“Ҡәҙерле әхирәт”! Бында ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә ошолай тип өндәшә. Һәм был яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр түгел, ә ысынлап бер-береһенә ҡарата булған әхирәттәрсә йылы һәм яҡын мөнәсәбәтте белдереү ғәмәле. Тиҫтәләрсә йыл бергә эшләгән, бер ҡаҙанда ҡайнашҡан гүзәл заттар әллә ҡасан бер-береһенә яҡын кеше булышып бөткән. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тураһында. Быйыл йәмәғәт берекмәһенең ойошторолоуына 35 йыл тула. Ошо айҡанлы Ишембай ҡалаһында тантаналы сара үтте.
Әүҙемдәр, тырыштар
Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ойоштороп, берләштереп торған был ҙур берекмә ошо йылдарҙа бихисап матур йолаларға нигеҙ һалған. Бында кеше бәләһенә битараф булмаған, ғаиләһенән һәм эшенән тыш йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн дә ваҡыт һәм көс тапҡан гүзәл заттар тупланған. Союз – ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урынын нығытыу, республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошонда уның ролен күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын, милли кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы.
Уның алмаштырғыһыҙ рәйесе – билдәле дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова. Ялҡынлы депутат, төрлө яуаплы вазифаларҙа етәксе булып эшләгән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы союз тирәләй республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын туплаған һәм уларҙы әле һаман алға әйҙәп алып бара. Ул был вазифаны һис арыу-талыу белмәй 24-се йыл башҡара.
Союздың республика төбәктәрендә әүҙем ойошмалары бихисап. Һәр ҡала һәм районда тиерлек булдырылған улар. Ишембай ҡалаһы һәм районы ҡатын-ҡыҙҙары “Беҙ бергә” йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Бында райондың иң әүҙем, инициативалы һәм халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары үҙ ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Уларҙың етәксеһе Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева үҙенең бөтмәҫ энергияһы, идеялары менән гүзәл зат вәкилдәрен һәр саҡ дәртләндереп тора, яңы үрҙәргә әйҙәй.
Ойошманың эшмәкәрлеге күп яҡлы, ҡыҙыҡлы башланғыстары ла артҡандан-арта. Ғаилә институтын нығытыу һәм һаҡлау, йәш ғаиләләрҙең абруйын арттырыу, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә рухи ынтылыш һәм мәҙәнилек тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүгә һәм хеҙмәттең абруйын арттырыуға арналған акциялар, төрлө саралар ойоштороу күптән матур йолаға әйләнгән. Ойошма ағзаларынан тыш районда бер сара ла үтмәй тиерлек. Улар республика кимәлендәге бәйгеләр, акциялар, конкурстарҙан да ситтә ҡалмай, даими рәүештә алдынғы урындарға лайыҡ була.
Әлбиттә, эшмәкәрлек саралар үткәреүгә һәм күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әгәр ғаиләлә низағ сыҡһа йәки балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән проблемалар тыуһа, психологик һәм юридик ярҙам да күрһәтергә әҙерҙәр. Социаль яҡтан ауыр хәлдәге ғаиләләр менән дә әүҙем эш алып барыла.
Ҡатын-ҡыҙҙы әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп итеүҙе улар үҙҙәренең төп бурысы тип күрә. Һис шикһеҙ, һәр ҡатын-ҡыҙҙың төп маҡсаты – әсә булып, татыу ғаилә булдырыуҙа һәм ғаилә усағын һүндермәй тотоуҙа. Әммә ғаиләһенең мәнфәғәттәре менән генә йәшәгән гүзәл зат үҙен юғалтыуы ла ихтимал бит, шуға күрә улар өсөн эшләү ҙә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәү ҙә мөһим.
Союздың эшмәкәрлеге йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтен күтәреү менән генә сикләнмәй. Улар, әсәлектән тыш, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауҙы ла мөһим бурыстары тип иҫәпләй. Ошо йәһәттән төрлө саралар, акциялар ойошторалар.
Ишембай ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте ағзалары “Донъя һинең менән минең өсөн асыҡ”, “Оҙон ғүмерлелек хәрәкәте”, “Бергә беҙ көс”, “Бергә үҫәбеҙ” һәм башҡа бик етди проекттарҙы тормошҡа ашырған. Был эштәр дәүләттең грант ярҙамын алған һәм социаль үҫешкә йүнәлтелгән. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй “Еңеүҙең шиғырҙары һәм йырҙары” флешмобында Волга буйы федераль округында еңеп сыҡҡандар.
Ойошма хәйриә һәм ирекмәнлек менән дә әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, өйҙәре янып бер нәмәһеҙ ҡалғандарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм ауыр шарттарға тарыған өлкәндәргә матди ярҙам күрһәтәләр. Пандемия осоронда кешеләргә ярҙам итеү буйынса күп саралар үткәрелгән, әле лә гуманитар конвой өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар.
Уларҙың “Әсәй, эсмә!” акцияһы ғына ни тора! Уның ярҙамында бихисап ҡатын-ҡыҙ насар ғәҙәтенән арынған, балалар ғаиләләрендә ҡалған һәм балалар йортонан кире ҡайтарылған. Эшмәкәрлектең ошондай һөҙөмтәләре, әлбиттә, уларҙы дәртләндерә, артабан тырышып эшләргә дәрт бирә.
Ижад аша йәшәргә өйрәнәләр
Юбилей саралары Ишембай ҡалаһында урынлашҡан ябыҡ типтағы махсус белем биреү һәм тәрбиә биреү учреждениеһында үтте. Тантана урыны тип был урын осраҡлы һайланманы, әлбиттә. Беренсенән, Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гүзәл Шаһиева – ошо уҡыу йортоноң директоры. Йәмғиәттең бихисап әүҙем ағзалары ла ошонда эшләп йөрөй. Икенсенән, әле нығынып та етмәгән килеш хата аҙым яһау сәбәпле, был учреждениеға килеп эләккән үҫмер ҡыҙҙар өсөн алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан өлгө алыу ҙа бик кәрәк ине.
Был уҡыу һәм холоҡ төҙәтеү йорто тураһында бер нисә һүҙ менән шуларҙы әйтергә була. Бында бөтә Рәсәйҙән килгән 11 – 18 йәшлек ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Ябыҡ типтағы учреждениела үҫмерҙәр тәүлек әйләнәһенә йәшәй, ошонда уҡый һәм реабилитация үтә. Хоҡуҡ тәртибен боҙған балалар суд ҡарары буйынса уҡыу йортона урынлаштырыла. Әммә маҡсат уларҙы ҡаты режимда тотоу түгел, ә холоҡ-фиғелдәрен төҙәтеп, белем биреп, йәмғиәткә лайыҡлы кешеләр тәрбиәләүҙә. Күп осраҡта ата-әсәһенән һәм йәмәғәтселектән иғтибар алып еткермәгән ҡыҙҙар бында яңынан йәшәргә өйрәнеп кенә ҡалмай, киләсәктә кәрәк булырлыҡ һөнәр ҙә алып сыға.
Әлеге ваҡытта учреждениела 50-нән ашыу үҫмер ҡыҙ тәрбиәләнә. Улар төшкә тиклем уҡыуҙа була, аҙаҡ дәрестәргә әҙерлек менән шөғөлләнә, түңәрәктәргә йөрөй. Спорт һәм музыка залдары, информатика кабинеты бар. Бейеү, вокал, һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре, спорт, театр һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Ҡыҙҙарҙы тегенсе, штукатур һөнәренә уҡытып сығаралар. Үҫмерҙәр менән ҡаланың көслө педагогтары, төрлө белгестәре эшләй.
Әйткәндәй, сара барышында тәрбиәләнеүселәр үҙ оҫталыҡтарының бер төрөн ҡунаҡтарға ла күрһәтте. Уҡыу йорто клубында ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге ҡурсаҡтар күргәҙмәһе ҡаршыланы. Тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар был күргәҙмәне “Ижад итеп йәшәргә өйрәнәбеҙ” тип аталған проект буйынса әҙерләгән. Коллекцияны “Илһам” түңәрәгенә йөрөгән үҫмерҙәр эшләгән.
Проекттың маҡсаты изге – милли кейемдәге ҡурсаҡтар эшләп, ҡыҙҙарҙа төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү, этномәҙәни белемдәрен арттырыу. Педагогтар менән балаларҙы берҙәм ижадҡа берләштереү ҙә мөһим.
Ҡыҙҙар экспозицияға ҡуйылған ҡурсаҡтарға милли кейемдәрҙе тулыһынса үҙҙәре теккән. Өҫтәүенә, ҡурсаҡтарҙы ла үҙҙәре әүәләгән. Бының өсөн улар полимер балсыҡ менән эшләргә өйрәнгән. Ишембайҙың билдәле ҡурсаҡ оҫтаһы Динә Капошконы махсус рәүештә саҡыртып, оҫталыҡ дәрестәре үткәргәндәр. Шулай уҡ тәңкәләр менән эш итеү, милли биҙәктәр яһау, сигеү буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Күргәҙмәлә 15 ҡурсаҡ тәҡдим ителгән. Тулы коллекция булдырыу өсөн тағы шунса самаһы ҡурсаҡ эшләргә ҡалған. Әле башҡорт, рус, татар, үзбәк, әрмән, эстон, төркмән, латыш, молдаван, болгар һәм башҡа милләт ҡыҙҙары тулыһынса әҙерләнеп бөткән.
Ҡыҙҙар тәүҙә ҡурсаҡтарҙың макетын, шунан полимер балсыҡтан скульптураһын яһаған. Һындар әҙер булғас, кейемдәр теккән, биҙәүестәр тапҡандар.
– Был – бик нескә, күп ваҡыт һәм көс талап иткән эш. Тәүҙә балсыҡтан кәүҙәләрен яһайбыҙ, аҙаҡ йөҙҙәрен төшөрәбеҙ. Һәр милләт кешеһенә тура килтереп эшләйбеҙ, шулай уҡ сәс төҫөнә тиклем һайлап ҡуябыҙ. Бер ҡурсаҡ та бер-береһенә оҡшамаған. Милли кейем тегеү, сигеү, ҡурсаҡтарға кәрәкле биҙәүестәр, тәңкәләр табыу – ифрат мауыҡтырғыс шөғөл. Иң ауыры үзбәк ҡыҙын кейендереү булды. Уларҙың милли кейеменә оҡшаған туҡыма ябай магазиндарҙа юҡ. Заказ биреп, саҡ табып алдырҙыҡ. Биҙәүестәр менән эшләү ҙә – мәшәҡәтле шөғөл. Һәр милләттең үҙенә тура килгәнен табырға, яраҡлаштырырға кәрәк ине, – тип һөйләне педагог Земфира Ғарифуллина.
Был түңәрәккә ун ҡыҙ йөрөй. Педагогтар ҙа күп эшләй: һүрәт төшөрөргә, тегергә, сигергә өйрәтәләр. Милли кейемдәрҙе еренә еткереп, дөрөҫ итеп тегеү өсөн интернеттан бергәләп мәғлүмәт эҙләйҙәр.
– Һәр ҡыҙ бәләкәй саҡтан ҡурсаҡ уйнап үҫергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә килгән балаларҙың күптәрендә бындай мөмкинлек булмаған, шуға күрә ҙурайһалар ҙа, улар ихлас ҡыҙыҡһыныу менән түңәрәктә шөғөлләнә, яңы белем алырға тырыша. Һәр эшкә күңелдәрен һалалар, – ти педагог.
Әйткәндәй, коллекция тулыланып бөткәс, уны Мәскәү ҡалаһына күргәҙмәгә алып барасаҡтар.
Йәмәғәт ойошмаларының мөмкинлектәре ҙур
Матур сараға мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. Уларҙың араһында Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, ғалим-филолог, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, табип, медицина фәндәре докторы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева һәм башҡалар бар ине. Шулай уҡ Ишембай районы һәм ҡалаһының әүҙем йәмәғәтселәре ҡатнашты.
Тәүҙә урындағы ойошма рәйесе Гүзәл Шаһиева йыл буйы башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
– Эшмәкәрлегебеҙ тураһында отчет әҙерләп, доклад яҙғайным, уны уҡып сығыуға бер сәғәт самаһы ваҡыт кәрәк булып сыҡты. Бөгөн залға йыйылған ҡунаҡтарҙың ваҡытын алмаҫ өсөн беҙ видеопрезентация әҙерләнек һәм махсус китап сығарҙыҡ. Унда барлыҡ эшебеҙ сағылдырылды, – тине ул.
Ысынлап та, Ҡатын-ҡыҙҙар союзының юбилейы айҡанлы, Гүзәл Шаһиева “Беҙ – бергә” тип аталған китап баҫтырып сығарған. Сағыу фотоларҙан торған китап йәмғиәттең эшмәкәрлегенә, тарихына, әүҙемселәренә арнала. Сара барышында китаптың исем туйы ла булды.
Аҙаҡ Өфө ҡунаҡтары, сәхнәгә күтәрелеп, телмәр тотто, йәмғиәттең әүҙем ағзаларын бүләкләне.
– Мин бөгөн бында Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ғына түгел, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән дә килдем. Ул да – йәмәғәт ойошмаһы, беҙҙең маҡсаттар тура килә, бергә-бергә эшләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа властар йәмәғәт ойошмаларына иғтибарын бермә-бер арттырҙы. Хәҙер беҙҙең эште күрәләр, баһалайҙар, ҙур-ҙур гранттар бирәләр, шуға күрә ошо мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, әүҙем эшләргә кәрәк, – тине Сәлиә Мырҙабаева.
Сарала союздың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, отчет биреү маҡсаты ҡуйылһа ла, бер кем дә оҙон докладтар, артыҡ һандар менән ваҡытты алманы. Союз ағзаларының янып торған күҙҙәренән, дәртле сығыштарынан барыһы ла күренеп тора ине. Йыйылыш концерт сығыштары менән үрелеп барҙы. Стәрлетамаҡ бейеү ансамбле бейеүселәре, Ишембай артистары, учреждениела тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һөнәрҙәре менән ҡыуандырҙы. Хатта йәмғиәт рәйесе Гүзәл Ғайса ҡыҙы ла, йырҙар башҡарып, күңелдәрҙе күтәрҙе.
Мәрйәм Солтановаға – юғары награда
Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы булдырған “Мәҙәниәт илсеһе” маҡтаулы исемен тапшырыу сараның кульминация өлөшө булды. Был исем былтыр ғына булдырылған. “Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының мәҙәниәт илсеһе” исеме – төбәк бүлексәләренең, союз ағзалары ойошмаларының һәм уларҙың партнерҙарының “Рухлылыҡ. Мәҙәниәт. Сәләмәт йәшәү рәүеше” йүнәлештәре буйынса махсус ҡаҙаныштарын таныу билдәһе.
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙары союзы ағзалары был юғары исемде кемгә бирергә тип баш ватҡан. Республикабыҙҙа йәшәгән һәм ижад иткән күп гүзәл зат вәкиле уға лайыҡлы бит. Бер ни тиклем бәхәстән һуң уны Мәрйәм Солтановаға бирергә ҡарар иткәндәр.
Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙын бар республика халҡы яҡшы белә. Ул 1958 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбенең хор-дирижерлыҡ бүлеген, аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһын, һуңынан Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлаған. Иосиф Кобзон менән бер курста уҡыған, уның менән дуҫтарса мөнәсәбәт мәшһүр йырсының һуңғы көндәренәсә дауам иткән.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы бар ғүмерен музыкаға һәм уҡытыусылыҡҡа арнаған. Ул башлыса балалар менән эшләгән, уларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләгән. Маҡар урта мәктәбендә Ишембай район музыка мәктәбе филиалын астырыуға өлгәшә (башта был уҡыу йорто өсөн бина Солтановтар иҫәбенә ремонтлана, улар иҫәбенә ҡоралдар һатып алына, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнә), “Селтербей” исемле балалар йыр ансамбле булдыра. Маҡар ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң әүҙем ағзаһы ла, ауылда бик күп мәҙәни саралар ойоштороусыларҙың береһе лә.
Ул етәкләгән коллективтар – бик күп фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты. Үҙешмәкәр композитор М. Солтанова яҙған йырҙар район үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары репертуарында оҙаҡ йылдар һаҡлана.
Мәрйәм Солтанова, башҡорт әҙиптәренең күп шиғырҙарына йырҙар ижад итеп, уларҙан ике йыйынтыҡ туплап, баҫтырып сығарған. Уның хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланған – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почётлы гражданы. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалы менән бүләкләнгән.
Әлеге “Мәҙәниәт илсеһе” исеменә лә Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы һис шикһеҙ лайыҡлы тип табылды.
– Йәмғиәтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙың изге күңеленә, йомшаҡлығына мохтаж. Һәр ҡатын-ҡыҙ – оло йөрәкле, саф күңелле, йортоноң утын һүндермәй һаҡлаған зат, иренең ышаныслы таянысы, уның быуынын дауам иттереүсе. Һәр әсә бәпесен бишек йырын көйләп үҫтерә, таҡмаҡ әйтеп бейетә, йырҙар йырлап күңелен күрә. Был бит халыҡ сәнғәте өлгөһө, уны һәр бала әсәһенән алып үҫә, – тине Мәрйәм Солтанова, наградаһын алып. – Мин 65 йыл ғүмеремде мәҙәниәткә хеҙмәт итеүгә арнаным. Ижади эшмәкәрлегемде ҙурлап, баһалап ошондай ҙур бүләккә тәҡдим иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Минең өсөн был ҙур ғорурлыҡ. Ә Ҡатын-ҡыҙҙар союзына тағы ла әүҙемерәк эшмәкәрлек, уңыштар теләйем.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.