Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2022, 20:30

"Ошо кәсеп ярҙамында балаларҙы уҡыттыҡ"

Бумала эшләү, септә үреү оҫталарының хеҙмәтенә ихтыяж бөгөн дә бар, ти Элиза Исмәғилева.

"Ошо кәсеп ярҙамында балаларҙы уҡыттыҡ"
"Ошо кәсеп ярҙамында балаларҙы уҡыттыҡ"

Ишембай районының Иҫке һәйет ауылында йүкәнән бумала эшләү, септә үреү оҫталары бар. Уларҙың береһе Элиза Исмәғилева был шөғөл менән бәләкәйҙән таныш.

"Эштең тәртибен бала саҡтан атай-әсәйемдән күреп үҫтем. Ҡанға һеңгән шөғөл тиһәм дә була. Бумалаға ихтыяж бөгөн дә ҙур, уның ярҙамында балаларҙы уҡыттыҡ. Септә һораусылар ҙа һирәк булһа ла осрай. Элек ул күп ҡулланылды. Урмандан тирләп ҡайтҡан атҡа септә ябып ҡуя торғайнылар", - ти Элиза Исмәғилева.

Төпкөл ауылда был үҙенсәлекле эш менән шөғөлләнгәндәр тураһында гәзиттең киләһе һандарында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в