Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 21:00

"Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм дөрөҫлөктә”

Константин Толкачев билдәләүенсә, бөгөнгө марафон мөһим сәйәси ваҡиғаға әйләнде.

"Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм дөрөҫлөктә”
"Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм дөрөҫлөктә”

Бөгөн Өфөлә ҙур патриотик сара – “ZаРоссию” концерты үтте. Унда меңәрләгән баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙ гражданлыҡ позицияһын белдереү, нацизмһыҙ киләсәк өсөн көрәштә Рәсәй Ҡораллы көстәренә һәм Президентҡа теләктәшлек итеү өсөн килде.

Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты. Уның белдереүенсә, бөгөнгө марафон мөһим сәйәси ваҡиғаға әйләнде.

“Бөгөн Көнбайыш илдәре Рәсәйгә ғәйәт ҙур баҫым яһай, уларҙың маҡсаты – илде көсһөҙләндереү, – тине Константин Толкачев. – Беҙ Рәсәйгә иҡтисади яҡтан баҫым яһап юҡ итергә тырышыуҙарын күрәбеҙ. Эшкә иң бысраҡ алымдар ҡушыла: тоталь дезинформация һәм русофобияны тоҡандырыуҙан башлап Бандераға эйәреүселәрҙе ҡорал менән тәьмин итеүгә тиклем. Ләкин провокациялар үтмәйәсәк. Бөгөн Ҡораллы көстәребеҙ Донбассты яҡлау буйынса мөһим бурыстарҙы үтәй. Улар араһында республикабыҙҙа йәшәүселәр байтаҡ. Рәсәйҙәр үҙҙәренең неонацизмды бөтөрөү ниәтендә берҙәм. Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм дөрөҫлөктә”.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в