләләр ҡаралмаһын, шоуға тиңләгәнемде бер әле генә әйтмәйем — аҙаҡта киләсәккә өмөт уятмалы нимәлер хәбәр ҡылыу хаҡ, минеңсә. Ошоно үҙем дә башҡара киләм, студия ҡунаҡтарынан да гел үтенәм. “Һөйләп ултырып-ултырып, мин исем, вазифаларығыҙҙы атағас, шым ҡалһағыҙ, килешмәҫ”, — тигәнем йыш.

Әле раҫлағаныма миҫал рәүешендә 2021 йылдың 19 мартындағы эфирымды килтерәйем. Епшек ҡарлы, яман буранлы йома кисе ине был. Әбйәлилгә ҡунаҡҡа ҡараңғыға ҡалһам да сығыр ҙа китермен, тигән ниәтемдән баш тартырға тура килде хатта. Хатта, тим, сөнки Белорет тауҙарының һәр ҡарышы тиерлек таныш, һәрмәнеп тә барған бар.

“Бөгөнгөңдә боронғоң да өлөшлө, мул өлөшлө”, — тип башлап ебәрҙем инешемде. “Бөгөнгө” менән “боронғо” һүҙҙәренең ауаздашлығы ла ситен түгел ине бында, махсус уйлап эшләнде, сөнки радиола тәүге һүҙең менән иғтибарҙы тартыу, ҡалғандары менән аҙағына еткереү, йомғаҡ менән иҫтә ҡалдыртыу мөһим. “Өлөшлө” һүҙенең ҡабатланыуы тавтология түгел, көсәйтеү.

“Үҙ заманыңда тыуһаң-йәшәһәң дә, үҙеңде үҙең генә тип уйлаһаң да, ысынында, ҙурҙан алғанда, һиндә ата-бабаларың йөрәге тибә, уларҙың ҡаны аға, — тип дауам иттем. — Тышҡы яҡлап ниндәйҙер үҙгәрештәргә дусар ҡылынаһыңдыр — мәҫәлән, аралашҡан телең икенселәнгән, әммә быуаттар төпкөлөнән килгән булмыш, рух, күңел, донъяға ҡараш, әҙәм балаһына хас башҡа сифаттар төшөп ҡалмай. Быға миҫалдарҙы һанһыҙ килтерергә була, күпләп теҙеп тормайыҡ. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн көнкүреш кимәлендәге өлгө менән генә сикләнәйек: баҫып килгән ҡала мөхите уратымындағы бала ла, башҡортлоғо ирек даулап, милли ризыҡты үҙ итә: йылҡы итен хуп күрә, ҡоротло һурпа ярата һәм башҡалар.

Тел тип тә исемлек тулылығы өсөн генә әйтелмәне, ситтән ҡарағанда, тәү баҡҡанда, эйе, төп сифат булған уның да милләтте гел генә билдәләмәгәне лә йәмғиәттә бөгөн һаман тәрәнерәк төшөнөлә. Бында белгестәрҙең, йәмәғәтселәрҙең, айырыуса тарихсыларҙың аңлатыу эше мөһим — аңлау менән асыҡлыҡ, тимәк, донъя шымалығы ла килә, шулай тигәндә хужалыҡ эштәре, ниндәйҙер матди уңайлыҡтар күҙҙә тотола. Күҙәтеүҙәр, тап итеүҙәр, шаһит булыуҙар шуны күрһәтә: боронғоһон белгән бөгөнгөһөндә ныҡ баҫып тора. Еңел-елпе ҡарамағандар, мәсьәләнең төбөнә бағырға яратҡандар, шуға күнеккәндәр ниндәй генә хәлдә лә, ваҡиғала ла фекерле, үҙ-үҙенә ышаныулы.

Инеш менән төп һүҙ араһында бәйләнеш булһын. Булмаҫтайҙа  быны һорау менән атҡарырға мөмкин. Ниндәйҙер өлкәлә белгес түгел хәбәрсенең нимәнелер белеп етмәүе йә яңылышлыҡ ысҡындырыуы, мәҫәлән, һандар атағанда хаталаныуы, ихтимал, ә бәйләнеш барҙа быны төҙәтеп була. Шуға күрә тәүге һорауым ҡунаҡтарҙың мин әйткән менән килешеү-килешмәүенә лә ҡарағылай. “Инеш һүҙҙә раҫланған менән ризаһығыҙмы: тарихи факттар, бәләкәй генә булһа ла белешмәләр менән кешенең милли үҙаңын яҡтыртып ебәреп буламы, быға һуңғы йылдарҙа миҫалдар бармы?” — тип һораным ул көндө лә.

“Ошо аҙнала Пермь крайында Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре үткәненә нигеҙләнеп, милли мәсьәләләр тураһында һөйләштек, — тип йомғаҡланым. — Милли тамырҙарҙың иҫ киткес мөһимлегенә ишаралап, һүҙҙе бөгөнгөңдә боронғоң да өлөшлө, тип башлап киткәйнек, шуны йәнә лә үҫтерә биреп, былай тамамлайыҡ: булырыңда әле булып ятҡандың да урыны киң. Йәғни донъя нисек кенә үҙгәрмәһен, ата-бабаларың рухы дауам итһен, киләсәккә лә етһен”.

 

Рәсүл СӘҒИТОВ, хәбәрсе һәм яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Читайте нас: