Бөгөн - Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ районында тантаналы йыйылыш үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәров ҡатнашты.
Сарала шулай уҡ район, ауыл биләмәләре депутаттары, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.
Фәнис Әминев муниципалитет вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, артабан да уртаҡ маҡсатта берҙәм эшләргә саҡырҙы.
"Беҙ урындағы халыҡ менән туранан-тура эш алып барабыҙ, бар мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп атҡарырға тырышабыҙ. Уларҙың ышанысын яулау - уртаҡ хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһенең иң мөһим күрһәткесе", - тине район етәксеһе.
Тантаналы сарала муниципалитеттарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.
Сараны Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге артистарының сағыу концерты биҙәне.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.