Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикабыҙҙа муниципалитеттың берәй мөһим календары буйынса (ошо муниципалитеттың темаһы һәм концепцияһына ярашлы) эшлекле календарь булдырыласаҡ.
“Бөрө алмаһы” йәки “Стәрлетамаҡ икмәге” - шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, быға ярашлы фестивалдәрҙең исем туйы беҙҙә ойошторолдо ла инде.
"Эшлекле айырым календарь булдырасаҡбыҙ, уға, айырым алынған сара менән, һәр муниципаль берәмекте беркетәбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Һәр аҙна берәй муниципалитетта ниндәй ҙә булһа сара үтәсәк".
Рөстәм Моратов әйтеүенсә, сара үҙең өсөн түгел, ә туристарға Башҡортостанды танытыу, республикабыҙҙың имиджын күтәреү өсөн эшләнһен. Башҡортостанды илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы белһендәр ине.
Фото: wallbox.ru