Ипле генә холоҡло, мөләйем Яҙгөл менән бер осорҙа уҡыныҡ, әммә уҡыу йылдарында әллә ни яҡындан аралашырға тура килмәне. Артабан бер өлкәлә эшләгәс, төрлө сараларҙа осрашып, хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп йөрөй башланыҡ.
Яҙгөл ике балаһын яңғыҙ үҫтерә. Ире менән уртаҡ тормошо килеп сыҡмаған. Һыр бирмәҫкә, үҙен ҡарарға тырыша, балаларын матур итеп баға.
Бер мәл ҡапыл күрештек тә:
– Концертҡа барырға теләгең бармы? Билетымдың береһе “яна”, әхирәтем бара алмай, – тип өндәште. Шатланып риза булдым, әлеге сараға барғым килеп йөрөй ине, тик билет алмағайным.
...Үҙенсәлекле генә тауышлы йырсының:
Бәлки, һөйөү мәңге ғәфү итмәҫ,
Һин янғанда, булдым
мин тыныс...
Онотоуың мине мөмкиндер ҙә,
Онотоуым һине ҡурҡыныс...
– тигән йыры яңғыраған мәлдә Яҙгөлдөң сикәһенән күҙ йәштәре тәгәрәгәнен шәйләп ҡалдым. Ул, һиҙҙермәҫкә тырышып, тиҙ генә күҙ ситтәрен һөрттө лә: “Ошо йыр ниңәлер минең хаҡта яҙылған кеүек...” – тип әйтеп ҡуйҙы.
Концерттан һуң ҡабаланмай ғына атлаған ыңғайға баяғы һүҙ ялғанды.
– Институтта уҡығанда күрше төркөмдә Рөстәм булды бит, бына шул инде минең ғазаплы мөхәббәтем, – тип һүҙ башланы Яҙгөл. – Беҙ бит күрше ауылдарҙан. Мин тәүге йыл уҡырға инә алмағас, клубҡа эшкә төштөм. Бер мәл күрше ауылға концерт ҡуйырға барҙыҡ. Шунда таныштыҡ. Ул күптән түгел армиянан ҡайтҡан ине. Оҙон буйлы, тулҡынланып торған ҡара сәсле, шаян. Концерттан һуң икенсе көнөнә үк килде. Ҡапҡа алдында һөйләшеп ултырҙыҡ.
Шулай бер нисә тапҡыр осрашҡандан һуң: “Бер күреүҙән оҡшаттым, мин һине һората киләм!” – тип әйтеп һалды. Рөстәмде мин дә оҡшатып өлгөргәйнем, әммә әле генә кейәүгә сығырға йыйынмай инем, минең уй-ниәт башҡасараҡ: быйыл мотлаҡ уҡырға инергә!
Был хаҡта Рөстәмгә лә әйттем. “Уҡырға бергә барырбыҙ, минең дә ундай теләк бар ул. Ана, бер туған ағайым ғаиләле булып, бына тигән итеп уҡып та, эшләп тә йөрөй, ятаҡтан бүлмә бирҙеләр”, – ти. Ҡайтыр саҡта тағы: “Киләһе йомаға көт!” – тине.
Аптыраным, шаярталыр, тип уйланым. Атайым менән әсәйемә лә әйтә алманым был хәбәрҙе, улар бит мине быйыл уҡырға инә, тип өмөт итә. Ярай, йомаға тиклем тағы осрашһаҡ, һөйләшеп аңлашырбыҙ, ҡабаланмаҫҡа күндерермен, тип уйланым. Әммә мин уйлағанса булманы.
...Йома көнө ата-әсәһе, ағаһы һәм еңгәһе менән Рөстәм килеп ингәс, шаҡ ҡаттым. Атай-әсәйем минән дә нығыраҡ аптыраны. Беҙҙең өйҙә бер әҙерлек тә юҡ. Шулай ҙа минекеләр, үҙҙәрен ҡулға алып, әҙәп һаҡлап, табын йүнәтте, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тырышты.
Табында туғанлашыу, никах тураһында һүҙ сыҡҡас, атайым ҡаты ғына итеп: “Яҙгөл, һин ни әйтерһең?” – тип һораны. Бер һүҙ ҙә әйтерлек хәлдә түгел инем. Тынлыҡты тағы атайым боҙҙо: “Ярай, балалар, ҡабаланмағыҙ. Уҡырға теләгегеҙ булғас, тәүҙә уҡығыҙ. Унан күҙ күрер”, – тип итәғәтлек һаҡларға тырышты.
Ғәрсел Рөстәм был хәлде бик ауыр ҡабул итте, башҡаса килмәне. Күңелһеҙ генә уйҙар менән Өфөгә юлландым һәм ни күрәм: Рөстәм дә документтар тапшырып йөрөй! Икебеҙ ҙә уҡырға индек, әммә арабыҙ яйланманы.
Тиҙҙән ул беҙҙең курстағы бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөй башланы. Янына барып: “Ғәфү ит, мин һине ныҡ яратам!” – тип әйтерҙәй булам, әммә ғорурлығымды аша атлап сыға алмайым. Өсөнсө курсҡа килеүгә “Рөстәм өйләнгән” тигән хәбәр еткерҙеләр. Мендәремә ҡапланып илауҙарым...
Бына шулай, тормошомдоң был яғын беләһең инде... Йәшем үтмәҫ элек тип кейәүгә сыҡтым, балалар таптым, әммә ирем менән арабыҙҙа мөхәббәт булманы ла шикелле. Ә Рөстәмгә килгәндә, ошоноң ише концерттарҙа ҡайһы берҙә ҡатыны менән икәүһен күреп ҡалам. Йөрәгем әллә ни эшләп китә. Теге саҡта башҡасараҡ ҡарар ҡабул итһәм, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине, тип тә уйлайым... Ул “Яратам!” тип янып, ҡанатланып йөрөгәндә, ниңәлер битарафлыҡ күрһәттем, уҡыуҙы беренсе урынға ҡуйҙым. Һуңынан да, уны ысынлап яратҡанымды аңлағас, мөхәббәтем өсөн көрәшергә кәрәк булғандыр, бәлки. Ни эшләйһең, яҙмыштыр инде...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА