Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ирина Михайловна Сидоренкова Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлап, Сибай ҡалаһы хакимиәте мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләгән сағында БДУ-ның Сибай институтында хоҡуҡ белгесенә лә уҡый. Һөҙөмтәлә оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы булып эшләй.
Уға күберәк етем ҡалған йәки ата-әсә наҙынан мәхрүм балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр менән эшләргә тура килә.
"Күптәр, үҙенең балалары булмағанлыҡтан, тәрбиәгә етем ҡалғандарҙы ала. Ҡайһы бер етемдәр иһә олатай-өләсәйендә йәки туғандарында тәрбиәләнә. Беҙҙең маҡсат - ошо ғаиләләргә эләккән ҡыҙ һәм малайҙарҙың күҙҙәрендә нур, йәшәүгә өмөт нурҙары күреү, шуға өлгәшеү. Һәр бала бәхетле булыуға хаҡлы. Ниндәйҙер сәбәптәр менән етем йә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалһа ла, уға уҡыу, йәшәү өсөн бар шарттар тыуҙырылырға, киләсәккә яҡты маҡсаты булырға тейеш", - ти Ирина Михайловна.
Әле ҡаланың опека һәм попечителлек бүлегендә 257 етем иҫәптә тора, уларҙың 48-е уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа, 56 бала ғаиләләргә тәрбиәгә алынған.
Фото һәм текст сығанағы: "Сибайский рабочий" гәзите.