Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙан гөрләп тора. Әлеге ваҡытта бында “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концерты башланды. Ҡулдарына флагтар, илебеҙҙең дәүләт символикаһын тотҡан йәштәр, студенттар, ғаиләләр, өлкәндәр ҙә күп бында. Меңәрләгән яҡташтарыбыҙ майҙансыҡҡа Президентыбыҙға, Донбасс халҡына, ундағы махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек белдерер, республикабыҙ һәм Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концертты ҡарар өсөн килгән.
“Концертҡа ҙур теләк менән килдек. Беренсенән, мин илебеҙ Президенты Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплайым, беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкән егеттәребеҙгә теләктәшлек күрһәтәм. Икенсенән, ошондай матур көндө ойошторолған концертты ҡарағы килде. Билдәле һәм популяр артистар, яратҡан Рәсәй йондоҙҙарын яҡындан ҡарау мөмкинлеге бит был”, – тине дуҫтары менән килгән Ринат Әлмөхәмәтов исемле егет.
“Ғаиләбеҙ менән килдек. Кешеләр шундай күп, көслө энергетика тойола был урында. Һуңғы ваҡытта беҙҙең кешеләрҙә ватансылыҡ хистәре, Президентҡа ышаныс бермә-бер артты. Беҙ уның сәйәсәтен хуплайбыҙ, теләктәшлек белдерәбеҙ. Концерт та бик матур булырға оҡшай”, – тине Өфөнән Ғәлиндәр ғаиләһе.
Ә артистар, ысынлап та, бик шәп бөгөн – улар Рәсәй рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", "СерьГа" һәм Сергей Галанин.
Иң тәүҙә Рәсәй гимны яңғыраны. Концерт үҙебеҙҙең билдәле артистарыбыҙ сығыштары менән башланды. Тәүгеләрҙән булып Карина Низамова һәм Prado төркөмө, Зәйнетдин этно-коллективы халыҡтың күңелен күтәрҙе.
Кискә ҡарай Рәсәй йондоҙҙары сығышы көтөлә. Майҙанда "Беҙҙең йөрәктәр яҡтыһы" Бөтә Рәсәй эстафетаһы үтә. Ирекмәндәр теләктәшлек, изгелек билдәһе тип тамашасыларға аҡ таҫмалар һәм көҙгө рәүешендәге йөрәктәр таратты.