Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 18:30

"Хәрбиҙәрҙең рухын күтәрәбеҙ"

- Бөгөнгө концерт ил Президентына теләктәшлек белдереү, ул алып барған сәйәсәтте хуплауыбыҙҙы күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек, - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

"Хәрбиҙәрҙең рухын күтәрәбеҙ"
"Хәрбиҙәрҙең рухын күтәрәбеҙ"

Бөгөн “Торатау” конгресс-холы алдында “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концерты бара. Унда бик күп кеше ҡатнашты, республиканың төрлө ҡала-райондарынан да килделәр.

Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов та бар. Ул концерт тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Беҙ Рәсәй менән! Бөгөнгө концерт ил Президентына теләктәшлек белдереү, ул алып барған сәйәсәтте хуплауыбыҙҙы белдереү өсөн шәп мөмкинлек. Тыуған илебеҙҙе яратабыҙ! Изге теләктәребеҙ менән Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең рухын күтәрәбеҙ. Шуға ла беҙ бөгөн бында. Армияға еңеү теләйбеҙ. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын! Бергә булғанда, беҙҙе берәү ҙә еңә алмаҫ, – тине ул.

Автор фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: