Бөгөн, 24 апрелдә, Нефтекамала Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек күрһәтеүгә арналған “Za Россию” музыкаль-ватансылыҡ марафоны уҙғарылды.
Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы майҙанда Рәсәй, Башҡортостан флагтарын, йәштәр ойошмаларының, хәрби-патриотик клубтарҙың байраҡтарын, тыныслыҡҡа саҡырған, фашизмға һәм нацизмға ҡаршы плакаттар тотҡан бик күп халыҡ йыйылды.
Сәләмләү һүҙҙәре менән тамашасыларға ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов мөрәжәғәт итте: “Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, әлегеләй берләшеп, беҙ Донбасстағы егеттәребеҙгә теләктәшлек күрһәтергә тейешбеҙ, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Беҙ улар менән! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров әйткәнсә, “Беҙ бергә, иңгә-иң терәшеп йәшәргә тейешбеҙ. Башҡорттар, татарҙар, удмурттар, сыуаштар, мордвалар, беҙ бергә!"
Парктың асыҡ сәхнәһендә ҡала халҡы өсөн Нефтекаманың ижади коллективтары сығыш яһаны. “PRADO” төркөмө һәм “Зәйнетдин” этно-поп-төркөмө концерттың төп ҡунағы булды.