Өфөгә Херсон өлкәһенән мәжбүри күсеп килеүселәр тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың араһында балалар ҙа, пенсионерҙар ҙа бар. Симферополь ҡалаһынан поезд менән килгән халыҡҡа, улар үҙҙәрен өйҙәгеләй хис итһен өсөн, бөтә тейешле ярҙам күрһәтелә.
Эске эштәр министрлығының миграция буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре килеүселәргә аңлатыу эштәре алып бара, һорауҙарға яуап бирә. Белгестәр документтарҙы тергеҙеүҙә, эшкә урынлаштырыуҙа һәм социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам итә.
Әле ҡасаҡтарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында граждандарҙы иҫәпкә ҡуйыу башҡарыла, рөхсәт документтары, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Күсеп килеүселәрҙе табиптар ҡабул итә. Кәрәк булғанда психологик ярҙам күрһәтелә. Мәжбүри күскенселәрҙең барыһы ла Өфө шифаханаларының береһенә урынлаштырылды, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.