Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 18:00

Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур

Донбасс балаларын ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға белем алыу, уҡыу, камиллашыу мөмкинлеге –  бөгөнгө иң мөһим маҡсаттарҙың береһе, сөнки Украина властары быға тиклем ошо мөмкинлектәрҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлаған. Мәҫәлән, китапханаларҙан рус телендәге китаптар алып ташланған...

Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур
Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур

Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназияһы уҡыусылары Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары китапханалары һәм ҡасаҡтарҙың ваҡытлыса ойошторолған  лагерҙарындағы кешеләр өсөн төрлө китаптар, дәреслектәр  йыйыу ойошторған.

Әлбиттә, китаптар тормош өсөн мөһим булған ғәмәлдәр исемлегенә инмәй, әммә  уларға ихтыяж һәр саҡ  бар.

Ғөмүмән, Донбасс балаларын ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға белем алыу, уҡыу, камиллашыу мөмкинлеге –  бөгөнгө иң мөһим маҡсаттарҙың береһе, сөнки Украина властары быға тиклем ошо мөмкинлектәрҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлаған. Мәҫәлән, китапханаларҙан рус телендәге китаптар алып ташланған.

Ошо хәлде ишеткәс, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Донбассҡа ярҙам йөҙөнән  махсус акция ойошторған. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла бар йәмәғәтселек ҡатнашҡан  был саранан ситтә ҡалмаған: рус телендә 200-ләп әҙәби китап һәм 200-ләгән уҡыу әсбабын йыйып ебәргән.

Фотолар гимназия уҡыусыларының шәхси архивынан.

 

Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур
Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур
Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур
Китаптарға ихтыяж һәр саҡ ҙур
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в