Нәфисә хәҙер нисәнсе тапҡыр инде урынында боролоп ятты: өҫтәге кәштәләргә ҡунаҡлаған егет ҡорона инеп барған улы менән ун йәшлек ҡыҙы күптән инде йоҡо һимертә. Йәнәшәһендәге аҫҡы урында ятҡан ире Рәхимдең әүен баҙарына китеүенә биш былтыр. Ә уның икенсе тәүлек инде күҙҙәре йомолмай. Купены яҡтыртҡан тоноҡ ҡына ойотҡос ут та, поезд тәгәрмәстәренең “тыҡы-тыҡ”, “тыҡы-тыҡ” тип бишек көйөнә тыҡылдауы ла ярҙам итмәй.
Әҙ генә серем итеп алаһы ине лә бит. Юҡ шул. Башында ҡайнашҡан уйҙары тынғылыҡ бирмәй. Уйламаҫлыҡ та түгел шул. Бер тапҡыр ҙа “балам” тип өндәшмәгән улының туйына китеп бара бит. Күреүен йыш ҡына күргеләне, ә бына “улым” тип әйтә алманы һәм әйтә лә алмаҫ, сөнки үҙе тыуҙырһа ла, улай өндәшергә хоҡуғы юҡ уның. Ә ул хоҡуҡты кем тартып алды? Кем ғәйепле һуң?!
…Ата-әсәһенән тороп ҡалған Нәфисә менән унан алты йәшкә өлкән апаһы Раузаны ҡалалағы балалар йортона урынлаштырҙылар. Ул саҡта Нәфисәгә туғыҙ ғына йәш ине. Апаһы унда оҙаҡ булманы – бер йылдан шул уҡ ҡалалағы һөнәрселек училищеһына инеп, штукатур-маляр һөнәрен алды. Уҡып сыҡҡас, күп тә үтмәй, төҙөлөштә бергә эшләгән яҡташ егетенә кейәүгә сыҡты. Яҡташ тигәс тә – Нәжип еҙнәһе үҙҙәре донъяға килеп, аҙыраҡ йәшәп алған райондыҡы, ауылдары күрше генә тип әйтерлек. Нәфисә балалар йортонда тәрбиәләнгәндә апаһы менән еҙнәһе йыш ҡына килгеләп, төрлөсә ярҙам итеп торҙо. Үҙҙәре йәшәгән дөйөм ятаҡҡа алып ҡайтып ҡунаҡ иткеләнеләр. Ҡыҫҡаһы, Рауза менән Нәжип етем ҡыҙға ҡулдарынан килгәнсә асыҡ йөҙ, һый-хөрмәт күрһәтергә тырышты.
Ваҡыты еткәс, Нәфисә лә апаһы уҡыған һөнәрселек училищеһына инде. Был ваҡыт апайҙары ике бүлмәле фатир алғайны. Улар ҡыҙҙы, училищеның ятағына урынлаштырмай, үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайтты. Әллә үҙ балалары булмағанғамы, Нәфисәгә айырыуса йылы ҡараш һирпеп, һәр саҡ өҫтөн бөтөн, тамағын туҡ итергә тырыштылар.
Ял көндәрендә, бигерәк тә йәй айҙарында, Нәфисә, апаһы менән еҙнәһенә эйәреп, яңғыҙы ла тыуған яҡтарына йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтҡылап йөрөнө. Ара алыҫ түгел – электричкала ярты сәғәтлек юл… Тәүҙә үҙ ауылдарындағы ике туғандарында була, унан йәмле Дим буйында урынлашҡан Ҡаҙмаш ауылындағы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына һуғыла. Нәжип еҙнәһенең нәҫел-нәсәбе асыҡ күңелле – “кодача” тип өлтөрәп торалар. Ҡулдан килгәнсә ҡунаҡ итергә тырышалар.
Шул Ҡаҙмаштан ҡайтып килгәндә вокзалда танышты ул Ғәлинур менән. Һомғол буйлы, ҡаҡса йөҙөнә бик килешеп торған кәкрерәк йоҡа танаулы, осҡор ҡара күҙле, Кавказ кешеһенә тартым был егет, бер күреүҙә үк үҙенә ғашиҡ итеп, мөхәббәт тигән нәмәне белмәгән, наҙлы, сихри хистәрҙе татып та ҡарамаған ҡыҙ йөрәгендә ныҡлы, мәңгелек урын алды. Һүнмәҫ тә, һүрелмәҫ тә тәүге саф һөйөү. Иҫкә төшкән һайын күңелдәрҙе елпетеп, йөрәкте өҙә.
Нәфисә урынынан тороп ултырҙы. Тәҙрә шаршауын күтәреп, тышта емелдәшкән уттарҙы бер аҙ ҡарап барҙы һәм, үрелеп, ҡыҙының өҫтөнән шыуып төшкән одеялын рәтләп, кире урынына ятты.
Ғәлинур менән Өфөгә бер вагонда йәнәш ултырып барҙылар. Ҡалаға еткәс, ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән буласаҡ агроном егет менән яҡын таныштар һымаҡ булып, яңынан осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылыштылар. Осрашыуҙар көн дә тип әйтерлек ҡабатланды. Ярты йыл самаһы үтеүгә, үҙен сихри диңгеҙҙә, наҙлы хистәр тулҡынында йөҙгәндәй генә тойоп йәшәгән ҡыҙ йәне-тәне менән егет ҡулында ине инде.
Ауырға ҡалғанын Нәфисә Ғәлинур ауылға практикаға киткәс кенә белде. Үҙенең был оло һөйөнөс менән уны нисек ҡыуандырасағын уйлап, осоп-ҡанатланып йөрөгән ҡыҙҙың ҡулына бер көн килеп шатлығын ҡайғыға әйләндергән хат килтереп тотторҙолар. Ғәлинур унда бер ауыҙ һүҙ менән: “Ғәфү ит, Нәфисә, өйләндем”, – тип кенә яҙғайны. Ул саҡта кисергән хис-тойғо үҙәгенә үтеп, әсе күҙ йәштәре булып төндәрен мендәренә ҡойолдо.
Һеңлеһенең ниндәй хәлдә икәнен һиҙеп апаһы: “Ни булды?” – тип бер нисә тапҡыр һорашҡас, ул түҙмәй, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләне лә бирҙе. Икәүләшеп, бер-береһен ҡосаҡлап ултырып, бик оҙаҡ иланылар ул кистә. Ә бер-ике көндән Рауза, ирен эйәртеп, уның бүлмәһенә килеп инде лә:
– Һеңлем, беҙ күптән инде балалар йортонан берәй бала алырға ниәтләп йөрөй инек. Бына еҙнәң менән һөйләштек тә… Һин тап балаңды… Тап та беҙгә бир. Ни тиһәң дә, сит кешеләр түгелбеҙ. Балаңды үҙебеҙҙекеләй ҡарап, тәрбиәләп үҫтерербеҙ. Ә һин йәшһең, тормошоң алда әле. Алла насип итһә, кейәүгә сығып, тағы биште тыуҙырырһың, – тине, күҙҙәрен мөлдөрәтеп.
Нәжип еҙнәһе:
– Балдыҙ, бер үк апаңның һүҙенә ҡаршы килмә. Тик ул бала әсәһенең һин икәнен белмәһен ине, – тине, үтенгәндәй.
Үҙенә күпме изгелек ҡылған апаһы менән еҙнәһенең үтенесенә ҡаршы килә алманы Нәфисә. Башта алдырырға уйы булһа ла, ваҡыты еткәс, уларға бер йомро ғына малай табып бирҙе.
Бала тыуғас та, уны бик яҡын итте. Ни тиһәң дә, үҙ ғәзизе бит! Шулай ҙа нисек кенә йөрәге һыҙламаһын, нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙ балаһынан айырылырға көс тапты ул. Бәлки, яйлап онотормон тип, Яр Саллы ҡалаһына ҙур төҙөлөшкә китеп барҙы. Апайҙары ла уның теләгенә ҡаршы килмәне. Ә үҙҙәре, бала өсөн шулай һәйбәтерәк булыр тип, фатирҙарын алмаштырып, ҡаланың икенсе районына күсенде.
Нәфисә, Айнурҙы һағынып, йыш ҡына Өфөгә ҡайтҡылап йөрөнө. Ҡыҫып-ҡыҫып ярата ла, уға ҡарап үҙ-үҙен ғазапламаҫ өсөн, тиҙерәк кире китеү яғын ҡарай.
Бер ҡайтыуында Нәжип менән Рауза, бәлки, үҙ ғаиләң, тағы ла балаларың булһа, былай бик өҙгөләнмәҫһең тип, уға кейәү табып ҡуйғандар. Рәхим еҙнәһенә сыбыҡ осо булһа ла туған, былай күрер күҙгә арыу ғына, шул уҡ Ҡаҙмаш ауылыныҡы булып сыҡты.
Элегерәк ҡатын алып айырған. Себерҙә эшләп йөрөй икән. Икеһенең дә “кем булһа ла барыбер” тип йөрөгән саҡтары булды буғай – тиҙ генә мәжлес ғәләмәте уҙҙырып, ҡауышып, Себергә китеп барҙылар.
Рәхим эшсән, аҙ һүҙле, тыныс холоҡло кеше ине. Араларында мөхәббәт тигән нәмә булмаһа ла, бер-береһен оҡшаттылар. Хәҙер бына ун биш йыллап бергә ғүмер кисереп, ул менән ҡыҙ үҫтерәләр.
Әлбиттә, ире Айнурҙың кем балаһы икәнен белмәй. Нәфисә бер нисә ҡат әйтергә тип уҡталып ҡуйҙы ла, ниңә күңелен ҡырырға инде, тип туҡталып ҡалды. Башҡа балалары булһа ла, әллә тәүгеһе, әллә мөхәббәт емеше булғанға, бәлки, башҡаларға “атай”, “әсәй” тип йөрөгәнгә, ситтәр ҡулында тәрбиәләнгәнгә Айнур уға бигерәк тә яҡын булып ҡалды. Һуңғы ваҡыт һәр саҡ күҙ алдында… Ғәлинур ҙа онотолмай.
Аҙаҡҡы ҡайтҡанында апаһы медицина институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөгән Айнурҙың Ҡаҙмашта бер ҡыҙ менән танышыуын әйтеп, бәлки, өйләнеп тә ҡуйыр әле, тигәйне. Һәм бына туйға саҡырып яҙылған телеграмма…
– Өфө! Өфөгә етәбеҙ! – проводницаның тауышына һиҫкәнеп, Нәфисә тәҙрәгә күҙ ташланы. Саҡ беленә башлаған таң яҡтыһында ҡала алды биҫтәһенең ҡаралтылары шәйләнеп ҡала.
Ишекте уларға Нәжип асты.
– О-о-о! Һеҙ ҙә ҡайтып еттегеҙ! Беҙ кисә үк көтә инек үҙегеҙҙе. Һаумы, бажа-энекәш! Һаумы, балдыҙ! – тип һөйләнә-һөйләнә килеүселәр менән ҡуш ҡуллап күреште.
Ул да булмай, ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә, аш-һыу бүлмәһенән Рауза килеп сыҡты. Башта: “Ҡайһылай ҙур булып үҫеп киткәндәр!” – тип балаларҙы ҡосаҡлап яратты, унан һуң кейәүе менән һеңлеһенә ҡулын һуҙҙы. Өйҙөң йыйыштырылышы, ундағы мөхит, тирә-яҡҡа таралған тәмле аш-һыу еҫе бында оло ҡунаҡ көтөлөүен һөйләй ине.
Сәй эсеп, душта ҡойоноп алғас, Нәфисә үҙҙәре алып ҡайтҡан күстәнәстәрен күтәреп, апаһы янына, кухняға ярҙамлашырға инде.
– Шул ҡәҙәре тейәнеп ҡайтмаһағыҙ. Аллаға шөкөр, үҙебеҙ ҙә етерлек әҙерләгәйнек, – тине, Рауза һеңлеһенә йылы ҡарашын бөркөп. Ул, эш араһында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән танышып, Ҡаҙмашҡа барып никах уҡытыуҙарын һөйләп алды.
– Ҡоҙаларҙы әйтәм, бик төплө генә күренәләр, тормоштары ла етеш. Еҙнәң ҡоҙағыйҙы электән белә, ҡоҙа ла шул тирәнеке. Килен балаҡай былай арыу булырға оҡшай, быйыл педучилищены бөтөргән… Тик ниңәлер күңелем тыныс түгел, берәй нәмә килеп сыҡмаһа ярар ине, хоҙайым… Йыраҡ ара түгел – килеп тә етерҙәр инде.
Ысынлап та, шул саҡ Нәжип, кухня ишегенә башын тығып: “Килделәр, тиҙерәк булығыҙ!” – тип ҡысҡырҙы. Апай менән һеңле, тиҙ генә алъяпҡыстарын сисә һалып, ҡоҙа ҡаршыларға сыҡты һәм, ишек төбөндә ҡулдарына тулы рюмкалар менән закускалар ҡуйылған батмустар тотоп баҫҡан Рәхим менән Нәжип аша үтеп ингән ҡунаҡтар менән: “Әйҙүк, әйҙүк! Ни хәлдә генә килеп еттегеҙ?” – тип, күрешә башланы.
Нәфисә тәүҙә “Урра, апайҙар ҙа ҡайтҡан!” тип шатланып ҡулын һуҙған улы менән уның эргәһендә оялсан йылмайып торған мөләйем генә йөҙлө ҡыҙҙы ҡосаҡлап яратты һәм, әйҙүкләп, башҡалар менән иҫәнләшә башланы. Төп ҡоҙағыйы менән күрешкәс, уның сибәрлегенә һоҡланып: “Йәш сағында күпме егеттең башын әйләндергәндер был?” – тип уйлап алды. Бер мәл Нәфисәнең һуҙған ҡулы һауала аҫылынып ҡалды. Еҙнәһенең: “Төп ҡоҙа”, – тип таныштырған кешеһе… Ғәлинур ине!
Мөҙәрис БАГАЕВ.
(Аҙағы бар).