Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2022, 11:00

Андрей Назаров: “Изге Пасха байрамы менән!”

Премьер-министр республикалағы православие дине вәкилдәрен ҡотланы.

Андрей Назаров: “Изге Пасха байрамы менән!”
Андрей Назаров: “Изге Пасха байрамы менән!”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикалағы православие дине вәкилдәрен Изге Пасха байрамы менән ҡотланы.

“Бөгөн Пасха – Христостың терелеүе, һөйөнөслө хәбәр һәм мөғжизәгә ышаныу көнө. Ул ябай дини йола ғына түгел, ә донъяға төрлө ҡарашлы һәм төрлө конфессия кешеләрен берләштергән байрам булып тора. Һәр кем Пасхала үҙ символдарын һәм ҡанундарын таба. Ошо шатлыҡлы көн минең өсөн өмөттө, Изгелектең Яуызлыҡты һәм ғүмерҙең үлемде еңеүен кәүҙәләндерә.

Оҙайлы постың тамамланыуын белдергән Пасха Рәсәйҙә элек-электән иң яратҡан һәм көтөп алынған байрам булды. Революцияға тиклем Христос терелгән көн һәм Яҡты аҙнаның тәүге көндәре ял тип иҫәпләнгән. Совет власы был байрамды ҡайтанан ҡарап, уны идеологияға хеҙәм иттерергә маташты. “Комсомол пасхалары” үткәрелгән. Ләкин был яһалма йола тормошҡа ашмаған. 1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр көндәрендә, Пасха халыҡҡа уның әүәлге мәғәнәһендә кире ҡайтарылған. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә пасхаль ғибәҙәт ҡылыуҙар кешеләргә өмөттө ҡайтарырға ярҙам иткән, дошманға ҡаршы көрәштә көс-ҡеүәт биргән. Был хәлдең һуғыш барышын артабан тамырынан үҙгәртеүгә булышлыҡ итеүенә шигем юҡ.

Православиеның барлыҡ вәкилдәренә кеүек үк, миңә лә дин артабан да алға барырға, һынауҙарҙы еңеп сығырға, ғәфү итергә һәм яратырға ярҙам итә. Идара итеү эшмәкәрлегендә йыш ҡына ябай булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Ундай саҡтарҙа дин һәм христианлыҡ ҡанундары билдәләгән әхлаҡ миңә көс-ҡеүәт өҫтәй.

Сөнки улар икеһе лә еңел.

Башҡортостан Республикаһының православие дине вәкилдәрен ҡотлайым! Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тормошоғоҙҙа һәр саҡ һөйөү булһын!

Изге Пасха менән! Христос Воскресе!” – тип яҙған Андрей Назаров.

 

Фото: vk.com/wall555400080

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в