Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 18:30

"Ҡайҙа йөрөһәм дә, атайыма барыбер..."

Сараһыҙҙан ауырыу уйлап табып, дауаханаға килеп ятҡан ул.

"Ҡайҙа йөрөһәм дә, атайыма барыбер..."
"Ҡайҙа йөрөһәм дә, атайыма барыбер..."

Шәфҡәт туташы ҡуйған шыйыҡса шифа булып ҡан тамырҙары буйлап ағып, елһенеүле ағзаларын тынысландырғас, ниһайәт, күҙҙәрен асып тирә-яғын күҙәтерлек хәлгә килде Әлиә һәм күршеһенә диҡҡәтләп күҙ һалды. "Йәш кенә... Күҙҙәре ҡайһылай һағышлы әле... Ҡыҙым һымаҡмы икән? Ни булған был йәш балаға?.." тигәнерәк уйҙар үтте башынан.

Яуапты оҙаҡ көтөргә тура килмәне уға: ыңғай үҙгәрешен күреп ятҡан йәш палаталашы башлап үҙе һүҙ ҡушты. Тәүҙә мөһим булмаған дежур һорауҙар яңғыраны, шунан үҙе менән таныштырҙы. 18-е яңыраҡ тулған, колледжда уҡып йөрөй икән. Инеш һүҙҙе оҙонға һуҙмай сире тураһында яйлап-тәмләп һөйләй ҙә башланы.

"Ә миңә диагноз ҡуя алмайҙар", - тине ул йәлләткес ҡарап. "Ҡайһы тирәң ауырта һуң?" "Аңлата ла алмайым, эстә бөтә ағзаларыма ипкенә ауыртыныу. УЗИ ла бер нәмә лә тапманы. "Эсәк" тә йоттом - уныһы ла күрһәтмәне. Мин уйлайым, моғайын..." Һәм йәш ҡыҙ, оҙон һәм иҫтә ҡалғыһыҙ терминдар ҡулланып, үҙ-үҙенә диагноз ҡуйып та ҡуйҙы. "Ҡара һин уны, ҡайһылай күпте белә замана балаһы" тип һоҡланды ла, йәш кенә көйө билдәһеҙ сир менән ыҙаланғанын уйлап йәлләне лә икенсеһе.

Бер аҙҙан дежур табип инеп хәлдәрҙе һораша, баҫҡылап ҡарай башланы, телде күрһәтергә ҡушты. Әлиә "яҡшы, хәҙер бер ерем дә ауыртмай, ҡайтһам да булалыр инде" тип йылмайырға тырышты. Тик табиптың етди ҡарашын күреп, ҡәтғи тауышын ишетеп, телен тешләне.

Ә теге ҡыҙ, Диана, әле генә күршеһенә һөйләгәндәрен яңынан бөтә нескәлегендә табипҡа аңлатты - әйтерһең, улар ролдәрен алмашҡан. Уның анализдарын тотоп ултырған белгес тамам аптырауға төшөп, ябай кеше аңламаҫтай һыҙмаларҙы яңынан ҡарай башланы: улар буйынса ҡыҙ һап-һау, ә бына меҫкен тауыш менән зарланыуына ҡарағанда, унан сирлерәк кеше юҡ. "Ярай, иртәгә бына ошо анализдарҙы тапшырырһың да ҡарарбыҙ", - тип ишеккә табан йүнәлде албырғаған ҡиәфәттәге табип.

Ә кисен буш торған өсөнсө карауатҡа аяғы һынған урта йәштәрҙәге ҡатынды урынлаштырҙылар. Наркоз тәьҫиренән уянып етмәгән, ахыры, уныһы һаташҡан кеүек бер туҡтауһыҙ ҡысҡырынды, кемделер саҡырҙы йә ҡыуҙы, тынып ҡалды. Шулай бер килке борғолана-ҡысҡырына ята торғас, аяғын бәйләгән еренән шылдырып ныҡ ауырттырҙымы, көслө ыңғырашып күҙҙәрен асты.

Ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, "бына хәҙер мин бәҙрәфкә нисек йөрөргә тейешмен, ә?" тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Уның сағыу тауышын әллә ҡайҙа йөрөп ятҡан санитарка ла ишетте хатта һәм ярҙамға ашығып килеп инде. Йомошон көс-хәл менән башҡарғас, ярҙам иткән кешеһенә бер ниндәй рәхмәт тойғоһон күрһәтмәйенсә, башын икенсе яҡҡа борҙо был сирле.

"Кеше аяғына ла баҫа алмай, улай ғына түгел, ауыртыныуға сыҙай алмай - яман ҡыланышын аҡларға ла мөмкиндер был осраҡта" - һәр кем шулайыраҡ уйлағандыр, моғайын. Шулай ҙа палатала бер аҙға уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.

Ыңғырашҡан, телефондан ҡысҡырып ире, тағы әллә кемдәре менән һөйләшкән, кемделер әрләгән, бер туҡтауһыҙ һыу таптырып, аҙағынан уны кире бушатырға ярҙам итеүҙе талап иткән даусыл ҡатынға тәүге булып Әлиә һүҙ ҡушырға йөрьәт итте. "Нисек былай килеп сыҡты?" - тип ымланы күтәртеп ҡуйылған аяғына төртөп.

"Ҡоланым..." "Ҡайҙан?" "Тәҙрә йыуғанда..." Элинаның - яңы пациенттың исеме шулай булып сыҡты - үҙе тураһында һөйләргә теләмәгәне аңлашылып тора ине. Бәләгә тарыуында тирә-яғындағы барлыҡ кешеләр ғәйепле кеүек тотҡан ҡатын киске табип ҡарарға ингәндә лә палаталаштарын аптыратты: "Доктор, минең тәмәке тартҡым килә, ни эшләргә?" Күпте күргән табип был һүҙҙәргә ғәжәпләнмәне: "Түҙергә!"- тип ҡәтғи яуапланы.

Әлиә лә, Диана ла яңы таныштарының хәлен еңеләйтә алмаһалар ҙа, нисек булһа ла ярҙам итергә тырышты. Яндырай холҡона бер аҙ өйрәнеп алғас, береһе сәй тәҡдим итте, икенсеһе өҫтөндәге ябыуын рәтләп япты, һыу алып бирҙе.

Күршеләренең шулай өҙөлөп тороуын күргән сирле бер аҙ асыла төштө, тауышы тигеҙләнде - тынысланды, ахыры. Шуны ғына көткән тиерһең, Диана яңы сирлегә үҙенең ауырыу тарихын ҡабатланы, уфтанды. Тәүге тыңлаусы кеүек йәлләп, әпәүләп торманы быныһы: "Бәҙрәфкә үҙең йөрөй алаһыңмы? Алаһың. Ашау үтәме? Үтә. Күҙең-ҡолағың һау. Ауыртыныуҙан үлеп бармайһыңдыр, моғайын?" - тип ҡәтғи генә туҡтатты ул ҡыҙҙың зарын. Бындай ҡаты ҡағылыуҙы түгел, йәлләү, яҡлау, аңлау көткән йәш ҡыҙ бөршәйеп бәләкәсәйеп ҡалғандай күренде Әлиәгә.

Кис ҡарарға ингән табиптың кәйефе шәп ине.
­- Сирегеҙҙең серен белдек бит әле. Һеҙҙә - ковид! - тип йылмайҙы ул Дианаға ҡарап. - Һеҙҙеке лә шулай, - тип боролдо шунан аяғы һынған пациентҡа. - Хәҙер һеҙҙе ковид-үҙәккә оҙатабыҙ, унда дауаланыу үткәс, бында төп сирегеҙҙән дауаланыуҙы дауам итерһегеҙ.

- Өйгә ҡайтырға ярамаймы?!
- Мөмкин, тик ғариза яҙығыҙ.
- Өйҙөң стеналары ла һауыҡтыра бит, минең унда ярҙамсыларым күп, - торорға теләгәндәй ҡалҡынып уҡ ҡуйҙы Элина.

- Ә мин ковид-үҙәккә барам былай, - тип әҙерләнә башланы Диана.
- Унда сирлеләр ҡымйып тора, тағы ла хәтәрерәген эләктерһәң? Өйҙә яҡшыраҡ булмаҫмы? - тип һүҙ ҡыҫтырҙы хәстәрлекле тауыш менән Әлиә.

Ошо һүҙҙәрҙе генә көткән тиерһең, Диана әйберен йыйнауҙан туҡтап, карауаты башына таянды. Тора биргәс, битен ҡулдары менән ҡаплап һеңкелдәй башланы.
- Өйҙә мәңге иҫерек атай ғына. Мине унда көткән кеше юҡ...
- Әсәйең һуң?
- Эх... Әсәйем өс йыл элек ошо дауаханала вафат булды...
- Апай-ағайҙарың да юҡмы?
- Бер туғандарым юҡ... Нимә менән шөғөлләнәм, нисек йәшәйем, ҡайҙа йөрөйөм - атайыма барыбер. Мин әле уға иҫкәртмәй генә бында килеп яттым - бер тапҡыр ҙа шылтыратманы.
- ...

Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң палатағыларға барыһы ла аңлашылды: тимәк, Диана эс бошорғос тормоштан, иҫерек атайҙан, яңғыҙлыҡтан ҡасыр өсөн үҙенә ауырыу уйлап сығарған, табиптарҙың башын бутап бында килеп ятҡан һәм, эҙемтәләренән ҡурҡмайынса, уға ярашлы дарыуҙар ҡабул итә. Тормоштағы үҙе хәл итә алмаҫтай проблемаларҙан дауахана палатаһында йәшенеп ҡалып була тип уйлайҙыр тәжрибәһеҙ ҡыҙ, тик ғәмәлдә ысын сир эләктереп ныҡлап дауаланырға тура киләсәк уға. Кемдер, һауыҡҡас, ҡабат килергә яҙмаһын тигән теләктәр менән был урынды ҡалдырып китһә, әлеге йәш ҡыҙ уны һаҡланыу утрауы кеүек ҡабул иткән бит.

Тән түгел, ә тәрән йән һыҙланыуына дусар ҡыҙҙы йәлләп ныҡ тетрәнде Әлиә. Хатта ҡаты бәғерле кеүек күренгән Элина ла аптырап ҡалғайны был асыштан. Тик нисек итеп кешегә ярҙам итергә, уның хәлен еңеләйтергә була һуң бындай бәхетһеҙ осраҡта?.. Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙҙың бошмай ғына ҡыуанып ғүмер кисерер сағында иң яҡын кешеһенән ваз кисеүе, сит-яттарға сат йәбешеүе ҡыҙғаныс та, йән көйгөс тә күренеш.

"Их, һин, атай кеше, аҡылыңа кил, эсеүеңде ташла. Берҙән-бер ҡыҙыңды тормош даръяһында яңғыҙын ҡалдырма, битарафлығыңды ғәмлелек менән алмаштыр. Әсәй урынына ла ҡалғас, икеләтә яуаплылыҡ менән ғәзиз балаңды бәхетле итеү өсөн тырыш!" - тигән оран ишеттергеһе килә лә бит Әлиәнең, тик барып ҡына етмәҫ шул аңы иҫерткес менән томаланған, үҙе лә ярҙамға мохтаж хәсрәт был әҙәмгә...

Фото: stolica-s-su

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в