Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 16:00

Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?

Был юлы райондың иң яҡшы 10 уҡыусыһына бик яуаплы эш йөкмәтелде...

Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?
Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?

Баймаҡ районы хакимиәтендә дублерҙар көнө үтте. Был юлы райондың иң яҡшы 10 уҡыусыһына бик яуаплы эш йөкмәтелде, улар Баймаҡ районы хакимиәте башлығы, ҡала башлығы һәм уның урынбаҫарҙары ролендә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.

Дублер көнө көн һайын ойошторолған кәңәшмәнән башланды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев  үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.

"Ике сәғәт балалар өсөн бик тығыҙ, ысын мәғәнәһендәге эш булып сыҡты. Дублерымдың ғына түгел, бөтә балаларҙың да ҡала, район проблемалары менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуын һәм теге йәки был мәсьәләне хәл итеү буйынса эшлекле кәңәштәр биреүен күреү ҡыуаныслы ине. Дублер көнө балаларға бер көн эсендә ҡарарҙар ҡабул итеү, тотош район менән етәкселек итеү, унда йәшәүселәрҙең тормошо, именлеге һәм уңайлылығы өсөн яуап биреү - быларҙың барыһын да тойорға һәм аңларға мөмкинлек бирҙе. Күп дублерҙарҙың иңенә төшкән ауыр йөктөң ҡурҡытмауы өсөн шатмын, улар киләсәктә районыбыҙ мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙер", - тине ул.

Ысынлап та, мәктәптә үткән дублерҙар көнөнән айырмалы рәүештә, бәхетлеләр өлөшөнә төшкән уҡыусылар өсөн был бурыс ысын мәғәнәһендә һынау һәм тәжрибә майҙансығы булды. Кем белә, бәлки, тап ошо уҡыусылар киләсәктә район етәкселәре булыр...

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?
Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?
Баймаҡ районы башлығы эштән киткәнме?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в