Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 19:15

Маҡсат - Хәйбулла районын айыҡлыҡ биләмәһе итеү

"Был аҙым — тормош талабы. Проектҡа ярашлы, эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы "һаҙлыҡ"тан ҡотҡарыуҙы ниәт иткәнбеҙ", - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.

Маҡсат - Хәйбулла районын айыҡлыҡ биләмәһе итеү
Маҡсат - Хәйбулла районын айыҡлыҡ биләмәһе итеү

Әле Хәйбулла районында йөҙгә яҡын имен булмаған ғаилә иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе был исемлеккә ир, атай кешенең эсеүе сәбәпле эләккән. Уҙған ике йылда районда ете тиҫтәгә яҡын ата-әсә дауаланыу үтеп, "йәшел йылан"дан арына алған. Балаларын ҡайтарып, айыҡ тормош башлағандар. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер өлөшө Бәләкәй Арыҫланғол ауылына "Айыҡ ҡатын" район проектының ҡунаҡтары булараҡ саҡырылған. Сараның тап ошо ауылда башланып китеүе осраҡлы түгел: Бәләкәй Арыҫланғол айыҡлыҡ, именлек биләмәһе булып тора.

Сараның ойоштороусылар - райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Ғаилә" хеҙмәте, урындағы хакимиәттең опека бүлеге һәм, әлбиттә, арыу-талыу белмәгән Бәләкәй Арыҫланғол халҡы. Республиканың "Башҡортостан ҡыҙы” журналы баш мөхәррире, билдәле журналист Гөлназ Ҡотоева һәм райондағы имам-мөхтәсибтең хәләл ефете Лилиә Мөхәмәтйәнова сараға ҡунаҡтар булараҡ саҡырылған.

"Түңәрәк өҫтәл" формаһындағы йәнле һөйләшеүҙә ҡатын-ҡыҙ эскелеген тамырынан юҡ итеү юлдары хаҡында һүҙ барҙы. Һәр ҡатнашыусы үҙ тормошонан миҫалдар килтереп, был проблема хаҡында һүҙ йөрөттө. Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе тураһында ҡыҫҡа метражлы тетрәндергес фильм да күрһәтелде. Быларҙың барыһы ла һис кемде битараф ҡалдырманы. Айырыуса райондың төрлө ауылдарынан килгән ҡатындарҙың үҙ яҙмышы, бөгөнгө имен тормошҡа нисек әйләнеп ҡайтыуҙары хаҡында һөйләгәндәрен күҙ йәштәре менән тыңланы сарала ҡатнашыусылар.

Бәләкәй Арыҫланғол уңғандарының оҫталыҡ дәрестәре, бай күргәҙмәһе, сағыу концерты менән үрелеп барып, һығылып торған табын артындағы һөйләшеү менән тамамланды был осрашыу. Унда ҡатнашҡан һәр кем дәртләнеп, алға маҡсаттар ҡуйып таралғандыр моғайын. "Айыҡ ауыл" конкурсы нигеҙендә башланып киткән был марафон йыл дауамында бар районды гиҙеп, тотош Хәйбулланы айыҡлыҡ биләмәһе итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: