Йәмғиәт
23 Апрель 2022, 12:30

Шағир Рауил Бикбаев исемендәге парк барлыҡҡа килде

Радий Хәбиров ведомство етәкселәре һәм «Салауат Юлаев» клубы хоккейсыһы Родион Әмиров менән бергә парк биләмәһендә исемле ағастар ултыртты.

Шағир Рауил Бикбаев исемендәге парк барлыҡҡа килдеШағир Рауил Бикбаев исемендәге парк барлыҡҡа килде
Шағир Рауил Бикбаев исемендәге парк барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Көньяҡ биҫтәһендә республиканың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге паркты асыу тантанаһында ҡатнашты. Ташландыҡ баҡсалар ерендә урынлашҡан биләмәне төҙөкләндереү 2019 йылда башланды.

Майҙансыҡҡа ҡара тупраҡ килтерелгән, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған, инженер селтәрҙәре һалынған. Артабан төҙөүселәр төрлө объекттар – павильон, сәхнә, бәләкәй архитектура формаларын – урынлаштырған. Ял итеү майҙансыҡтарынан тыш, паркта бер нисә спорт һәм уйын зонаһы булдырылған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары монтажланған, воркаут өсөн тренажёрҙар ҡуйылған. Яҡтылыҡ-динамиклы фонтан комплексы – парктың үҙәк элементтарының береһе. Төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 143,5 миллион һум тәшкил итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров паркты ҡарап сыҡты, бында балалар менән ял итергә килгән халыҡ менән аралашты. Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡатыны Фәриҙә Бикбаева Радий Хәбировҡа хәләл ефетенең ижадына иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәкселеге ярҙамы менән Өфөнөң Киров районында матур һәм уңайлы парк барлыҡҡа килде, тип билдәләне ул.

Сара һуңында Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һәм «Салауат Юлаев» клубы хоккейсыһы Родион Әмиров менән бергә парк биләмәһендә исемле ағастар ултыртты.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙма ла ҡалдырҙы.

"Ҡотлайым! «Көньяҡ» паркы, Өфө.
Яңыраҡ ҡына бында ташландыҡ буш урын ине. Халыҡ тәртип урынлаштырыуҙы һораны, ә беҙ яҡшы ял зонаһы ойошторҙоҡ.
Паркта сәхнә, фонтан, балалар майҙансығы, спорт һәм ял итеү өсөн зоналар бар. Заманса йәмәғәт урындары тап шундай булырға тейеш тә инде.
Яңы парк башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм дәүләт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың исемен йөрөтәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы, Көньяҡ биҫтәһендә йәшәгән кешеләр ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Ул республикабыҙҙың ысын патриоты булды", - тип яҙҙы ул.

Фото: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_792331

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас