Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2022, 20:45

Йылға буйлап сәйәхәт итергә теләһәң...

Ағиҙелдә уңайлы мөмкинлектәр киңәйә.

Йылға буйлап сәйәхәт  итергә теләһәң...
Йылға буйлап сәйәхәт итергә теләһәң...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә Ағиҙел буйлап йөҙгән заманса теплоходтар тураһында яҙма ҡуйҙы.

"Күптән түгел, март айында, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйлап круиз ойоштороу менән шөғөлләнгән инвестор менән осраштым. Ул ваҡытта заманса пассажир судноларының май уртаһынан йөрөй башлаясағы тураһында килешкәйнек.

Бөгөн беҙ "Мегаполис" һәм "Колесов" теплоходтарының Өфөгә килеүен 5 майҙан 7 майға тиклем, "Доброход" теплоходын июлдә көтәбеҙ. Республикабыҙҙа йәшәүселәр, ҡунаҡтар үҙҙәренең ялын уңайлы итеп үткәрә аласаҡ. Инвестор менән һөйләшелгәнсә, хаҡтар элеккесә ҡала.

Фото: fleetphoto.ru

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: