Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Буренков төбәктәрҙәге этноконфессия өлкәһе өсөн яуап биргән етәкселәр менән осрашты. Ултырышта Рәсәйҙең Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһының көнүҙәк мәсьәләләре, яңы шарттарҙы иҫәпкә алып, милләт-ара, дин-ара татыулыҡҡа арналған башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
Бындай кәңәшмә йыл һайын дәүләт етәксеһе йөкләмәһенә ярашлы, округҡа ҡараған бер төбәктә уҙғарыла.
Кәңәшмәне асып, Игорь Буренков Пензаның Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереүҙә, милләт-ара татыулыҡты булдырыуҙа ярайһы тәжрибәгә эйә икәнен билдәләне. Донецк һәм Луганскиҙан килгән граждандарға булышлыҡ итеү буйынса ла етди эш алып барыла. Ул дәүләт власть органдары, урындағы үҙидара һәм милли мәҙәни ойошмаларының үҙ-ара бәйләнештә эшләргә тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. "Беҙҙең илгә ҙур тышҡы баҫым яһалған ваҡытта милли, дини ерлектәге ҡаршылыҡтарҙы профилактикалау төбәктәр алдындағы иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора", – тип билдәләне ул.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округында мигранттарҙың Рәсәй йәмғиәтенә яраҡлашыу, ыҙғыштарҙы профилактикалау, милләт-ара татыулыҡҡа булышлыҡ итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Этноконфессия өлкәһендәге эш барышы анализланды, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Сығанаҡ://pfo.gov.ru/press/