Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2022, 13:00

"Хәрби туғанлыҡ" хеҙмәттәшлеккә әҙер

Радий Хәбиров “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов менән осрашты.

"Хәрби туғанлыҡ" хеҙмәттәшлеккә әҙер
"Хәрби туғанлыҡ" хеҙмәттәшлеккә әҙер

22 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов менән осрашты. Улар хәрби хәрәкәт ветерандарына ярҙам, һәләк булған яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, Донбасста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам конвойын булдырыуҙа булышлыҡ итеү, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙе ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Альберт Шаһиморатов республика Башлығына “Хәрби туғанлыҡ” әүҙемселәре – 30-ҙан ашыу локаль һуғыш һәм ҡораллы бәрелештәр ветерандары – даими рәүештә республиканың йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Улар коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик сикләү осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәтә, урман янғындарын һүндереүгә һәм республика биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөүгә сыға, хәрби ерләү урындарын төҙөкләндерә, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Украина биләмәһендә алып барылған махсус хәрби операция башланғандан алып “Хәрби туғанлыҡ” әүҙемселәре Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәренә теләктәшлек йөҙөнән митингылар, автоуҙыштар һәм флешмобтар үткәрә. Улар шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенең Донбасста зыян күргән кешеләр өсөн гуманитар конвойҙар ойоштороу буйынса башланғысын хупланы һәм ярҙам йыйыуҙа ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы “Хәрби туғанлыҡ” әүҙемселәренә уңышлы йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров ветерандар ойошмаһы вәкилдәрен Шишмә районында “Патриот” паркын асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда беренсе курсанттарҙы 2022 йылдың июнендә ҡабул итәләр. Республика етәксеһе ветерандарға “Патриот” паркын артабан үҫтереү һәм ошо эшкә булышлыҡ итеү варианттарын уйларға тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: