Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә кемгәлер ялланып эшләү йәки ябай ғына ярҙам өсөн аҡса алыу ят күренеш ине. Әммә заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн беҙ, теләйбеҙме-юҡмы, капиталистик ҡоролош, баҙар иҡтисады шарттарында йәшәргә мәжбүрбеҙ. Үҙең – уңышлы булам, ғаиләң лайыҡлы йәшәһен тиһәң, аҡса таба белергә тейешһең.
Оло ғына йәштәге күрше апайҙың бабайы ауырып, дауаханаға инде. Бысылып ярылған бер машина утын ишек алдында ятып ҡалды. Бер көнө ике йорт аша йәшәгән 12-13 йәшлек ике үҫмер утынды һарайға ташый ине.
Кискә күршем ҡыуанып һөйләй:
– Эй, һәйбәт булды, анау малайҙар бер сәғәт эсендә ташып, өйөп бирҙе, – ти.
– Ярай, маладистар инде. Аҡсаға эшләнеләрме, әллә былай ғынамы? – тием.
– Ыста, аҡсаға инде, аҡсаға. Буштың атаһы үлгән. “Утынымды ташып, өйөп кенә бирегеҙ, аҡсаһын түләрмен”, тигәс, иң тәүҙә: “Нисә һум?” тип һоранылар әле, шилмалар. 500-әр һум бирҙем. Ярай, уның ҡарауы, бабай ҡайтҡансы эш тә бөттө... – тип ҡыуанды әбекәй.
Ирекһеҙҙән, бала саҡта күрше-тирә инәйҙәрҙең утынын ташыу (малайҙар быса, яра), яҙ көнө селек һепертке менән ихата эсен тап-таҙа итеп һепереү, түшәк-ҡаралтыларын тышҡа сығарып, өйөн йыуып йә эзбиз менән ағартып биреү кеүек эштәр башҡарып йөрөгәнебеҙ иҫкә төштө. Унан тыш, дәрестәрҙән һуң гөрләшеп “Тимур командаһы” тип барып инәбеҙ, юҡ эштәрен һорап эшләйбеҙ...
Замана балаларының һәр уңайлы мәлдә аҡса эшләргә тырышыуы, бәлки, хилаф та түгелдер, сөнки тормош үҙе шуны талап итә. Бөгөн аҡсаһыҙ һин – уңышһыҙ кеше. Быны йәштәр генә түгел, балалар ҙа яҡшы аңлай, шуға күрә мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ үҙ эшен асҡан, тырышып аҡса тапҡан балаларҙы хупларға ғына кәрәктер. Өфөлә йәшәгән 9 йәшлек Александр Рудзиттың үҙ “эшен” асыуы, йәғни күршеләренең ваҡ-төйәк йомоштарын үтәп, аҡса эшләгәне тураһында күп кенә баҫмалар яҙып сыҡҡайны. “Эшһеҙ ултырмайым! Сүп сығарыу – 10 һум; һеҙҙең исемлек буйынса магазинға барып килеү – 20-50 һум. Саша, 9 йәш. Ғәҙел һәм тырышмын”, – тигән иғлан элгән малайҙың башланғысына күптәр һоҡланыу ҙа, хуплау ҙа белдергәйне. Әйткәндәй, Саша үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына велосипед алыуға өлгәшкән!
Һәр нәмәне аҡса менән үлсәү һәм иҫәпләшеү йәшәйешебеҙҙән эскерһеҙлек, миһырбанлылыҡ кеүек төшөнсәләрҙе ҡыҫырыҡлап сығармаймы икән, тигән һорау тыуа шулай ҙа. Был тәңгәлдә лә алтын урталыҡты һаҡлау зарурҙыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, бай ҙа, миһырбанлы ла булайыҡ!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.