Өфөлә “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына бишенсе гуманитар йөк ылауын оҙатыу тантанаһы булды. Уның составына ике аҙыҡ-түлек, ике һыу, өс төҙөлөш материалдары тейәгән ҙур йөк автомобилдәре инде.
Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы 133,3 тонна, шуның 17 тоннаһы – аҙыҡ-түлек, 63,3 тоннаһы – төҙөлөш материалдары, 11,5 тоннаһы – түшәк кәрәк-ярағы, кейем, медицина тауарҙары, көнкүреш химияһы һәм гигиена саралары,
41,4 тоннаһы – эсәр һыу.
Гуманитар йөктө оҙатыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн 600 тонна самаһы йөк йыйҙыҡ. Донецкиҙа булғанда беҙҙән төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һоранылар, уларға республиканы тергеҙергә кәрәк. Беҙ иһә күптән Донбасс халҡына дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙыҡ, артабан да колонналар оҙатыласаҡ. Эшҡыуарҙар, ҙур предприятиелар етәкселәре ныҡ ярҙам итә, уларға оло рәхмәт. Гуманитар конвойҙы алып барыуҙа ҡатнашҡандарға, тәү сиратта водителдәргә рәхмәт. Берләшеп, Донбасс халҡына ярҙам иткән, битараф булмаған барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы торасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Сара барышында республика Башлығы дүрт етәксегә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был төркөмдә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “ВК Регион” сауҙа компанияһы етәксеһе Марат Вәлиев, “БашРТС” предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы вәкиле Геворг Григорян бар.
– Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһына белгес ярҙамы күрһәттек, унда үҙебеҙ ҙә тәжрибә тупланыҡ, кешеләрҙе дауаланыҡ, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам иттек, – тине Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 15 апрелдә ҡайтҡан өсөнсө ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө етәксеһе булған.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов белдереүенсә, был сарала халыҡ та, предприятиелар ҙа теләп ҡатнаша.
Билдәле булыуынса, тәүге гуманитар ярҙам 4 мартта оҙатылды, 14 мартта – икенсе, 5 апрелдә – өсөнсө, 9 апрелдә дүртенсе ылау юлға сыҡты. Улар барыһы ла теүәл көйөнсә тәғәйен урынға алып барып еткерелде.
Зәки ӘЛИБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе:
– Ылау әҙерләгән ваҡытта беҙҙең парламенттың депутаттар корпусы һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, махсус операция башланғас уҡ һәр парламентарий үҙ иғәнәһен күсерҙе. Шулай уҡ әйберҙәр, китаптар йыйыу эшендә лә ҡатнашабыҙ.
Марат ВӘЛИЕВ, “ВК-Регион” сауҙа компанияһы етәксеһе:
– Беҙ бындай акцияларҙа даими ҡатнашабыҙ. Әлегә тиклем райондарҙа балаларға хәйриә саралары уҙғарыуҙа булышлыҡ иттек, хәҙер Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе ғәмәлгә ашырабыҙ.
Руслан ОВЧИННИКОВ, “БашРТС” предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы директоры:
– Барлыҡ кешеләр кеүек, беҙҙең дә һуғыштан зыян күргән халыҡҡа ярҙам итеү теләгебеҙ ҙур. Аҡса йыйып, иң кәрәкле әйберҙәр алып, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә тапшырҙыҡ. Киләсәктә лә акцияла ҡатнашырға ниәтләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.