Уның хаҡында бик күп һөйләргә, яҙырға мөмкиндер. Һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам иткән, ҙур-ҙур проекттарға, мәҙәни сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, тыуған ауылында музей булдырған, мәсеттәр төҙөткән – был эштәр теҙмәһен әллә күпме дауам итергә була. Ахунйән Хәтмуллинды яҡташтары тыуған еренең ысын патриоты, киң күңелле, оло йөрәкле шәхес булараҡ белә, хөрмәт итә, юҡһына. Ул – ике туғандаш халыҡ – башҡорт һәм татар өсөн иҫ киткес матур эштәр башҡарған һәм шуның менән үҙе хаҡында яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған кеше.
Ахунйән Мөҡсим улы 1960 йылдың йәмле июнь айында Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән эшкә таһыллығы, тәүәккәллеге менән айырылып тора. “Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Атай-әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләне. Ахунйән дә ныҡ эшсән, ярҙамсыл булды һәм ошо сифаты уны ғүмер буйы оҙата барҙы. Шуны айырып әйтер инем: ул бер ваҡытта ла ярҙам һорағанды көтмәне, һәр саҡ үҙе белеп, башлап булышлыҡ күрһәтер ине”, – ти бер туған апаһы Лидия Мөҡсим ҡыҙы.
Мәктәп йылдарында уҡ спорт менән дуҫ булған, көн һайын әллә нисәмә саҡрымға йүгереп, үҙен сыныҡтырған егет яҙмышын спорт менән бәйләргә теләй. Силәбеләге физик культура институтына юллана, әммә балл етмәү сәбәпле уҡырға инә алмай. Бала саҡтан хеҙмәттә сынығып үҫкән Ахунйән аптырап ҡалмай, бер йыл тыуған ауылындағы фермала эшләй, армияға саҡырыу ала. Спортсы егетте Һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр. Әрменән һуң Өфө дәүләт нефть техник институтында уҡый, Баймаҡ һылыуы Гөлсараны осратып, ғаилә ҡора. Ахунйән Мөҡсим улы һөнәре буйынса Себерҙә ҙур төҙөлөштәрҙә эшләй, ҡеүәтле газ үткәргестәр төҙөүҙә ҡатнаша, ябай мастерҙан идаралыҡ начальнигы урынбаҫарына тиклем үрләй. Беренсе Тимер-бетон заводының Өфө филиалы директоры була.
Донъя үҙгәреп киткәс, тәүәккәл холоҡло Ахунйән Мөҡсим улы үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Ул етәкләгән “Самотлор” йәмғиәте аяҡҡа ныҡлы баҫып эшләп китә. Әммә нимәгә тотона, шул ҡулынан килгән Ахунйән Хәтмуллин аҡса, байлыҡ туплауҙы бер ваҡытта ла беренсе урынға ҡуймай. Ниндәй генә хәйриә сараларында ҡатнашмай, кемдәргә генә ярҙам күрһәтмәй ул! Тыуған ауылындағы барлыҡ хаҡлы ялдағыларға (80-гә яҡын йортҡа!) йөк-йөк утын килтертһенме, теш табибы булған дуҫы Илгиз Нурғәлиевте алып ҡайтып ауылдаштарын ҡабул итеү ойошторһонмо, зыярат кәртәләүгә, ауылды төҙөкләндереүгә булышлыҡ итһенме – барыһын да ихласлыҡ менән башҡара. Шуға күрә лә күптәр “кешеләргә ярҙам итеүҙән йәм тапты, берәйһе ҡыуанһа, унан да нығыраҡ үҙе шатланды” ти уның тураһында. Тыуған ауылы Иҫке Ҡоҙашта, хәләл ефете Гөлсара Мөхәрләм ҡыҙы тыуған Баймаҡ районының Йомаш ауылының зыяраты янында мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһын башҡарыу өсөн кәрәк-яраҡты һаҡлау йорттары, күрше Ҡомалаҡ ауылында күркәм мәсет төҙөп ултырта.
“1965 йылда ауыл мәсетенең манараһын быстылар. Бөтә халыҡ илап күҙәтте был аяныслы ваҡиғаны. 31 йыл мәсетһеҙ йәшәгәндән һуң, 1996 йылда, Ахунйән туғаныбыҙ беҙгә ошондай ҙур бүләк эшләне”, – тип күҙ йәштәре аша рәхмәтен белдерҙе Яңауыл районының Ҡомалаҡ ауылы старостаһы Зөһрә Харисова.
Ахунйән Мөҡсим улы тураһында яҡын дуҫы Илшат Ғүмәров та йылы, матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Шул тиклем киң күңелле, һәр йәһәттән белемле, ҡыҙыҡһыныусан шәхес булды дуҫыбыҙ. Әҙәбиәтте, сәнғәтте яратты, билдәле артистарҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтып, бушлай концерттар ойошторҙо. Туған мәктәбенә даими ярҙам итте, уҡыу йылы башында мул итеп кәнсә тауарҙары ебәрер ине. Иҫке Ҡоҙаш мәктәбендә үҙ стипендияһын булдырып, уны биш ҡыҙға һәм биш егеткә тапшырып килде.
Бер мәл Иҫке Ҡоҙашта тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыу уйы менән яна башланы. Халыҡтан экспонаттар йыйыу эшен ойоштороп ебәрҙе. Заманында ауылдың байы Хафиз исемле кеше төҙөткән таш бинаны һатып алып, ҙур ремонт эштәре башҡарҙы. Икәүләп Дүртөйлө, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы райондарындағы бай йөкмәткеле музейҙарҙа булдыҡ. Ахунйән ағай үҙе асасаҡ музейҙа уларҙағы иң матур өлгөләрҙе тупларға тырышты, уңайлы стеллаждар, балалар шөғөлләнһә тип, өҫтәл һәм ултырғыстар алдыртты. Республикала үткән ҙур сара мәлендә талдан матур итеп үрелгән ситәнде күреп ҡала һәм уны эшләгән кеше тураһында белешә. Шулай итеп, Учалы районында йәшәгән оҫтанан ситән эшләтеп, музейҙың милли экспонаттар бүлегенә ҡуйҙыртты, – тип һөйләне Илшат Мәғрүфйән улы.
2012 йылдың 7 майында Иҫке Ҡоҙаш музейы тантаналы шарттарҙа асыла. Майҙаны әллә ни ҙур булмаһа ла, ул экспонаттарға бай, биҙәлеше лә үҙенсәлекле. Бер стенаны тотошлайы менән ауылдағы араларҙың шәжәрәләре биләй, икенсе диуарҙа ауыл кешеләренең фотоһүрәттәре урын алған. Уларҙы махсус рәүештә эш, донъя мәшәҡәттәре мәлендә төшөргәндәр, шуға күрә фоторәсемдәрҙән ихлас, алсаҡ, тәбиғи йөҙҙәр баға. Күптәре был яҡты донъяла юҡ инде, ә күпме йылы иҫтәлек, ҡабатланмаҫ мәл мәңгеләштереп ҡалынған!
Учалы ситәне менән бүленгән өлөштә урындағы халыҡтың көнкүрешен сағылдырған экспонаттар урынлаштырылған. Бында шулай уҡ ауыл тарихына ҡағылышлы яҙмалар, документтар, мәҡәләләр тупланған. Шундай ҙур теләк менән булдырылған музейҙың киләсәктә лә йәшәүен, ауыл халҡына, айырыуса йәш быуынға хеҙмәт итеүен, ҡараулы һәм һаҡлаулы булыуын теләп хушлаштыҡ тарих һаҡланған йорт менән.
Кемдәр менән генә осрашырға тура килмәне Ахунйән Мөҡсим улы хаҡында мәҡәлә әҙерләү барышында. Барыһының да телендә бер үк һүҙҙәр: ихлас, изгелекле, ярҙамсыл, кеше йәнле ине. Эйе, тап шундай була ул. Тик, үкенескә ҡаршы, бик күп юғалтыуҙарға дусар иткән заман сире бәһлеүән кәүҙәле, спорт яратҡан Ахунйән Хәтмуллиндың да ғүмерен аямай. “1986 йылда Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыуы ла үҙ тәьҫирен биргәндер, бәлки...” – ти яҡындары. Эйе, АЭС-тағы ҡурҡыныс авариянан һуң студенттар отряды менән берлектә шунда эшләргә тура килә уға.
Алтмышына яңы аяҡ баҫҡан имәндәй ир-уҙамандың аяҙ көндө йәшен атҡандай ауыуы үкенесле... Әммә шуныһы хаҡ: изгелек ҡылыуҙан йәм тапҡан, ихлас йәнле, оло йөрәкле шәхес тураһында йылы иҫтәлектәр күптәрҙең күңел түрендә йәшәүен дауам итәсәк.
Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Ахунйән менән 1996 йылда Баймаҡта үткән “Байыҡ” бәйгеһендә таныштыҡ. Ул бағыусы булып сығыш яһағайны. Унан алдараҡ, 1995 йылда, Нефтекама башҡорттары менән бергә, ошо ҡаланың татар йәмәғәт ойошмаһынан ҡунаҡ булараҡ, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡан ине. Ул бер ваҡытта ла милләт айырманы, башҡортто ихлас яратҡан, хөрмәт иткән татар егете булып ҡалды.
1996 йылда Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылында ҙур осрашыу ойошторҙо. Был ауылдың аҫаба халҡы Уран ырыуы башҡорттары булыуын ул белә ине. Беҙҙе – Әнүәр ағай Әсфәндиәровты, Әхмәт ағай Сөләймәновты һәм мине алып барып, ауыл ҡарттары менән осраштырҙы. Әнүәр Зәкир улы, архив материалдарына таянып, уларға шәжәрәләрен тулыландырырға ярҙам итте. Осрашыу төнгә тиклем дауам итте, халыҡ шул тиклем ҡыуанды! Ошонда “Хазина”, “Шәжәрә”, “Сәсән” тапшырыуҙары өсөн әллә күпме сюжет төшөрөп ҡайтҡайныҡ.
Ахунйән кеүек кешеләр һирәк, йөҙгә, меңгә берәү булалыр. Һағынып, юҡһынып, оло хөрмәт менән иҫкә алам рухташ, моңдаш дуҫымды.
Фәйзулла АБДРАФИҠОВ, Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының физик тәрбиә уҡытыусыһы, СССР-ҙың спорт мастеры:
– Ахунйән менән студент саҡтан таныш булдыҡ, бергә ярыштарға йөрөнөк. Дуҫлығыбыҙ шулай башланды. Ул сәләмәт тормош алып барған, айырыуса еңел атлетика менән шөғөлләнгән йәштәргә һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп килде.
Беҙҙең гимназия-интернатта йүгереү буйынса көҙгө кросс үткәреү традицияға әйләнгән. Ошо саранан һуң күп уҡыусылар спортҡа ылыға. 2010 йылдан башлап был кросс Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, С. Юлаев ордены кавалеры Рәүф Ғәзиз улы Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелә. Ахунйән Мөҡсим улы әлеге сараның мөһимлеген, уны үткәреүгә ярҙам итеү зарурлығын улы Алмазға аңлатҡан. Атаһының аҡыллы кәңәшен тотоп, Алмаз Хәтмуллин бына инде арыу уҡ йылдар дауамында кростың бағыусыһы булып сығыш яһай. Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар һәм кубоктар алып бирә. Әйткәндәй, Алмаз – үҙе лә беҙҙең гимназия-интернаттың сығарылыш уҡыусыһы.
Флүзә ӘХМӘҘИЕВА, күршеһе:
– Ябайҙың да ябайы, ихластың да ихласы булды күршекәйем. Ауылдаштарын яратты, мохтаждарға ярҙам итте. Ата-әсәһенең нигеҙен гөл кеүек итеп тотто. Мәрхүмдәрҙең рухтарына хәйер-саҙаҡаһын йәлләмәне. Үҙенең генә ғүмере ҡыҫҡа булды шул...
Гөлсара ХӘТМУЛЛИНА, тормош юлдашы:
– Ахунйән үҙ еренең, тыуған ауылының тоғро улы булды, шул уҡ ваҡытта минең тыуған төйәгемде – Баймаҡты ла яратты, яҡташтарыма күп изгелектәр эшләне. Оҙаҡ йылдар дауамында тыуған ауылым Йомаш мәктәбенә китаптар, кәнсә тауарҙары алып биреште, теплица ҡуйҙыртты. Һәр яңы башланғысына ашҡынып тотондо, өлгөрөп ҡалайым тигәндәй, ашығып йәшәне, атылған йондоҙҙай булды... Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт: һөйөп-һөйөлөп, һәр ваҡыт яҡлаулы, һаҡлаулы булып, уның ышығында ике улыбыҙ, киленебеҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән бәхетле йәшәнек. Кеше уны иҫкә алғансы йәшәй, тиҙәр. Аллаға шөкөр, атайҙарына бар яҡлап та тамсы һыу кеүек оҡшаған улдарыбыҙ – Салауат менән Алмазыбыҙ, йылы хәтирәләр менән иҫләгән Көнһылыу киленебеҙ, ҡурсаҡ кеүек ике ейәнсәребеҙ, һаман булһа дүрәтейенең эштән ҡайтыуын көткән кескәй Раяныбыҙ бар. Һәр бер йылы, һәр бер көнө бәхеттән туҡылған үткәндәрҙе һағынып иҫкә алам, ғәзиземдең рухы шат булһын тип, изге доғаларымды бағышлайым...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Яңауыл районы.