Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә гөрләп “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концерты үткәйне, бөгөн эстафетаны республиканың башҡа ҡалалары дауам итте. Шәмбе көндө саралар Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Салауат, Ағиҙел һәм башҡа ҡалаларҙа ойошторолдо. Уларҙың сәхнәләрендә республиканың һәм урындағы йондоҙҙар сығыш яһаны.
Райондарҙа саралар киң ҡолас менән һәм күңелле үткән. Туймазылар марафонды “Родина” мәҙәниәт һарайында ойошторған. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов йыйылған халыҡты сәләмләп, берҙәм булырға саҡырған. Туймазыларҙы республика йондоҙо Тимур Рамаҙанов сағыу йырҙары менән ҡыуандырған. Шулай уҡ урындағы артистар сығыш яһаған.
Салауаттар ҙа бөгөн “ZаРоссию” марафонына йыйылған. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡаланың яратҡан артистары – Марина Матвеева менән Павел Анисимов сығыш яһаған. Салауат башҡорт драма театры актерҙары Бөйөк Ватан һуғышы йырҙарынан попурриҙарҙы иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарған. Һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Александр Лынник, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Жумағәлиева һәм Илдар Абдуллин, йәш йондоҙҙар ике сәғәтлек концерт ҡуйған.
Стәрлетамаҡтар "Содовик" паркында йыйылған. Концертҡа ҡәҙерле ҡунаҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Калабухов килгән. Парктың асыҡ сәхнәһендә ҡала халҡы өсөн Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары - “Родные напевы” рус йыры хоры, “Водолей” эстрада йыры студияһы, “Хыял” вокаль ансамбле, “Тавах” сыуаш йыры ансамбле, “Оптимистар” педагогик хеҙмәт ветерандары хоры, “Каледа” балалар фольклор ансамбле сығыш яһаған. Шулай уҡ йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәле Хөснөтдинов һәм Инсаф Ғәлимов, Лилиә Ишембәтова һәм Лариса Фәсхетдинова башҡарған. Сәхнә янындағы паркта хәрби техника күргәҙмәһе эшләгән. Байрам ҡунаҡтары тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланған.
Сибайҙар ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылған. Күләмле сара өс меңгә яҡын кешене һәм ҡала ҡунаҡтарын йыйған, улар иҫәбендә Урал аръяғының һигеҙ районынан башлыҡтар һәм уларҙың командалары ла булған. Улар бөгөн Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы сиктәрендә ярышта ҡатнашҡан. Улар өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары һәм ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаған.
Мәләүез менән Бәләбәй ҡалалары халҡы өсөн дә патриотик-музыкаль саралар ойошторолған. Был ҡалаларҙа халыҡ үҙенең берҙәмлеген, дәррәүлеген, илһөйәрлеген күрһәткән. Йыйылған халыҡ алдында үҙҙәренең урындағы йондоҙҙары һәм республика артистары сығыш яһаған.