22 апрелдә Өфөлә “ZaРоссию” тип аталған музыкаль-патриотик марафон үтәсәк. Ошоға бәйле Зәки Вәлиди урамында транспорт өсөн хәрәкәт сикләнәсәк һәм “Торатау” Конгресс-холы алдындағы парковка ябыласаҡ.
Атап әйткәндә, Зәки Вәлиди урамы буйлап Мәжит Ғафури урамынан алып Аксаков урамына тиклемге участкала 22 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө 12-гә ҡәҙәр транспорт хәрәкәте сикләнә.
“Торатау” Конгресс-холы алдындағы парковка 19 апрелдә киске сәғәт 9-ҙан 22 апрелдә 00.00 сәғәткә тиклем ябыҡ була.
Был ваҡытта ошо участкала йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы үҙгәрә.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ошо сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайҙар һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәләр.
Фото: ufacity.info