"Беҙҙең ҡала, район, ауыл биләмәләре башлыҡтары иңендә иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ ята. Халыҡ тап уларға үҙенең һорауҙары менән килә. Шуға күрә, дөйөм алғанда, республиканың һәм тотош илдең именлеге уларҙың нисек эшләүенән тора.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә республиканың Муниципаль берекмәләре советы съезын үткәрҙек. Һөйләшеү, бәлки, бигүк байрамса ла килеп сыҡмағандыр. Хәл итәһе күп ҡатмарлы мәсьәләләр бар әле. Әммә бындай команда менән эшләгәндә бөтәһен дә атҡарып сығырға була.
Муниципаль хеҙмәткә ҡағылышы булған һәр кемде байрам менән ҡотлайым!" - тине ул.