Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 09:20

Премияға ғаризалар ҡабул ителә

bashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 22 апрелдән 20 июнгә тиклем Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә ғаризалар ҡабул итә.

Республика Башлығының Указына ярашлы, тәбиғи, гуманитар, техник һәм йәмғиәт фәндәрен үҫтереүгә тос өлөш индергән фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре һәм ҡаҙаныштар өсөн йыл һайын өс номинация буйынса һәр ҡайһыһы берәр миллион һумлыҡ премия би­релә. Был мәртәбәле бүләккә Башҡортостандағы ғилми уч­реж­дениеларҙа, юғары белем биргән мәғариф ойошмаларында эшләгән, әүҙем ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барған һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән Рәсәй граждандары дәғүә итә ала.

Ғаризалар туранан-тура йәки почта аша ҡабул ителә. Ға­ризаға Башҡортостан Башлы­ғының рәсми сайтында күрһә­телгән тәртиптә тултырылған түбәндәге документтар теркәлә: премияға тәҡдим итеү, ойош­маның кандидатураны тәҡдим итеүе тураһындағы ҡарарҙың күсермәһе, кандидатура хаҡын­дағы мәғлүмәттәр, ғилми тикшеренеүҙең, эшләнмәнең аннотацияһы, кандидатураның анкетаһы, кандидатуранан шәхси мәғлүмәттәрен эшкәр­теүгә ризалыҡ. Шулай уҡ кандидатуралар өҫтәмә материалдарын да тапшыра ала. Ғаризала тапшырылған доку­менттарҙың исемлеге күрһә­телергә тейеш.

Премияға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар 22 апрелдән 20 июнгә тиклем республика Башлығы Хакимиәтенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто, Башҡортостан Башлығы Секретариатының корреспонденцияны ҡабул итеү тәҙрәһе) тапшырыла.

Белешмәләр өсөн телефондар: +7 (347) 218-19-63; +7 (346) 218-19-17.

 

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.

Читайте нас: