Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 08:59

Ҡайҙа һатыу итергә?

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Күптән түгел баҡсасылар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре етәкселәре өсөн үткәрелгән беренсе форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына баҡсасылар үҫтергән продукцияны үҙ участкаларында һатыу өсөн баҙарҙар булдырырға ҡушты, уларҙың һандарын арттырырға кәрәклеген белдерҙе.

– Үҙ ҡулдары менән баҡсала үҫтергән йәшелсә-емешен һатҡан инәй-өләсәйҙәрҙе ҡыуып йөрөтөргә кәрәкмәй, киреһенсә, уларға шарттар тыуҙырырға, сауҙа урындарын йыһазландырырға кәрәк. Шулай уҡ баҡсасыларҙан тәмләткес үләндәр, ҡыяр, берәй стакан ҡурай еләге һатып алыуығыҙҙы, ауыр ваҡытта уларға ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Улар өсөн һәр һум ҡәҙерле, — тине Радий Хәбиров.

Ысынлап та, баҡсасылар форумында көнүҙәк мәсьәләләр байтаҡ күтәрелде. Шуларҙың береһе – баҡсаларҙа үҫтерелгән емеш-еләк, йәшелсәне һатыу урындары булдырыу. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙ Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһын ҡайҙа һәм нисек һатырға мөмкин икәнлеген барыһы ла белмәй. 

Өфө ҡалаһында үҙ продукцияһын һатырға теләүселәр өсөн ете майҙансыҡта 200-ҙән ашыу урын йыһазлан­дырылған. Бынан тыш, ҡаланың 26 сауҙа-сервис комплексы “баҙар” форматында эшләп, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булған граждандарға 400-гә яҡын урын бүлгән.

Өфөлә баҙар форматында 30-ҙан ашыу сауҙа комплексы эшләй, уларҙа 4650 сауҙа урынының, шул иҫәптән баҙар майҙандарының 55 проценты аҙыҡ-түлек тауарҙары һатыуға ҡалдырыла. Баҙарҙарҙа һәм сауҙа комплекстарында үҙ продукцияһын һатыу өсөн 800-ҙән ашыу сауҙа урыны бүленгән. Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн бөтә сауҙа урындары крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси ихаталарға түләүһеҙ бирелә.

Ҡала урамдарында ете йыһазландырылған сауҙа майҙансығы бар, унда шәхси ихаталарҙа үҫтерелгән продукцияны һатыу өсөн түләүһеҙ 200-ҙән ашыу сауҙа урыны урынлашҡан.

Аҙна һайын йәрминкәләр баш ҡаланың һәр районында үткәрелә. Өфө халҡы йыһазландырылған сауҙа урындарына әүҙем йөрөй, йәшелсә, киптерелгән емеш-еләк, бал, ит һатып ала.

Йәрминкәләргә әле баҡсасылар өсөн үҫентеләр сығара башланылар.

Әгәр баҡсасы йәрминкәгә үҙ тауары менән сығырға ниәтләй икән, райондың сауҙа бүлеге менән бәйләнешкә инеп, урын алырға тейеш.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: