Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 20:00

"Бергә булһаҡ, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ!"

“ZаРоссию” концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгән халыҡҡа рәхмәт белдерҙе.

"Бергә булһаҡ, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ!"
"Бергә булһаҡ, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ!"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә ҙур патриотик сара – “ZаРоссию” концерты бара. Унда баш ҡаланан ғына түгел, ә республиканың башҡа ҡала-райондарынан да кешеләр йыйылды. Халыҡты сәләмләү өсөн сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.

– Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ – рәсәйҙәр. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Бөгөн барығыҙға ла бында килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Әле еңел булмаған, әммә бик кәрәкле һәм мөһим осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн меңләгән егетебеҙ Донбасста мөһим мәсьәләне хәл итә – илде һаҡлай. Унда Башҡортостандан да меңләгән егет бар. Бөгөн бында йыйылыуыбыҙ – уларға теләктәшлек күрһәтеү. Барыбыҙ ҙа бергә икәнде белергә тейештәр. Беҙ улар өсөн бик борсолабыҙ, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, көтәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы бөгөн Владимир Путинға ла теләктәшлек күрһәтергә кәрәклеге хаҡында әйтте.

– Президентыбыҙға теләктәшлек белдереү бик мөһим. Илебеҙгә һәм лидерыбыҙға ҡот осҡос баҫым яһала. Бөгөн күмәкләп иңгә-иң терәшеп баҫһаҡ – һәр бурысты атҡарып һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Тик бергә булһаҡ ине, – тине ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәребеҙ һәләк була. Беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен биргән йәштәрҙең ғаиләләрен йылылыҡ, һөйөү менән солғап алыу – мөһим маҡсатыбыҙ, уны мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Радий Хәбиров майҙанға йыйылған һәр кемгә тағы бер тапҡыр ихлас рәхмәт әйтте.

– Бында килгәнегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт. Һеҙ - яҡты күңелле кешеләр. Ошо юлды бергәләп үтербеҙ. Президенттың нимә әйткәнен иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине: мин лак та, татар ҙа, йәһүд тә, мордвин да, тине ул. Һәр беребеҙ мин рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, чечен һәм башҡалар тип әйтә ала. Тик шулай ғына йәшәргә тейешбеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт һәм тик алға ғына! – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһенең сығышынан һуң концерт Мәскәү йондоҙҙары концерты менән дауам итте. Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн өфөләр алдында Рәсәй рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", "СерьГа" һәм Сергей Галанин сығыш яһай.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: