Ауыл һабантуйы. Беҙ, пионерҙар, айырым бер төркөм булып халыҡ алдында сығыш яһайбыҙ. Яңы ғына һатыуға сығарылған пионерҙар костюмы мине башҡаларҙан айырып тора. Өфөнән әле генә Венера апайым алып ҡайтты, тип бер нисә тапҡыр ҡабатлайым иптәш ҡыҙҙарыма.
X класты тамамлап, сығарылыш кисәһенә йыйылғанбыҙ. Ҡыҙҙар минең тирәлә бер туҡтауһыҙ урала, күлдәгемде тотоп ҡарайҙар, был тиклем дә матур кейемде ҡайҙан алыуымды һорайҙар. Белоруссиянан апайым алып ҡайтты, тип тағы маҡтанам.
Апайым Венера Миңлеғәли ҡыҙы Билалова Архангел районы Аҙау ауылының иң өлгөлө ғаиләләренең береһе булған Фариза Хәлиулла ҡыҙы һәм Миңлеғәли Харун улы Шиһабетдиновтарҙың ете балаһы араһында бишенсеһе булып донъяға килә. Апайҙары Гөлирә, Гөлнур, Зифа, ағаһы Ғилфан, һеңлеләре Фая һәм Зәйтүнә араһында бәхетле бала булып үҫә. Аҙау урта мәктәбендә яҡшы билдәләргә уҡый, мәктәптә үткәрелгән бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Почта хеҙмәткәре, тәрбиәсе, оператор булып эшләп, атай-әсәйгә, апай-һеңлеләренә ярҙам итә.
Өфө китапхана техникумын уңышлы тамамлап, оҙаҡ йылдар инде Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия-интернатта китапханасы булып эшләй. Үҙ эшен яратып башҡара, коллективта хөрмәт ҡаҙана. Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған комиссия составында булып, республика китапханалары эшен тикшерергә лә өлгөрә. Өҫтәлендәге маҡтау ҡағыҙҙары – фиҙакәр хеҙмәте.
Илеш районы егете Мирзәлиф Мирзаһит улы менән матур ғаилә ҡоралар, ике ул үҫтерәләр. Руслан – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, килендәре Ирина – информатика уҡытыусыһы, Азалиә һәм Данис – яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре, Өфөлә йәшәйҙәр. Икенсе улдары Раушан, Кристина менән матур ғаилә ҡороп, Өфө районының Булгаков ауылында йәшәйҙәр. Бер йәшлек Каролина – Венера менән Мирзәлифтең тағы ла бер шатлығы.
Тыуған көн, никах, туй байрамдары булһынмы, бер табын да апайыбыҙ Венера һәм еҙнәбеҙ Мирзәлифһеҙ үтмәй. Икеһе лә моңло һандуғастар кеүек йырлағас, уйын-көлкө уларҙың ыңғайына шаулап-гөрләп үтә.
“Ҡыҙым Гүзәлиәнең бирнә һандығын әҙерләп бөттөм, һатышырға ярҙам итерһең инде, апай”, – тим. Ҡоҙа-ҡоҙасалар һатыулаша, алыш-биреш ҡыҙғандан-ҡыҙа, ә ул береһенә лә бирешмәй, оҫта ғына итеп һатып ебәрә килен һандығын. Ҡайҙан килә бындай оҫталыҡ? Киң күңелле булыуы, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, кеше күңелен уйлап йәшәгәнгәлер ул. Ике улдары ла үҙҙәренә оҡшап тәртипле, килендәре лә Венера апайымды бик яҡшы ҡәйнә тип йөрөтә, хөрмәт итә.
Мирзәлиф еҙнәнең туғандары апайымды үҙ һеңлеләре кеүек күрә. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ошонда түгелме һуң? Бөгөн эргәһендә яратҡан тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡалала фатиры, ауылда өйө бар. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер юлдаш булһын һиңә, апай!
Зәйтүнә МӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.