Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 23:30

“Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш”

- Донбассты яҡлаған меңәрләгән егетебеҙ белеп торһон: беҙ улар менән бергә, уларҙы көтәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! - тине Радий Хәбиров.

“Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш”
“Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш”

Республикаға идара итеү төркөмөнән:

“Владимир Владимирович Путин үҙен граната менән шартлатҡан өлкән лейтенант Нурмагомед Гаджимагомедов хаҡында һөйләгәндә: “Ошондай батырлыҡ миҫалдары күргән саҡта мин лак, дағстан ир-аты, мин чечен, ингуш, урыҫ, татар, йәһүд, мордва, осетин…” – тине.

Бөгөн был һүҙҙәрҙе Президентыбыҙ һымаҡ һәр кем әйтә ала: беҙ башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, удмурттар, мариҙар, сыуаштар, чечендар һәм башҡалар. Беҙ – рәсәйҙәр, бөйөк, ғәҙел һәм көслө ил граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Бөгөн беҙҙең илгә һәм лидерыбыҙға ҙур баҫым янай. Беҙ Президентыбыҙ менән берҙәм булырға тейеш! Әгәр берҙәм булһаҡ, һәр ауырлыҡты йырып сыға аласаҡбыҙ!
Донбассты яҡлаған меңәрләгән егетебеҙ белеп торһон: беҙ улар менән бергә, уларҙы көтәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Ә вафат булғандар мәңге хәтеребеҙҙә, уларҙың яҡындары хәстәрлегебеҙҙе тойоп йәшәйәсәк. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Бөгөн ошо сараға килгән һәммәгеҙгә рәхмәт!” – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: