Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы биләмәһе башлығы Вадим Сәйфуллин менән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын ойошторған саҡта танышып киттек. Ул үҙенең теремеклеге, етеҙлеге, ҡушҡан эште шунда уҡ башҡарып барыуы менән айырылып торҙо.
– Сылтырап аҡҡан йылға,
зәңгәр һауа –
Бөтәһе лә миңә бик яҡын,
Был – минең тыуған ерем...
Ошо шиғырҙан өҙөктө бала сағымдан уҡ һөйләргә ярата торғайным. Бөгөн иһә был шиғыр юлдары тыуған төйәгемде йәмләндерергә һәр иртә бөтмәҫ илһам бирә, – тип уртаҡлашты Вадим Дамил улы.
Вадим Сәйфуллин республикабыҙҙың йәмле тәбиғәте менән дан ҡаҙанған төньяҡ-көнсығыш районында урынлашҡан Арыҫлан ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй.
Арыҫлан ауыл биләмәһе бик ҙур һәм район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан. Биләмәгә ете ауыл ҡарай: Арыҫлан, Туғыҙлы, Ҡолбаҡ, Сирбай, Аҫылғужа, Иҙрис, Әбдрәзәк. Бөгөнгө көндә ауыл биләмәһендә 1732 кеше йәшәй.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы – бик яуаплы вазифа. Көн һайын урындағы халыҡтың төрлө һорауҙарын хәл итергә, килеп тыуған ауырлыҡтарҙа ярҙам итергә кәрәк. Ваҡ, кәрәкмәгән эш тигән һүҙҙәр тап килмәй бында, сөнки бөтә һорауҙар ҙа мөһим.
– Был яуаплы вазифала мин яңы кеше, 2020 йылдан эшләйем. Шуға ҡарамаҫтан, хәтһеҙ ҡаҙаныштарға өлгәштек. Үткән йылдарға ҡарағанда, ауыл биләмәһенең кереме бер ярым тапҡырға артты һәм 2 миллион 174 мең һум тәшкил итте. Былтырғыға ҡарағанда, керемдәр 37 процентҡа үҫте – былар барыһы ла ауыл биләмәһе инвестициялары. 2020 – 2021 йылдарҙа бик күп эштәр башҡарылды. Шиҙәле йылғаһы аша күпер төҙөлдө, был эшкә 27 миллион һум аҡса тотонолдо. Күпер стратегик мөһим объект булараҡ, Ҡолбаҡ, Сирбай, Әбдрәзәк ауылдарын райондың башҡа тарафтары менән тоташтыра. Шул уҡ ваҡытта 2 миллион 600 мең һумға ауыл урамдарында капиталь ремонт үткәрелде. Арыҫлан ауылында һыу һурҙырғыс башняға капиталь ремонт эшләнде, яңы талаптарға тап килгән һыу таҙартҡыс ҡуйылды. Эсер өсөн тәғәйенләнгән таҙа һыу – ул халыҡ сәләмәтлегенең төп өлөшө. Быйыл Туғыҙлы ауылындағы һыу һурҙырғыс башняны капиталь ремонтлау һәм яңы һыу таҙартҡыс ҡуйыу планлаштырылған, – ти ул.
Вадим Сәйфуллин белдереүенсә, был эштәр бөтәһе лә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы Гордиенко һәм уның командаһы ярҙамында башҡарылған. Әлбиттә, берҙәм команда булып, бергәләп эшләһәң генә кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
2020 йылда Ҡолбаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ бүлеге асылған. Әйткәндәй, ауыл биләмәһендә барлығы алты фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.
Спорт менән шөғөлләнеү – күп ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, тигәнде аңлата. Арыҫлан ауылында көрәш залы бар. Унда тренер булып Валерий Ғәли улы Зөлҡәрнәев эшләй. Ул үҙенең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә республикала һәм донъя кимәлендә танылған спортсылар тәрбиәләүгә өлгәшә.
Яҡшы саңғысылар базаһы ла эшләп килә. Тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа еңеүҙәр яулай.
“Спортсыларға төрлө ярҙам күрһәтеү, сәләмәт тормошто популярлаштырыу, халыҡ араһында төрлө саралар ойоштороу – бына беҙҙең ауыл биләмәһе хакимиәтенең төп бурыстарының береһе”, – ти ауыл биләмәһе башлығы.
Был йүнәлештә лә һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр: күп кеше скандинав йөрөүе, саңғыла шыуыу менән мауыға. 2021 йылда, ауыл биләмәһе командаһы саңғы эстафетаһында Ҡыйғы районы башлығы кубогын яулаған, ә быйыл “көмөш” призер булған.
Ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса 2020 йылда Туғыҙлы ауылында балалар майҙансығы төҙөлгән, “Сафия” шишмәһе һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелгән.
“Сәскәләр баҡсаһы”, “Яңы йыл мөғжизәләре һандығы” конкурстарын ойошторалар. “Сәскәләр баҡсаһы” конкурсы халыҡты баҡсаларында сәскәләр үҫтереүгә, биҙәүгә, йорт тирәһе биләмәләрен йәшелләндереүгә, ағастар һанын күбәйтеүгә дәртләндерә. Еңеүселәрҙе электрон тауыш биреү ярҙамында билдәләйҙәр һәм уларға дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшыралар.
– Был ҡатмарлы заманда беҙ ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ла эш алып барабыҙ. Ҡолбаҡ ауылында “Апи-йорт” эшләй башланы, оҙаҡламай “Айыу мөйөшө” туристик базаһы үҙ ишектәрен асыр, тип уйлайым.
Туғыҙлы ауылында “Биотех Туғыҙлы” ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Әлбиттә, был һөҙөмтәләр халыҡ, старосталарҙың берҙәм эше, депутаттар, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ярҙамында башҡарыла.
Берҙәм эш менән беҙ бик күп һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип уйлайым. Берҙәм булыу – ҙур көс! – ти Вадим Дамил улы.
Урын кешене биҙәмәй, ә кеше биҙәй урынды. Вадим Сәйфуллин кеүек егеттәр барҙа, ауылдарыбыҙ тағы ла балҡып сәскә атыр.
Рәмилә МУСИНА.
Ҡыйғы районы.