Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 10:04

Күңел тулы бушлыҡ, һағыш ҡына...

yasnoznanie.ru
Фото:yasnoznanie.ru

Бөгөн уҡыу, эшләү, хатта ғаилә ҡороп йәшәү өсөн сит илдәрҙе һайлаған кешеләр һис тә ғәжәпләндермәй. Беҙҙең милләттәштәр араһында ла бәхетен ете диңгеҙ аръяғында тапҡандар бихисап. Ситтән ҡарап, күптәребеҙ уларҙың тормошона, йәшәү рәүешенә ҡыҙығып та, хатта бер аҙ көнләшеп тә ҡарай. Әммә һәр күренештең ыңғай һәм кире, аҡ һәм ҡара яҡтары булалыр. Яҡташым Әлфирәнең яҙмышы ла – шуға ишара.

Әлфирә менән мәктәп йылдары­нан танышбыҙ. Ниндәйҙер фән буйынса район олимпиадаһында танышып киттек тә аҙаҡ хат яҙыша башланыҡ, һирәк-һаяҡ төрлө сара­ларҙа күрешеп торҙоҡ. Мәктәпте та­мамлағас, юлдар айырылды: мин – Өфөгә, ул бер туған апаһы йәшә­гән Ырымбур ҡалаһындағы медицина институтына уҡырға инде. Оҙаҡ йылдар хәбәрләшмәй йәшә­гәндән һуң, социаль селтәр аша ара­лашыу мөмкинлеге бар­лыҡҡа килгәс, тағы бер-беребеҙҙе табып алдыҡ.

Әлфирә арыу уҡ йылдар инде Кипрҙа йәшәй. Себерҙә табип булып эшләп йөрөгәнендә бер төрөк егете менән танышҡан. Тегеһенең ғаиләһе – ата-әсәһе, бер туған ағаһы һәм һеңлеһе Кипрҙа икән. Мөнәсәбәттәрен законлы рәүештә нығытырға ҡарар иткәндән һуң, егет башҡорт ҡыҙын ата-әсәһе менән таныштырырға тип алып ҡайта. Милли йолаларҙы һаҡларға тырышып йәшәгән ғаилә Әлфирәне ҡабул итергә теләмәй, әммә буласаҡ ире үҙ һүҙендә ныҡ тора, йәштәр өйләнешә. Был мәлгә егеттең Себерҙәге компания менән төҙөлгән килешеүе тамамлана, өҫтәүенә, ата-әсәһе лә тыуған еренә ҡайтыуын талап итә. Шулай итеп, Әлфирәгә ете-ят ерҙә, өр-яңы шарттарҙа йәшәргә тура килә.

“Башта шул тиклем ҡыйын булды. Ҡәйнәм минең табип булып эш­ләргә теләүемде бөтөнләй аңла­маны. Уның тормошҡа ҡарашы “ҡа­тын-ҡыҙҙың бурысы – ирен, балаларын бағыу, тәмле итеп ашарға бе­шереү, донъя ҡарау” кимәлендә ине. Етмәһә, ҡайным-ҡәйнәм, бер туған ағаһының ғаиләһе менән бер йортта йәшәйбеҙ. Дүрт ҡатлы ҙур, иркен йорт, шуның һәр ҡаты – бер ғаиләнеке. Бер-береңдең торлағы­на рөхсәтһеҙ, иҫкәртеүһеҙ инеп-сығып йөрөү юҡ, шулай ҙа өйрәнеп китеүе ауыр ғына булды.

Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙем­дең тормош принциптарыма тоғро ҡалыу өсөн иҫ киткес ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килде. Ярай, ирем һәр ваҡыт мине яҡланы, ыңғайыма торҙо. Башҡортлоғом – ирек һөйөү­сән рухым да ярҙам иткәндер. Улым менән ҡыҙым тыуғас, ирем­дең туғандары менән аралар бер ни тиклем яйланды. Әлеге ваҡытта шәхси клиникала эшләйем. Олоғая барған ҡайным менән ҡәйнәм дә минең табип булыуымдың ыңғай яҡтарын баһалай хәҙер”, – тип һөйләгәйне Әлфирә алыҫ утрауҙағы тормошо тураһында.

Әлбиттә, ундағы тормоштоң беҙ­ҙеке менән сағыштырғанда күпкә еңе­лерәк булыуы, бер нимәгә мох­таж­лыҡ кисермәй йәшәүе тура­һында йыш телгә ала ул. “Тормошома зарланмайым, матур, етеш йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙҙың килә­сәге өсөн дә борсолорға урын юҡ”, – тип яҙа ул. Әммә ҡайһы берҙә үкенес, һағыш хистәрен дә йәшермәй. Ошоғаса ике йылға бер тигәндәй ҡайтып йөрөһә лә, “атай-әсәй, туғандар һағындыра, йышыраҡ ҡайтҡы килә”, ти.

Ошо көндәрҙә Әлфирә бик ауыр ҡайғы кисерҙе: әсәһе мәрхүм булып ҡалды. Бик-бик теләһә лә ҡайта алманы ҡәҙерлеһен оҙатырға... Донъяларҙың буталып торған сағында юлға сығырға тәүәккәлләй ҙә алмағандыр, ире, балалары ла ҡурҡҡандыр... Ҡайтам тип юлға сыҡҡан хәлдә лә, оҙатырға өлгөрмәҫ ине, моғайын. Ҡайғыһын уртаҡлашып яҙған хәбәремә бик әрнеүле хат яҙып һалды.

“Күңелемә тынғылыҡ тапмайым... “Ғәфү ит, әсәкәйем, һуңғы юл­ға ла оҙата алмағаным өсөн” тип эстән генә ҡәҙерле кешемә өн­дәшәм. Ә бит ул мине көткән! Һуңғы көнөнә, сәғәтенәсә... “Әлфирәмә иҫтәлеккә көмөш беләҙектәремде бирегеҙ”, – тип әйтеп ҡалдырған. Шул тиклем ауыр... Әсәйем минең өҙгөләнеүемде күрәлер, аңлайҙыр, ғәфү итәлер, тип ышанғым килә. Күңел тулы бушлыҡ, һағыш ҡына... Ҡасандыр гөрләп торған өйөбөҙҙә яңғыҙ ҡалған атайымды уйлап, йөрәгем өҙөлә... Олоғайған атайың, әсәйең янына йыш ҡайтып, улар менән туйғансы аралашып йәшәү ҙә оло бәхеттер ул. Шуны хәҙер тағы ла нығыраҡ аңлайым, тик бер нимә лә эшләй алмайым...” – тигән юлдар бар ине уның хатында.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас в