Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2022, 19:30

Башҡортостандан ситтә үле килеш табылған

Әсәһенә аҡса күсерәм тип шылтыратҡан, тик...

Башҡортостандан ситтә үле килеш табылған
Башҡортостандан ситтә үле килеш табылған

Мәскәү эргәһендә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән 41 йәшлек өс бала атаһы Альберт Йосоповтың сираттағы барыуы һуңғы сәфәренә әйләнгән. Алдан фаразлауҙар буйынса, ирҙе үлтергәндәр, шунан талағандар. Әлеге мәлдә тәфтишселәр был ваҡиға буйынса ентекле тикшереү алып бара, ә туғандары уның кәүҙәһен тыуған яғына ҡайтарыуҙы хәл итә, битараф булмаған изге кешеләрҙең матди ярҙамы бик кәрәк әлеге ваҡытта.

Альберт Йосопов Темәстә тыуған, аҙаҡ Сибайға күсенгәндәр. Былтыр август айында Мәскәү янына эшкә урынлашҡан ир бик тырышып хеҙмәт иткән, ғаиләһенә даими аҡса ебәреп торған. Уның өс улы бар - олоһона 18 йәш, ҡалғандары әле бәләкәй. Яҡындарының һөйләүенсә, Яңы йылда ҡайтып киткән, һәр ваҡыт шылтыратып хәлдәрен белешкән.

18 мартта эш хаҡын ҡулаҡса менән алғанлығы һәм шул уҡ көндә әсәһенә аҡса күсерәм тип шылтыратҡаны билдәле. Тик ул тәғәйен кешегә күсмәгән, ир үҙе лә бәйләнешкә башҡаса инмәгән. Хеҙмәтттәштәре уның тураһында бер ни белмәй.

Ирҙең кәүҙәһен бер ай үткәс - 15 апрелдә генә Мәскәү өлкәһендә кеше һирәк йөрөгән урында тапҡандар. Уның үҙе менән бер ниндәй документы ла, аҡсаһы ла, хатта муйынындағы мосолман символлы сылбыры ла булмай сыға. Тәү тикшереү фаразынса, ирҙе талағандар һәм үлтергәндәр.

Альбертты кейеме һәм тештәре буйынса дуҫы таныған. Ҡатыны ла улмы-түгелме икәнлеген раҫлар һәм кәүҙәһен алып ҡайтыр өсөн Мәскәүгә осҡан. Мәйетте тәрбиәләү һәм юл өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. Альберт үҙе алсаҡ, ихлас, изге күңелле, ярҙамсыл кеше ине, хәҙер бына ғаиләһенә ярҙам кәрәк, ти уны яҡшы белгән хеҙмәттәше.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: